Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Ул «шул хаҡта уйлап йөрөгән»

Ул «шул хаҡта уйлап йөрөгән»

1, 2. Мәрйәмдең сәйәхәтен тасуирлап бир һәм ни өсөн уға сәйәхәт итеү ауыр булғанын аңлат.

МӘРЙӘМ инде күп сәғәттәр буйы ишәк өҫтөнән төшмәй бара. Алдараҡ ишәктең йүгәнен тотоп, Йософ атлай. Улар алыҫта урынлашҡан Бәйтлеһемгә табан юл тота. Мәрйәм ҡарынындағы балаһының йәнә ҡыбырлағанын һиҙә.

2 «Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән» (Лука 2:5, 6). Мәрйәм менән Йософ баҫыуҙар янынан үткәндә, һабансылар менән ашлыҡ сәсеүселәр уларҙы аптыраулы ҡараш менән оҙатып ҡалғандыр. Улар: «Ниңә был ауырлы ҡатын юлға сыҡҡан икән?» — тип сәйерһенгәндер. Ысынлап та, ни өсөн Мәрйәм, Назаралағы йортон ҡалдырып, шундай алыҫ юлға сыҡҡан?

3. Мәрйәмгә ниндәй йөкләмә бирелгән һәм беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

3 Айҙар элек был йәш йәһүд ҡатынына кешелек тарихында әле бер кемгә лә бер ҡасан да бирелмәгән махсус йөкләмә тапшырыла: ул Мәсих булып китәсәк бала, Алла Улын тыуҙырасаҡ! (Лука 1:35) Бала тыуҙырыу ваҡыты яҡынлашып килә, әммә ғаиләгә юлға сығырға тура килә. Алда Мәрйәмде күп ҡыйынлыҡтар һәм һынауҙар көтә. Уға иманында ныҡ ҡалырға нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

Бәйтлеһемгә табан юл

4, 5. а) Ни өсөн Йософ менән Мәрйәм Бәйтлеһемгә юл тота? б) Ҡайсарҙың бойороғо ниндәй пәйғәмбәрлектең үтәлеүенә өлөш индергән?

4 Йософ менән Мәрйәмдән тыш, башҡа кешеләр ҙә юлға сыҡҡан. Ул көндәрҙә Август ҡайсар халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ биргән. Иҫәпкә алыныр өсөн, һәр кеше тыуған ҡалаһына барырға тейеш булған. Йософ нисек эш иткән? «Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға — Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған», — тиелә Инжилдә (Лука 2:1—4).

5 Ҡайсарҙың бойороғо осраҡлы хәл булмаған. Яҡынса ете быуат элек, Мәсих Бәйтлеһемдә тыуасаҡ, тигән пәйғәмбәрлек әйтелгән булған. Шуныһы ҡыҙыҡ: Назара ҡалаһынан 11 саҡрым самаһы алыҫлыҡта Бәйтлеһем тигән ҡала булған. Әммә пәйғәмбәрлектә бер ентеклелеккә иғтибар ителә: Мәсих «Бәйтлеһем Ефрафала» тыуасаҡ. (Михей 5:2-не уҡы). Назаранан шул бәләкәй генә ҡалаға ҡалҡыулы Самария ерҙәре аша барып етер өсөн, яҡынса 130 саҡрым ара үтергә кәрәк булған. Йософ тап ошо Бәйтлеһемгә юл тота, сөнки уларҙың ата-бабаһы Дауыт тыумышы менән шул ҡаланан була.

6, 7. а) Ни өсөн Бәйтлеһемгә сәйәхәт Мәрйәм өсөн ауыр булған? б) Йософҡа кейәүгә сыҡҡас, Мәрйәмдең ҡарарҙар ҡабул итеүгә ҡарашы нисек үҙгәрә? (Төшөрмәне лә ҡара.)

