Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УНЫНСЫ БҮЛЕК

Ул хаҡ ғибәҙәтте яҡлаған

Ул хаҡ ғибәҙәтте яҡлаған

1, 2. а) Израиль халҡы нимәнән интегеп йәшәй? б) Ильяс Кармил тауында ниндәй ҡаршылыҡҡа осрай?

ИЛЬЯС Кармил тауы битләүе буйлап тырмашып менеп барған халыҡ төркөмөнә ҡарап тора. Хатта таңғы шәфәҡтең тоноҡ яҡтыһында ла уларҙың фәҡирлек һәм мохтажлыҡта йәшәүе ап-асыҡ күренә. Инде өс йыл ярым дауам иткән ҡоролоҡ уларҙың тормошонда эҙ ҡалдырған.

2 Ошо халыҡ менән бергә эре генә атлап Бағалдың 450 пәйғәмбәре менеп бара. Улар Йәһүәнең пәйғәмбәре Ильясҡа әсе нәфрәт менән яна. Изәбәл батшабикә Йәһүәнең күп хеҙмәтселәрен үлтерһә лә, Ильяс әле лә Бағалға табыныуға ҡаршы ныҡ тора. Әммә уның ныҡлығы күпмегә етер? Бәлки, Бағал руханиҙары, бер генә кеше беҙҙең бөтәбеҙгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмаҫ, тип уйлайҙыр (1 Бат. 18:4, 19, 20). Тауға үҙенең арбаһына ултырып Ахаб батша ла килеп етә. Ул да Ильясты яратмай.

3, 4. а) Ни өсөн Ильяс тыуып килгән шул хәл иткес көндө ҡурҡыуға бирелә алған? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Ильяс пәйғәмбәрҙең тормошонда бындай көндөң булғаны юҡ ине әле. Кешелек тарихындағы яҡшылыҡ менән яуызлыҡ араһында булған иң көсөргәнешле ҡаршылыҡтарҙың береһе бына-бына башланырға тора. Шул көндө иртән Ильяс нимә хис иткән? «Беҙҙең кеүек үк кеше» булғанға, Ильяс ҡурҡыуҙың нимә икәнен яҡшы белгән. (Яҡуб 5:17-не уҡы.) Нисек кенә булмаһын, шуныһы шикһеҙ: Ильяс үҙен тоғролоҡһоҙ халыҡ, уларҙың мөртәт батшаһы һәм Бағалдың ҡанһыҙ руханиҙары араһында япа-яңғыҙ тойған (1 Бат. 18:22).

4 Ни өсөн Израиль бындай ауыр хәлгә төшкән? Был өҙөк беҙгә нисек ҡағыла? Әйҙә, Ильястың нисек иман күрһәтеүен һәм уның миҫалы беҙгә ниндәй файҙа килтереүен ҡарап сығайыҡ.

Оҙаҡҡа һуҙылған көрәш иң юғары нөктәһенә етә

5, 6. а) Израиль ниндәй көрәшкә йәлеп ителгән? б) Ахаб батша нисек Йәһүәне асыуландырған?

5 Ғүмеренең күп өлөшөн Ильяс үҙ халҡындағы иң яҡшы нәмәләрҙең аяҡ аҫтына һалып тапалыуын күҙәтеп торған һәм бер нәмә лә эшләй алмаған. Эйе, Израиль дауамлы көрәшкә — хаҡ дин менән ялған дин араһындағы, Йәһүә Аллаға ғибәҙәт ҡылыу менән тирә-яҡтағы халыҡтарҙың боттарына табыныу араһындағы көрәшкә йәлеп ителгән. Ильяс йәшәгән көндәрҙә был көрәш айырыуса киҫкенләшкән.

6 Ахаб батша Йәһүәне бик ныҡ асыуландырған. Ул Сидон батшаһының ҡыҙы Изәбәлгә өйләнгән. Изәбәл бар көсөнә Израиль еренән Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы юҡ итергә һәм Бағалға табыныуҙы таратырға тырышҡан. Тиҙҙән Ахаб тулыһынса уның йоғонтоһона эләккән. Ул Бағалға ғибәҙәтхана һәм ҡорбан килтереү урыны төҙөгән һәм был мәжүси илаһҡа табыныу менән үҙе етәкселек иткән (1 Бат. 16:30—33).

