Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Ул һынауҙарҙа тоғро булған

Ул һынауҙарҙа тоғро булған

1, 2. Ғайса Капернаумда өйрәткәндә, Петер, күрәһең, нимәгә өмөтләнә, әммә ысынында нимә була?

ПЕТЕР Капернаумдағы синагогаға Ғайсаны тыңлар өсөн йыйылған кешеләрҙең йөҙҙәренә борсолоп ҡарап тора. Петер үҙе ошо ҡалала йәшәй. Бында, Галилея диңгеҙенең төньяҡ ярында, ул балыҡ тотоу менән шөғөлләнә. Капернаумда уның күп кенә дуҫтары, туғандары һәм хеҙмәттәштәре йәшәй. Петер, моғайын, ҡалала йәшәүселәр уның кеүек үк, Ғайсаны Мәсих итеп танып, иң бөйөк уҡытыусынан Алла Батшалығы хаҡында белергә шат булыр, тип өмөтләнәлер. Әммә уның өмөттәре аҡланмай.

2 Ғайсаның һүҙҙәрен ишеткәс, кешеләр шау-шыу килә башлай. Улар, ризаһыҙлыҡ белдереп, зарлана һәм асыулана. Улай ғына ла түгел, хатта Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәре лә үҙҙәрен шулай тота! Ошо хәл Петерҙы айырыуса борсоуға һала. Шәкерттәрҙең йөҙҙәре шатлыҡтан инде балҡып тормай, Ғайсаның хәҡиҡәттәре уларҙы башҡа һөйөндөрмәй. Хәҙер уларҙың һөмһөрө ҡойолған, асыуы ҡабарған. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ, тип ҡысҡыра. Ғайсаны бүтән тыңларға теләмәйенсә, улар синагоганан сығып китә һәм бынан ары уның артынан эйәрмәй. (Яхъя 6:60, 66-ны уҡы.)

3. Петерҙың иманы уға ҡайһы яҡтан күп тапҡыр ярҙам иткән?

3 Был Петер өсөн дә, башҡа илселәр өсөн дә ауыр ваҡыт булған. Петер үҙе лә Ғайсаның шул көндө әйткән фекерҙәрен тулыһынса аңлап бөтөрмәгән. Ысынлап та, Ғайсаның һүҙҙәрен тура мәғәнәлә аңлаһаң, улар ҡот осҡос булып тойолорға мөмкин. Әммә Петер нимә эшләр? Остазына ҡарата тоғролоғон һынаған был осраҡ тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел. Петерҙың иманы уға һынауҙар ваҡытында тоғро булып ҡалырға нисек ярҙам иткән? Әйҙә, быны ҡарап сығайыҡ.

Башҡалар тоғролоҡтарын һаҡламаһа ла, тоғро булып ҡала

4, 5. Кешеләр Ғайсанан нимә көтә, әммә ул нимә эшләй?

4 Ғайсаның эштәре һәм әйткәндәре Петерҙы йыш ҡына ғәжәпкә һала. Кешеләр Ғайсаның бер төрлө эш итеүен көткәндә, ул ҡайһы саҡта бөтөнләй башҡаса эш итә. Бер көн генә алдараҡ, Ғайса мөғжизәле рәүештә меңләгән кешене ашатҡас, улар уны батша итеп ҡуйырға ниәтләй. Әммә күптәрҙе аптырашта ҡалдырып, Ғайса кешеләр янынан китә лә илселәренә, кәмәгә ултырып, Капернаумға ҡарай йөҙөргә ҡуша. Шәкерттәре төнө буйы Галилея диңгеҙе буйлап йөҙгәндә, Ғайса ҡабат уларҙы таң ҡалдыра: ул, тулҡындар өҫтөнән атлап, яндарына килә һәм Петерға иманға ҡағылышлы мөһим һабаҡ бирә.

5 Иртән шәкерттәр халыҡ төркөмөн күреп ҡала. Был кешеләр, кәмәләргә ултырып, Ғайсаны эҙләп килгән. Улар, күрәһең, өйрәнеү өсөн түгел, ә йәнә ашап алырға өмөтләнеп килеп еткән. Ғайса уларҙы фәҡәт үҙ файҙаһын ҡайғыртып ҡына артынан эйәреүҙәре өсөн хөкөм итә (Яхъя 6:25—27). Ул Капернаумдағы синагогала халыҡты артабан өйрәтә. Унда Ғайса кешеләрҙе яңынан мөһим, ләкин шаҡ ҡатырғыс хәҡиҡәткә өйрәтә.