6 Мәрйәм Йософтоң ҡайсар бойороғон үтәргә ҡарары менән ризалашырмы? Уға бит шундай алыҫ араны үтеүе еңел булмаҫ. Сәйәхәт яуым-төшөмһөҙ йәй көндәре ямғырлы көҙ көндәре менән алмашынған осорға тура килгән, күрәһең. Өҫтәүенә, Бәйтлеһем диңгеҙ кимәленән 760 метрҙан ашыу бейеклектә урынлашҡан. Шуға күрә сәйәхәттең аҙағында уларға тауға күтәрелергә кәрәк булыр. Мәрйәмдең хәлен иҫәпкә алһаҡ, юлға, бәлки, күберәк ваҡыт сарыф ителер, сөнки уға йышыраҡ ял итергә тура килер. Һәр ҡайһы ҡатын, бына-бына бала табырға йөрөгәндә, үҙ өйөндә ҡалып ярҙамға килергә әҙер булған ғаиләһе менән дуҫтары янында булырға теләр ине. Мәрйәмгә, һис шикһеҙ, ундай юлға сығыр өсөн батырсылыҡ кәрәк булған.

Бәйтлеһемгә юл еңел булмаған

7 Ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Лука бәйән иткәнсә, Йософ исемлеккә теркәлергә «Мәрйәм менән бергә» киткән. Лука шулай уҡ, Мәрйәм ул ваҡытта Йософтоң инде ҡатыны ине, тип әйтә (Лука 2:4, 5, ЯДТ). Йософҡа кейәүгә сыҡҡас, Мәрйәмдең ҡарарҙар ҡабул итеүгә ҡарашы үҙгәрә. Ул ирен ғаилә башлығы тип һанай һәм, иренең ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеп, үҙенә Алланан бирелгән ярҙамсы ролен үтәй *. Мәрйәм иренә теләп буйһона һәм шулай итеп үҙенең иманын күрһәтә.

8. а) Мәрйәмде Йософ менән Бәйтлеһемгә барырға тағы нимә дәртләндерә алған? б) Мәрйәм үрнәге беҙҙе ниндәй сифатҡа эйә булырға дәртләндерә?

8 Мәрйәмде юлға сығырға тағы нимә этәрә алған? Ул Мәсихтең Бәйтлеһемдә тыуасағы тураһындағы пәйғәмбәрлекте белгәнме? Бәлки, белгәндер ҙә, сөнки был пәйғәмбәрлек дин етәкселәренә лә, ябай кешеләргә лә яҡшы билдәле булған (Мат. 2:1—7; Яхъя 7:40—42). Мәрйәм Изге Яҙмаларҙы бик яҡшы белгән (Лука 1:46—55). Мәрйәмде ниндәй генә сәбәп юлға сығырға этәрмәһен — иренә күндәм булыумы, ҡайсарҙың бойороғона буйһоноумы, Йәһүәнең пәйғәмбәрлеген белеүме, ә бәлки ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып эш итеүме — ул беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Йәһүә Алла баҫалҡылыҡ һәм тыңлаусанлыҡ күрһәткән ирҙәр менән ҡатындарҙы бик ҡәҙерләй. Бөгөн, тыңлаусанлыҡ менән бойһоноу һирәк осрай торған донъяла, Мәрйәмдең миҫалы беҙҙең өсөн айырыуса файҙалы.

Мәсихтең тыуыуы

9, 10. а) Мәрйәм менән Йософ нимә тураһында уйланып барғандыр? б) Мәрйәм менән Йософ ҡайҙа туҡталған һәм ни өсөн?

9 Йософ менән Мәрйәм зәйтүн ағастары үҫкән ҡалҡыулыҡтар аша үтә. Һуңғы уңышты йыйыу ваҡыты инде еткән: зәйтүн емештәре өлгөрөп, ергә ҡойола башлаған. Йыраҡтан Бәйтлеһемде күреп ҡалғас, Мәрйәм еңеллек менән һулап ҡуя. Улар, күрәһең, ошо бәләкәй генә ҡаланың тарихы тураһында уйлап бара. Михей пәйғәмбәр әйткәнсә, Бәйтлеһем Ефрафа шул тиклем бәләкәй ҡала булған, хатта Йәһүҙиә ҡалалары араһында иҫәпкә лә алынмаған. Шулай ҙа меңдән ашыу йыл элек тап ошо ҡалала Бағаз, Нәғмиә һәм һуңыраҡ Дауыт батша тыуған.