7. а) Ни өсөн Бағалға табыныу шул тиклем ерәнес булған? б) Ильяс көндәрендәге ҡоролоҡтоң дауамлылығына килгәндә, ни өсөн Изге Яҙмаларҙа ҡапма-ҡаршылыҡ юҡ икәнлегенә ышанып була? ( Рамканы ла ҡара.)

7 Ни өсөн Бағалға табыныу шул тиклем ерәнес булған? Был илаһҡа табыныу, Израилде аҙҙырып, күптәрҙе ысын Алланан ситләштергән. Шулай уҡ был бик сирҡаныс һәм аяуһыҙ дин булған. Бағал ғибәҙәтханаһында ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер-береһе менән фәхешлек иткән, улар ҡоторонҡо енси мөнәсәбәттәргә ингән һәм хатта балаларҙы ҡорбанға килтергән. Шуға күрә Йәһүә, Ахаб янына Ильясты ебәреп, ҡоролоҡ башланасаҡ һәм пәйғәмбәр уның ахырын иғлан иткәнсе дауам итәсәк, тигән хәбәр еткергән (1 Бат. 17:1). Ильяс яңынан Ахаб янына барып халыҡты һәм Бағалдың пәйғәмбәрҙәрен Кармил тауына йыйырға ҡушҡансы, бер нисә йыл үткән *.

Бағалға табыныуҙың төп үҙенсәлектәре ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең көндәрҙә лә киң таралған

8. Бағалға табыныу менән бәйле ваҡиғалар беҙгә нисек ҡағыла?

8 Әммә был көрәш беҙгә нисек ҡағыла? Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, Бағалға табыныу менән бәйле ваҡиғалар беҙгә бер нисек тә ҡағылмай, сөнки бөгөн Бағалдың ғибәҙәтханалары ла, уға ҡорбан килтереү урындары ла юҡ. Ләкин был ваҡиғалар боронғо тарихтың бер өлөшө генә түгел (Рим. 15:4). «Бағал» тигән һүҙ «хужа» йәки «әфәнде» тигән мәғәнә йөрөтә. Алла халҡы Йәһүәне үҙенең хужаһы, йәғни «бағалы» итеп һайларға тейеш булған (Ишағ. 54:5). Ризаһыңдыр, бөгөн кешеләр Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаға түгел, ә башҡа төрлө «хужаларға» хеҙмәт итәләр. Улар Йәһүәгә табыныу урынына аҡса, карьера, ял итеү, енси ләззәт йә башҡа күп төрлө илаһтарҙы хужа итеп һайлай (Мат. 6:24; Римдарға 6:16-ны уҡы). Бағалға табыныуҙың төп үҙенсәлектәре ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең көндәрҙә лә киң таралған. Йәһүә менән Бағал араһындағы көрәш тураһында уйланһаҡ, кемгә хеҙмәт итергә икәнде дөрөҫ һайларбыҙ.

Израилдәр ниндәй мәғәнәлә «аҡһап йөрөгән»?

9. а) Ни өсөн Кармил тауы Бағалды фашлау өсөн иң уңайлы урын булған? (Төшөрмәне лә ҡара.) б) Ильяс халыҡҡа нимә ти?

