Матфай яҙған 2:1—23

  • Астрологтар килә (1—12)

  • Мысырға ҡасыу (13—15)

  • Һируд малайҙарҙы үлтерә (16—18)

  • Назараға ҡайтыу (19—23)

2  Ғайса Йәһүҙиәләге Бәйтлеһемдә Һируд* батша көндәрендә тыуҙы. Күпмелер ваҡыт үткәс, Көнсығыштан Йәрүсәлимгә йондоҙсолар* килеп, былай тине:  «Йәһүдтәрҙең яңы тыуған батшаһы ҡайҙа? Беҙ Көнсығышта булғанда уның йондоҙон күрҙек һәм уға баш эйергә килдек».  Быны ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бергә бөтә Йәрүсәлим халҡы хафаға төштө.  Ул бар өлкән руханиҙарҙы һәм ҡанун белгестәрен йыйып, уларҙан Мәсихтең* ҡайҙа тыуырға тейешлеге тураһында һораны.  Улар әйтте: «Йәһүҙиәләге Бәйтлеһемдә, сөнки пәйғәмбәр былай тип яҙған:  „Һин, Йәһүҙиә ерендәге Бәйтлеһем, Йәһүҙиә хакимдары өсөн иң әһәмиәтһеҙ ҡала түгел, сөнки һинән хаким сығасаҡ. Ул халҡым Исраилға көтөүсе буласаҡ“».  Шунда Һируд йәшерен генә йондоҙсоларҙы саҡыртып алып, йондоҙҙоң теүәл ҡалҡҡан ваҡытын белеште лә  уларҙы Бәйтлеһемгә ебәреп, былай тине: «Барығыҙ, баланы эҙләп табығыҙ. Тапҡас, миңә хәбәр итегеҙ, мин дә барып, уға баш эйермен».  Батша менән һөйләшеп бөткәс, йондоҙсолар юлға сыҡты. Улар Көнсығышта күргән йондоҙ иһә уларҙың алдарынан барҙы һәм бала булған урын өҫтөндә туҡтаны. 10  Йондоҙҙоң туҡтағанын күреп, йондоҙсолар бик ҡыуанды. 11  Өйгә ингәс, улар бала менән уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе һәм тубыҡланып, балаға баш эйҙе. Шунан хазина ҡумталарынан алтын, ла́дан* һәм ми́рра* алып, уға бүләк иттеләр. 12  Әммә, төштәрендә Алланан Һируд янына бармаҫҡа тигән киҫәтеү алғанға, улар үҙ илдәренә башҡа юл менән ҡайтып китте. 13  Йондоҙсолар киткәс, Йософҡа төшөндә Йәһүә фәрештәһе күренеп, былай тине: «Тор, әсәһе менән баланы ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә әйткәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Һируд баланы табып, үлтерергә йыйына». 14  Шул уҡ төндө Йософ бала менән уның әсәһен алып, Мысырға юлланды. 15  Ул Һирудтың үлеменә тиклем шунда ҡалды. Шулай итеп Йәһүәнең пәйғәмбәр аша: «Мин улымды Мысырҙан саҡырып алдым», — тип әйткән һүҙҙәре үтәлде. 16  Һируд, йондоҙсоларҙан алданғанын аңлағас, ныҡ ярһып, Бәйтлеһемдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә малайҙарҙы үлтерергә ҡушты. (Баланың йәшен ул йондоҙсоларҙың һүҙҙәре буйынса билдәләне). 17  Шул саҡта Йәрәмиә пәйғәмбәр аша әйтелгән шундай һүҙҙәр үтәлде: 18  «Рамала илау һәм һыҡтау тауышы ишетелә. Рәхилә балалары өсөн ҡайғырып илай һәм йыуанырға теләмәй, сөнки улар инде юҡ». 19  Һируд үлгәс, Мысырҙа Йәһүә фәрештәһе Йософтоң төшөнә инеп, 20  былай тине: «Бала менән уның әсәһен ал да Исраилға ҡайт, сөнки баланы үлтерергә теләүселәр үлде инде». 21  Йософ Мәрйәм менән баланы алды ла Исраилға ҡайтты. 22  Әммә Йәһүҙиәлә Һирудтың улы Архелай идара иткәнен ишеткәс, унда барырға ҡурҡты. Өҫтәүенә, ул төшөндә Алланан киҫәтеү алды, шуға Ғәлиләйә өлкәһенә китте. 23  Унда килгәс, ул Назара ҡалаһында төпләнде. Бының менән пәйғәмбәрҙәрҙең: «Уны Назаралы* тип атарҙар», — тигән һүҙҙәре үтәлде.

Төшөрмәләр

Йәғни Бөйөк Һируд I. Һүҙлектә «Һируд» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «магтар; күрәҙәселәр».
Йәки «Һайланған заттың; Майланған заттың».
Күрәһең, «үҫенте» тигәнде аңлатҡан еврей һүҙенән килеп сыҡҡан.