10 Бына Йософ менән Мәрйәм кеше мыжғып торған ҡалаға килеп инә. Иҫәпкә алыныр өсөн, күп кешеләр ҡалаға алдараҡ килгән, шуға күрә ҡуныр өсөн буш бүлмә ҡалмаған *. Йософ менән Мәрйәмгә һарайҙа туҡталырға тура килә. Ҡатынының көсәйә барған ауыртыуҙан интегеүен күргәндә, Йософтоң йөрәге өҙөлөрҙәй булғандыр. Мәрйәм быға тиклем әле бер ҡасан да шундай ауыртыу ғазаптарын кисермәгән. Тап ошо урында уны тулғаҡ тота башлай.

11. а) Ни өсөн һәр ҡайһы ҡатын Мәрйәмдең хәлен яҡшы аңлай ала? б) Ғайса ниндәй мәғәнәлә «беренсе бала» булған?

11 Һәр ҡайһы ҡатын Мәрйәмдең хәлен аңлар. Яҡынса 4 000 йыл элек Йәһүә, ҡатындар, бала тапҡанда, мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында ғазап кисерер, тип алдан әйткән (Баш. 3:16). Күрәһең, ундай ғазаптар Мәрйәмде лә ситләтеп үтмәй. Лука Мәрйәмдең ғазаптары хаҡында бер нәмә лә әйтмәй. Ул: «Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын — Улын тыуҙырған», — тип кенә яҙа (Лука 2:7). Эйе, Мәрйәм «үҙенең беренсе балаһын» таба, әммә киләсәктә ул кәм тигәндә ете баланың әсәһе булыр (Марк 6:3). Әммә был бала уның башҡа балаларынан һәр саҡ айырылып торасаҡ. Ул бит Мәрйәмдең генә беренсе балаһы түгел, ул — Йәһүәнең дә яратылғандарының беренсеһе, уның берҙән-бер Улы (Кол. 1:15).

12. Мәрйәм тыуған балаһын ҡайҙа һалған, һәм Ғайсаның тыуған урыны кешеләрҙең һүрәтләүҙәренән нисек айырылып торған?

12 Лука күптәргә билдәле булған бер нескәлек өҫтәй: «Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған» (Лука 2:7). Кешеләр, Мәсихтең тыуған урынын күрһәтеп төрлө рәсемдәр, композициялар яһағанда, уның тыуыуын сәхнәләштергәндә, ғәҙәттә, барыһын күпертеп күрһәтә. Әммә уның тыуған урыны ысынында ниндәй булған? Алда әйтеп кителгәнсә, Йософ менән Мәрйәм аҙбарҙа туҡталған. Ундай урында һауа ла саф түгел, ә таҙалыҡ тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Әгәр һайлау мөмкинлеге булһа, ниндәй ата-әсә балаһының тыуыу урыны итеп йылы, таҙа ерҙе түгел, ә һарайҙы һайлар ине? Ғәҙәттә, ата-әсәләр балалары өсөн иң яҡшыһын һайлай. Ә Мәрйәм менән Йософ Алланың Улына, әлбиттә, иң яҡшыһын бирергә теләгән.

13. а) Нисек Мәрйәм менән Йософ ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләргә тырыша? б) Аҡыллы ата-әсәләр, Мәрйәм менән Йософтан үрнәк алып, ниндәй маҡсаттар ҡуя?