9 Кармил тауы башынан иҫ киткес матур күренеш асыла: аҫта Кишон йылғаһы үҙәне һәм Бөйөк диңгеҙ (Урта диңгеҙ) йәйрәп ята, ә төньяҡ офоҡта Ливан тауҙары ҡалҡып тора *. Әммә был хәл иткес көндә иртәнге ҡояш нурҙарында пәйғәмбәрҙең күҙ алдына ҡот осҡос күренеш килеп баҫа. Йәһүә ҡасандыр Ибраһим тоҡомдарына биргән уңдырышлы ер өҫтөнә үлем шаршауы ятҡан. Алла халҡының ахмаҡлығы арҡаһында ер көйҙөргөс ҡояш эҫеһенә сыҙамай ҡатып ярылған. Халыҡ йыйылғас, Ильяс, улар янына килеп, былай ти: «Күпме инде, ике төрлө фекер йөрөтөп, аҡһап йөрөргә була? Әгәр хаҡ Алла — Йәһүә икән, уға эйәрегеҙ, Бағал икән, уға эйәрегеҙ!» (1 Бат. 18:21)

10. Израилдәр ниндәй мәғәнәлә «ике төрлө фекер йөрөтөп, аҡһап йөрөгән», һәм улар ниндәй төп хәҡиҡәтте онотҡан?

10 Ильяс, «ике төрлө фекер йөрөтөп, аҡһап йөрөү» тураһында әйтеп, нимәне күҙ уңында тотҡан? Был кешеләргә йә Йәһүәгә, йә Бағалға табыныуҙы һайларға кәрәк булған, ә улар быны аңламаған. Улар, ерәнес йолалары менән Бағалдың да күңелен табырға һәм шул уҡ ваҡытта Йәһүә Аллаға ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип уйлаған. Моғайын, улар, Бағал баҫыуҙар һәм малдарыбыҙҙы фатихалар, ә «Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә» беҙҙе һуғышта яҡлар, тип һанаған (1 Иш. 17:45). Хәҙерге ваҡытта йәшәгән күп кешеләр һымаҡ, улар бер төп хәҡиҡәтте онотҡан: Йәһүә үҙенең данын бер кем менән дә бүлешмәй, ул йән-тән менән бирелгәнлекте талап итә һәм быға лайыҡ та. Ул башҡа төр ғибәҙәт менән ҡушылған ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡабул итмәй, ундай ғибәҙәт хатта уны хурлай! (Сығыш 20:5-те уҡы.)

11. Ильястың Кармил тауында әйткән һүҙҙәре үҙебеҙҙе ҡайһы яҡтарҙан яңынан тикшереп сығырға ярҙам итә ала?

11 «Аҡһап йөрөгән» израилдәр бер юлы ике һуҡмаҡтан барырға тырышҡан кешегә оҡшаш булған. Бөгөн дә күптәр шундай уҡ хата яһай. Башҡа төрлө «бағалдарға» һиҙҙермәй генә үҙ тормоштарына килеп инергә рөхсәт итеп, улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙы ситкә этәрәләр. Ильястың аҡһамаҫҡа өндәүенә ҡолаҡ һалыу беҙгә тормошобоҙҙа нимәгә өҫтөнлөк биреүебеҙҙе һәм Аллаға нисек ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы яңынан тикшереп сығырға ярҙам итә ала.

Хәл иткес һынау

12, 13. а) Ильяс ниндәй һынау үткәрергә тәҡдим итә? б) Беҙ Йәһүәгә Ильяс кеүек тулыһынса ышаныуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

12 Артабан Ильяс ябай ғына бер һынау үткәрергә тәҡдим итә. Бағал руханиҙары, ҡорбан килтереү урыны ҡороп, уның өҫтөнә ҡорбан һалырға һәм доға ҡылып Бағалдан ут яндырып ебәреүен һорарға тейеш. Ильяс та шуны уҡ эшләргә тейеш. «Кем ут ебәреп яуап бирһә, шул үҙенең хаҡ Алла булыуын күрһәтер», — ти ул. Ильяс кемдең хаҡ Алла икәнен яҡшы белә. Уның иманы шул хәтлем ныҡ, ул хатта Бағалдың руханиҙарына бөтөн нәмәлә өҫтөнлөк биреүҙән дә ҡурҡмай. Ильяс уларға беренсе булып ҡорбанға үгеҙ һайларға һәм Бағалға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә * (1 Бат. 18:24, 25).