6. Ғайса ниндәй миҫал килтерә, һәм уның тыңлаусылары быға нисек ҡарай?

6 Ғайса кешеләрҙең үҙен физик ризыҡ биреүсе кеүек кенә ҡабул итеүҙәрен теләмәй. Ул уларҙың шуны аңлауын теләй: Алла Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итеүселәргә һәм уның үрнәгенә эйәреүселәргә генә мәңгелек тормош бирәсәк. Шунлыҡтан ул үҙен манна — Муса көндәрендә күктән төшкән икмәк менән сағыштыра. Ҡайһы берәүҙәр ризаһыҙлыҡ белдергәс, ул тағы ла сағыуыраҡ миҫал килтерә: тормошҡа эйә булыр өсөн, уның ҡанын эсергә һәм тәнен ашарға кәрәк. Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән халыҡ ярһып китеп: «Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел!» — тип ҡысҡырыша. Бынан һуң Ғайсаның күп кенә шәкерттәре уның менән бергә йөрөмәҫкә була * (Яхъя 6:48—60, 66).

7, 8. а) Петер Ғайсаның ниндәй ролен әле аңламай? б) Петер Ғайсаның һорауына нисек яуап бирә?

7 Петер нимә эшләр? Күрәһең, Ғайсаның һүҙҙәре уны ла аптырашта ҡалдыра. Ул Ғайсаның Алла ихтыярын үтәр өсөн үлергә тейешлеген һаман да аңламай. Шул саҡта Петерҙың, форсаттан файҙаланып, башҡа шәкерттәр менән бергә китергә уйы тыуғанмы? Юҡ, ул Ғайсаны ташлап киткән шәкерттәрҙән мөһим бер сифат менән айырылып торған. Нимә менән?

8 Ғайса ун ике илсеһенән: «Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?» — тип һорай (Яхъя 6:67). Һорау уларҙың бөтәһенә лә ҡағылһа ла, яуапты Петер бирә. Ул, күрәһең, илселәрҙең иң олоһо булғанға, йыш ҡына бөтә илселәр исеменән яуап бирә. Өҫтәүенә, ул алсаҡ, тура һүҙле һәм үҙ фекерен белдерергә оялмаған кеше була. Был осраҡта Петер хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ ғәжәп матур һүҙҙәр әйтә: «Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит» (Яхъя 6:68).

9. Петер Ғайсаға тоғро булыуын нисек күрһәткән?

9 Ысынлап та, күңелде ҡуҙғатырлыҡ һүҙҙәр! Петер Ғайсаға иман иткән һәм был уға бик мөһим сифатты — тоғролоҡто үҫтерергә ярҙам иткән. Ул шуны асыҡ аңлаған: Ғайса — Йәһүә тарафынан ебәрелгән берҙән-бер Ҡотҡарыусы, һәм ҡотҡарылыр өсөн Ғайсаның Алла Батшалығы тураһындағы өйрәтеүҙәренә иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡайһы бер нәмәләрҙе аңлап бөтөрмәһә лә, Петер шуны яҡшы белгән: Алланың илтифатын һәм мәңгелек тормош килтерәсәк фатихаларҙы башҡа бер ерҙә лә табып булмай.

Ғайсаның тәғлимәттәрен аңлап бөтөрмәһәк тә, йә улар ҡараштарыбыҙға тура килмәһә лә, беҙгә уларға тоғро булырға кәрәк

10. Петерҙың тоғролоғон өлгө итеп алыр өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

10 Һин шундай уҡ фекерҙәме? Бөгөн күптәр, Ғайсаны яратабыҙ, тиһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тоғролоҡ һаҡламай. Ғайсаға тоғро булыр өсөн, беҙ, Петер һымаҡ, Ғайсаның тәғлимәттәрен ҡәҙерләргә тейеш. Бәлки, ҡайһы саҡта беҙ уларҙы аңлап бөтөрмәйбеҙҙер, йә улар ҡараштарыбыҙға тура килмәйҙер, әммә шуға ҡарамаҫтан беҙгә Мәсихтең тәғлимәттәрен өйрәнергә, уларҙың мәғәнәләренә төшөнөргә һәм улар буйынса йәшәргә кәрәк. Ғайсаға тоғролоҡ һаҡлап ҡына, беҙ ул вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа эйә була алырбыҙ. (Зәбур 97:10-ды уҡы.)