13 Нисек кенә булмаһын, мөмкинлектәренең сикле булыуы уларҙы өмөтһөҙлөккә төшөрмәй һәм күңелдәрен ҡатырмай. Улар көсөнән килгәндең барыһын эшләй. Мәҫәлән, Мәрйәм балаһы тураһында наҙлы итеп ҡайғырта: ул уны йүргәккә төрә лә ипләп кенә утлыҡҡа һала. Балаға йылы булһын өсөн һәм ул тыныс ҡына йоҡлаһын өсөн, Мәрйәм хәстәрлек күрә. Шулай итеп, Мәрйәм ауыр шарттар арҡаһында борсолоп, ҡайғыға батып ултырмай, ә хәленән килгәндең барыһын эшләргә тырыша. Шулай уҡ Йософ менән Мәрйәм шуны аңлай: иң мөһиме — баланың рухи ихтыяждарын ҡайғыртыу. (Ҡанун 6:6—8-ҙе уҡы.) Бөгөн балаларын боҙоҡ донъяла тәрбиәләгән аҡыллы ата-әсәләр үҙҙәре алдында шундай уҡ маҡсаттар ҡуя.

Рухи дәртләндереү

14, 15. а) Ни өсөн көтөүселәр баланы күрергә ашыға? б) Көтөүселәр баланы һарайҙа күргәндән һуң нимә эшләй?

14 Тыныс ҡына ял иткән ғаилә янына ҡапыл көтөүселәр килеп инә. Улар был йәш ғаиләне, айырыуса баланы, күрергә теләй. Был ирҙәрҙең йөҙҙәре шатлыҡтан балҡып тора. Улар ашығып, тау битенән — көтөүҙәрен ҡарауыллаған урындан төшкән *. Көтөүселәр аптырашта ҡалған ата-әсәгә үҙҙәре күргән мөғжизәне һөйләп бирә. Төн уртаһында улар алдында фәрештә пәйҙә булған. Тирә-яҡты Йәһүә даны яҡтыртып ебәргән, һәм Алла фәрештәһе уларға Бәйтлеһемдә әле генә Мәсих тыуғанын иғлан иткән. Фәрештә уларға шулай уҡ, йүргәккә төрөлгән баланы утлыҡта табырһығыҙ, тип әйткән. Аҙаҡ тағы ла ғәжәпләндерерлек ваҡиға булған: Алланы данлаған фәрештәләр ғәскәре пәйҙә булған! (Лука 2:8—14)

15 Ошо баҫалҡы көтөүселәрҙең Бәйтлеһемгә ашығып килеүҙәре аптырарлыҡ түгел. Яңы ғына тыуған баланы тап фәрештә әйткән урында тапҡас, улар бик ҡыуанғандыр! Көтөүселәр был шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашырға ашыға. Инжилдә: «[Улар] сабыйҙы күргәс, уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп биргәндәр. Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған», — тип әйтелә (Лука 2:17, 18). Ул ваҡыттағы дин әһелдәре көтөүселәргә, күрәһең, ерәнеп ҡараған. Әммә Йәһүә, һис шикһеҙ, был баҫалҡы һәм тоғро кешеләрҙе бик ҡәҙерләгән. Уларҙың килеүе Мәрйәмгә нисек тәьҫир итә?

Йәһүә баҫалҡы һәм тоғро көтөүселәрҙе ҡәҙерләгән

16. Мәрйәмдең уйланырға яратҡаны нимәнән күренгән, һәм ни өсөн Мәрйәм ғүмере буйы иманында ныҡ ҡала алған?

16 Әле генә бала тапҡан Мәрйәм үҙен хәлһеҙ хис итһә лә, көтөүселәрҙең һәр һүҙен иғтибар менән тыңлай. Инжилдә, ул ишеткәндәренең «бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән», тип әйтелә (Лука 2:19). Эйе, был йәш ҡатын тәрән уйланырға яратҡан. Ул фәрештәнең хәбәре ни тиклем мөһим икәнен аңлай. Йәһүә Алла Мәрйәмдең тыуған сабыйҙың кем булыуын һәм киләсәктә уның ниндәй мөһим эш башҡарасағын белеүен теләй. Шуға күрә былай ғына тыңлап ултырыр урынына, ул бөтә һүҙҙәрҙе күңеленә һеңдерә һәм айҙар, йылдар үтеү менән дә улар тураһында уйланып йөрөй. Тап шул сәбәптән Мәрйәм ғүмере буйы иманында ныҡ ҡала алған. (Еврейҙарға 11:1-ҙе уҡы.)