13 Беҙ мөғжизәләр дәүерендә йәшәмәйбеҙ, әммә Йәһүә үҙгәрмәгән. Беҙ уға Ильяс кеүек үк тулыһынса ышана алабыҙ. Мәҫәлән, башҡалар Изге Яҙмаларҙың тәғлимәттәре менән ризалашмаһа, уларға беренсе булып фекерҙәрен әйтергә мөмкинлек биреүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Ильяс шикелле, беҙ ҙә Алла үҙе ундай кешеләргә хәҡиҡәтте асыр тип өмөтләнә алабыҙ. Беҙгә үҙебеҙгә түгел, ә «төҙәтеү» өсөн тәғәйенләнгән Алла Һүҙенә таянырға кәрәк (2 Тим. 3:16).

Ильяс Бағалға табыныуҙың мәғәнәһеҙ булыуын асыҡ күрә, ләкин ул Израиль халҡының да быны аңлауын теләй

14. Ильяс нисек Бағал пәйғәмбәрҙәренән көлә һәм ни өсөн?

14 Бағал руханиҙары, ҡорбандарын әҙерләп, илаһтарына ялбара башлай. Улар: «Бағал, беҙгә яуап бир!» — тип ҡат-ҡат ҡысҡыра. Минуттар, сәғәттәр үтә, әммә «өн дә сыҡмай, яуап биреүсе лә булмай». Төш ваҡытында Ильяс уларҙан мыҫҡыллап көлә башлай: ул, төрттөрөп, Бағал, бәлки, берәй нәмә менән мәшғүлдер, шуға яуап бирергә ваҡыты юҡтыр, ти. Ә бәлки, ул хәжәтен үтәргә киткәндер йәки йоҡлайҙыр һәм уны уятырға кәрәктер, ти Ильяс. «Бар көсөгөҙгә ҡысҡырығыҙ», — тип өндәй ул шарлатандарҙы. Ильяс Бағалға табыныуҙың мәғәнәһеҙ булыуын асыҡ күрә, ләкин ул Израиль халҡының да быны аңлауын теләй (1 Бат. 18:26, 27).

15. Бағал руханиҙары менән булған хәл нисек Йәһүәнән тыш башҡа берәүҙе хужа итеп һайлау аҡылһыҙ икәнен күрһәтә?

15 Шул саҡта Бағалдың руханиҙары, тағы ла шашынып китеп, «тамаҡ ярып ҡысҡыра һәм, тәндәренән атылып ҡан аҡҡансы, йолалары буйынса үҙҙәрен хәнйәр һәм һөңгө менән сәнскеләй башлайҙар». Ләкин барыһы ла бушҡа ғына! «Өн дә сыҡмай, яуап биреүсе лә, иғтибар итеүсе лә булмай» (1 Бат. 18:28, 29). Ысынбарлыҡта Бағал булмаған. Кешеләрҙе Йәһүәнән ситкә алып китер өсөн, уны Шайтан уйлап сығарған. Дөрөҫө шул: Йәһүәнән тыш башҡа берәүҙе хужа итеп һайлау тәрән ҡәнәғәтһеҙлеккә һәм хурлыҡҡа килтерә. (Зәбур 25:3; 115:4—8-ҙе уҡы.)

Һынауҙың һөҙөмтәһе

16. а) Ильястың Кармил тауында Йәһүәнең ҡорбан килтереү урынын яңынан төҙөүе израилдәргә, бәлки, нимәне иҫтәренә төшөргәндер? б) Ильяс Аллаға тулыһынса ышаныуын нисек күрһәтә?

16 Кискә табан Ильястың ҡорбан килтерергә сираты килеп етә. Ильяс, ун ике таш алып, Йәһүәнең ҡорбан килтереү урынын яңынан төҙөй. Уны, күрәһең, хаҡ ғибәҙәттең дошмандары емергән булған. Ун ике таш ҡулланып, Ильяс, бәлки, Израилдең ун ҡәбиләле батшалығындағы кешеләргә шуны иҫтәренә төшөргәндер: бөтөн ун ике ҡәбиләгә бирелгән Муса ҡанунын һаман да үтәргә кәрәк. Шунан ул ҡорбанды утын өҫтөнә һала һәм шулар өҫтөнә һыу ҡойорға ҡуша. Һыуҙы, моғайын, яҡындағы Урта диңгеҙҙән алып килгәндәрҙер. Ильяс хатта, ҡорбан килтереү урыны тирәләй канау ҡаҙып, уны ла һыу менән тултырырға ҡуша. Бағал пәйғәмбәрҙәренә ул иң уңайлы шарттар булдырһа, Йәһүәгә иң уңайһыҙҙарын тыуҙыра. Ул Йәһүәгә ни хәтле ныҡ ышанған! (1 Бат. 18:30—35)

Доғаһында Ильяс, Йәһүәнән израилдәрҙең «күңелдәрен яңынан үҙенә йүнәлтеүен» үтенеп, улар хаҡында ҡайғыртыуын күрһәтә

17. Ильястың доғаһынан нисек тормошта уның нимәгә өҫтөнлөк биреүе күренә, һәм был яҡтан беҙ унан нисек үрнәк ала алабыҙ?

17 Барыһы әҙер булғас, Ильяс доға ҡыла. Тәьҫирле, әммә ябай доғаһынан уның тормошта нимәгә өҫтөнлөк биреүе асыҡ күренеп тора. Беренсенән, Ильяс бөтәһенең дә «Израиль Аллаһы» Бағал түгел, ә Йәһүә икәнен белеүен теләй. Икенсенән, уның шуны күрһәткеһе килә: Алла ғына бөтә данға һәм хөрмәткә лайыҡ, ә ул — уның хеҙмәтсеһе генә. Доғаһының аҙағында ул, Йәһүәнән израилдәрҙең «күңелдәрен яңынан үҙенә йүнәлтеүен» үтенеп, улар хаҡында ҡайғыртыуын күрһәтә (1 Бат. 18:36, 37). Ильяс, уларҙың тоғролоҡһоҙлоғо арҡаһында күп ғазап күрһә лә, барыбер уларҙы ярата. Беҙҙең доғаларыбыҙҙа Алланың исеменә шундай уҡ мөнәсәбәт, баҫалҡылыҡ һәм ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ҡарата йәлләү тойғоһо сағыламы?

18, 19. а) Йәһүә Ильястың доғаһына нисек яуап бирә? б) Ильяс халыҡҡа нимә эшләргә ҡуша, һәм ни өсөн Бағал руханиҙары мәрхәмәткә лайыҡ түгел?

18 Ильяс доға ҡылғанға тиклем кешеләр, бәлки, Йәһүә Бағалдан бер нәмә менән айырылып тормай, тип уйлағандыр. Ләкин доғанан һуң барыһы ла асыҡлана. Изге Яҙмаларҙа: «Шунда Йәһүәнән ут төшөп, яндырыу ҡорбанын, утынды, таштарҙы, тупраҡты йотто һәм канауҙағы һыуҙы ялмап алды», — тиелә (1 Бат. 18:38). Таң ҡалдырырлыҡ яуап! Кешеләргә был нисек тәьҫир итә?

«Шунда Йәһүәнән ут төштө»

19 Бөтәһе лә: «Йәһүә — хаҡ Алла! Йәһүә — хаҡ Алла!» — тип ҡысҡыра башлай (1 Бат. 18:39). Ниһайәт, уларҙың күҙҙәре асыла! Шулай ҙа, халыҡ иман күрһәтә башланы, тип әйтеп булмай әле. Улар доғаға яуап итеп күктән ут төшөүен күргәнгә генә Йәһүәнең хаҡ Алла икәнен таный, әммә был уларҙың ысын иманға эйә булғанын аңлатмай. Шуға күрә Ильяс уларға имандарын эштәр менән раҫларға ҡуша. Ул израилдәрҙән бығаса инде күп йылдар үтәргә тейеш булған бурыстарын үтәүҙе — Йәһүә ҡанунына буйһоноуҙарын талап итә. Ҡанун буйынса, ялған пәйғәмбәрҙәр һәм боттарға табыныусылар үлтерелергә тейеш (Ҡан. 13:5—9). Бағал руханиҙары — Йәһүә Алланың күптәнге дошмандары, улар белә тороп уның ихтыярына ҡаршы килә. Улар мәрхәмәткә лайыҡмы? Ә улар үҙҙәре Бағалға ҡорбан итеп тереләй яндырылған ғәйепһеҙ балаларға мәрхәмәт күрһәткәнме? (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:13-тө уҡы; Ирем. 19:5.) Бында мәрхәмәт хаҡында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел! Шунлыҡтан Ильяс уларҙы үлтерергә ҡуша, һәм уларҙың береһе лә иҫән ҡалмай (1 Бат. 18:40).