Мәрйәм көтөүселәрҙе иғтибар менән тыңлаған һәм уларҙың һүҙҙәрен күңелендә һаҡлаған

17. Рухи хәҡиҡәттәр тураһында әйткәндә, нисек беҙ Мәрйәмдән өлгө ала алабыҙ?

17 Мәрйәмдең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? Алла Һүҙендә күп мөһим рухи хәҡиҡәттәр бар. Әммә уларға ҡолаҡ һалмаһаҡ, улар беҙгә файҙа килтермәйәсәк. Беҙ Изге Яҙмаларҙы берәй әҙәби әҫәр һымаҡ түгел, ә Алла тарафынан рухландырылған Һүҙ итеп даими рәүештә уҡырға тейешбеҙ (2 Тим. 3:16). Шунан һуң беҙгә Мәрйәм шикелле был рухи хәҡиҡәттәрҙе күңелебеҙгә һалып, уларҙың мәғәнәһе хаҡында уйланырға кәрәк. Изге Яҙмаларҙан белгәндәребеҙ тураһында һәм Йәһүәнең кәңәштәрен нисек тағы ла яҡшыраҡ ҡулланыу тураһында тәрән уйланғанда, беҙ иманыбыҙҙы үҫтерәбеҙ.

Мәрйәмдең күңелендә һаҡланып ҡаласаҡ һүҙҙәр

18. а) Ғайса тыуғандан һуң Мәрйәм менән Йософ Муса ҡанунына буйһонғандарын нисек күрһәткән? б) Мәрйәм менән Йософтоң ҡорбаны уларҙың матди хәле тураһында нимә асыҡлай?

18 Муса ҡанунын үтәп, Мәрйәм менән Йософ, баланы һигеҙенсе көндә сөннөткә ултырталар һәм, фәрештә ҡушҡанса, уға Ғайса тигән исем бирәләр (Лука 1:31). 40-сы көндә, Мәрйәмдең таҙарыныу көндәре үткәс, улар Ғайсаны Бәйтлеһемдән 10 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан Иерусалимдағы ғибәҙәтханаға алып бара. Улар, Ҡанун буйынса ярлыларға рөхсәт ителгәнсә, йә ике урман күгәрсенен, йә ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтергәндер. Йәш һарыҡ тәкәһен килтерә алмауҙарына уңайһыҙланып торор урынына Йософ менән Мәрйәм Ҡанунды үтәп иң яҡшыһын бирергә тырыша. Ә иң мөһиме, ғибәҙәтханаға килгәс, улар рухи дәртләндереү ала (Лука 2:21—24).

19. а) Шимун Мәрйәмгә ниндәй мөһим һүҙҙәр әйтә? б) Анна, Ғайсаны күргәс, нимә эшләй?

19 Шимун исемле оло йәштәге кеше, Йософ менән Мәрйәм янына килеп, Мәрйәм өсөн мөһим һүҙҙәр әйтә. Был һүҙҙәр оҙаҡ ваҡыт дауамында Мәрйәмдең йөрәк түрендә һаҡланасаҡ. Шимунға, Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең, тип әйтелгән булған. Шулай уҡ Йәһүәнең изге рухы Шимунға бәләкәй генә Ғайсаның вәғәҙә ителгән Ҡотҡарыусы булыуын аса. Бынан тыш, Шимун Мәрйәмдең киләсәктә көслө ауыртыу хисе кисерәсәге тураһында әйтә. «Күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр», — ти ул уға (Лука 2:25—35). Тап ошо йөрәк әрнеткес һүҙҙәр утыҙ йылдан һуң Мәрйәмгә ауыр ваҡиғаларҙы кисереп сығырға көс биргәндер. Шунан һуң бәләкәй Ғайсаны оло йәштәге бер ҡатын — Анна исемле пәйғәмбәр күреп ҡала. Ул Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Ғайса хаҡында һөйләй башлай. (Лука 2:36—38-ҙе уҡы.)