20. Ни өсөн Изге Яҙмалар тәнҡитселәренең Бағал руханиҙарын үлтереү менән бәйле шиктәре нигеҙһеҙ?

20 Беҙҙең көндәрҙәге Изге Яҙмалар тәнҡитселәре, Кармил тауында үткәрелгән һынауҙың һөҙөмтәһе шик тыуҙыра, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр, дини фанатиктар ошо өҙөккә нигеҙләнеп башҡа диндәр менән иҫәпләшмәүҙәрен һәм көс ҡулланыуҙарын аҡларға мөмкин, тип ҡурҡа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ундай дини фанатиктар күп. Ләкин Ильяс фанатик булмаған. Йәһүә исеменән эш итеп, ул ғәҙел хөкөм иткән. Өҫтәүенә, ысын мәсихселәр үҙҙәренең, Ильяс кеүек эш итеп, яуыздарға ҡаршы ҡылыс күтәрергә хаҡы юҡ икәнен аңлай. Киреһенсә, улар Ғайса бөтә шәкерттәренә биргән принцип буйынса эш итә. Был принцип уның Петерға: «Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр!» — тип әйткән һүҙҙәрендә яңғырай (Мат. 26:52). Йәһүә үҙенең киләсәктәге хөкөмдәрен үтәүҙе Улына тапшырған.

21. Ильястың үрнәге бөгөнгө мәсихселәргә нисек ярҙам итә?

21 Ысын мәсихселәр иман буйынса йәшәргә тейеш (Яхъя 3:16). Был яҡтан улар Аллаға Ильяс кеүек тоғро булған кешеләрҙән өлгө ала алалар. Ул Йәһүәгә генә ғибәҙәт ҡылған һәм башҡаларҙы ла шулай эшләргә өндәгән. Ул Шайтандың кешеләрҙе Алланан ситкә алып китер өсөн ҡулланған дини ялғанын ҡурҡмайынса фашлаған һәм үҙенең һәләттәренә таяныу урынына Йәһүәгә өмөтләнеп йәшәгән. Ильяс хаҡ ғибәҙәтте яҡлаған. Әйҙәгеҙ, һәр беребеҙ унан үрнәк алайыҡ!

^ 9 абз. Кармил тауы ғәҙәттә ҡуйы йәшеллек менән ҡапланған булған, сөнки уның битләүҙәрен диңгеҙҙән иҫкән дымлы елдәр һуғарған. Бында ямғырҙар йыш яуған һәм мул ысыҡ төшкән. Бағал ямғырҙар илаһы тип һаналғанға, кешеләр уға табыныр өсөн, күрәһең, тап ошо тауға йыйылған. Шуға күрә уңдырышһыҙ, ҡатып бөткән тупраҡлы Кармил тауы Бағалды фашлау өсөн иң уңайлы урын булған.

^ 12 абз. Ильястың уларға, ҡорбанға «ут төртмәгеҙ», тип әйтеүе иғтибарға лайыҡ. Ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, боттарға табыныусылар ҡай саҡ ҡорбан килтереү урындарының төбөнә йәшерен рәүештә ут һалған, ә аҙаҡ кешеләрҙе ут мөғжизәле рәүештә янып китте тип алдаған.