Мәрйәм менән Йософ, Йәһүәнең ғибәҙәтханаһында булғанда, рухи дәртләндереү алған

20. Ни өсөн Ғайсаны ғибәҙәтханаға алып килеп, Йософ менән Мәрйәм аҡыллы эш иткән?

20 Баланы Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына килтереп, Мәрйәм менән Йософ бик аҡыллы эш иткән! Шулай итеп, улар Ғайсала бала сағынан уҡ Йәһүәнең өйөнә йөрөү ғәҙәтен үҫтергәндәр. Ғибәҙәтханала булғанда, улар нәсихәт һүҙҙәрен ишетеп рухи яҡтан нығынған, килтерә алған ҡорбандарының иң яҡшыһын килтергән. Һис шикһеҙ, ул көндө Мәрйәм, ғибәҙәтхананан киткәндә, иманының нығығанын һәм йөрәгенең рухи хәҡиҡәттәр менән тулғанын тойғандыр. Киләсәктә ул, ошоларҙың барыһы тураһында уйланып, башҡалар менән уртаҡлаша алыр.

21. Мәрйәмдеке һымаҡ беҙҙең дә иманыбыҙ нығый барһын өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

21 Бөгөн ата-әсәләрҙең Йософ менән Мәрйәмдең үрнәгенә эйәреүҙәрен күреү күп шатлыҡ килтерә. Йәһүә Шаһиттары мәсихсе йыйылыштарға үҙҙәренең балалары менән йөрөй. Был ата-әсәләр Аллаға хеҙмәт итеүҙә ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләй һәм, яғымлы һүҙҙәр әйтеп, ҡәрҙәштәренең имандарын нығытырға тырыша. Улар осрашыуҙарҙан рухи яҡтан нығынып ҡайта һәм үҙҙәрен тағы ла бәхетлерәк тоя. Улар Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән ҡиммәтле фекерҙәр менән теләп уртаҡлаша. Ундай ғаиләләр менән осрашыуҙа бергә булыу шундай рәхәт! Улар менән аралашып, беҙ Мәрйәм һымаҡ иманыбыҙҙы нығыта алырбыҙ.

^ 7 абз. Мәрйәмдең беренсе сәйәхәте ошо сәйәхәттән ни тиклем айырылып торғанына иғтибар итәйек: «Мәрйәм ашығыс рәүештә... [Әлисәбәт янына] киткән», тиелә Инжилдә (Лука 1:39). Мәрйәм ул ваҡытта йәрәшелгән, әммә кейәүгә сыҡмаған ҡатын булғанға, Йософ менән кәңәшләшмәйенсә эш итә алған. Ә кейәүгә сыҡҡас, уның хәле үҙгәргән. Хәҙер сәйәхәт итеү хаҡындағы ҡарарҙы Мәрйәм түгел, ә Йософ ҡабул иткән.

^ 10 абз. Ул ваҡыттарҙа ҡалаларҙа юлсыларға ҡуныр өсөн урын биреү ғәҙәти хәл булған.

^ 14 абз. Көтөүселәрҙең үҙ көтөүҙәре менән асыҡ һауала ҡуныуҙары Мәсихтең ғинуар айында түгел, ә октябрь айының башында тыуыуын иҫбатлай. Сөнки декабрь, ғинуар айҙарында көтөүҙе ғәҙәттә өйгә яҡыныраҡ кәртәләнгән урындарҙа тотҡандар.