Төҙәткәндә тоғро булып ҡалған

11. Ғайса үҙ шәкерттәрен ҡайҙа алып бара? (Төшөрмәне лә ҡара.)

11 Тиҙҙән Ғайса илселәре һәм башҡа шәкерттәре менән төньяҡҡа табан юллана. Унда, Вәғәҙә ителгән ерҙең төньяҡ сигендә, Ермон тауы урынлашҡан. Ҡар менән ҡапланған шул тауҙың түбәһе ҡайһы саҡта хатта Галилея диңгеҙенән дә күренеп тора. Улар Филипп Кесарияһының тирә-яғына һибелгән ауылдар аша үтә. Тауға яҡынлашҡан һайын, тау уларға тағы ла бейегерәк булып күренә *. Шул ғәжәп матур урындарҙан Вәғәҙә ителгән ерҙең көньяғына иҫ киткес күренеш асыла. Шунда Ғайса шәкерттәренә бер мөһим һорау бирә.

12, 13. а) Ни өсөн Ғайса кешеләрҙең үҙе хаҡында нимә уйлауын белергә теләй? б) Петерҙың яуабында уның ысын иманы нисек сағылған?

12 «Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй?» — тип һорай Ғайса. Шул ваҡытта Петерҙың үҙ Остазына төбәлеп ҡарағанын күҙ алдыңа килтер. Ғайсаның тәрән ҡарашында игелек һәм аҡыллылыҡ сағыла. Ғайса шуны белергә теләй: уның һүҙҙәрен ишеткән һәм мөғжизәләрен күргән кешеләр уның хаҡында нимә уйлай. Шәкерттәр киң таралған төрлө хаталы ҡараштарҙың ҡайһы берҙәрен һөйләп бирә. Әммә Ғайсаның күберәк белгеһе килә: уның шәкерттәре лә шундай уҡ хаталы ҡарашта тормаймы? Шуға күрә Ғайса былай ти: «Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?» (Лука 9:18—20).

13 Петер ҡабат беренсе булып яуап бирә. Ул, күптәрҙең күңелендә булғанды белдереп, асыҡ итеп һәм бер ҙә шикләнмәйенсә: «Һин — Мәсих, мәңге тере Алланың Улы», — тип әйтә. Күҙ алдыңа килтер: Ғайса Мәсих, хуплауын белдереп, Петерға йылмая һәм, йылы һүҙҙәр әйтеп, уны маҡтай. Ул Петерға шуны иҫкәртә: был мөһим хәҡиҡәтте уға берәй кеше түгел, ә Йәһүә Алла асҡан; Йәһүә был хәҡиҡәтте ысын иман күрһәткән кешеләргә генә аса. Петер әле генә бик әһәмиәтле хәҡиҡәттәрҙең береһен — оҙаҡ көтөп алынған Мәсихтең кем булыуын аңлаған. (Матфей 16:15—17-не уҡы.)

14. Ғайса Петерға ниндәй яуаплы вазифалар тапшыра?

14 Боронғо пәйғәмбәрлектәрҙә төҙөүселәр кире ҡаҡҡан таш тураһында әйтелгән булған. Был таш — Мәсих (Зәб. 118:22; Лука 20:17). Ғайса, шул һәм башҡа пәйғәмбәрлектәрҙе күҙ уңында тотоп, Йәһүә, образлы әйткәндә, шул ташта, йәғни ҡаяла йыйылыш төҙөйәсәк, ти. Шунан Ғайса шул йыйылыштағы бик мөһим яуаплы вазифаларҙы Петерға тапшыра. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайса Петерҙы башҡа илселәрҙән өҫтөнөрәк ҡуйған, тип иҫәпләй. Әммә ысынбарлыҡта Петерға яуаплы эш бирелә: «Күктәр Батшалығының асҡыстары» тапшырыла (Мат. 16:18, 19). Был асҡыстар ярҙамында Петер өс төркөм кешеләренә — йәһүдтәргә, самариялыларға һәм башҡа халыҡ кешеләренә — Алла Батшалығына юл асырға тейеш булған.

15. Ниндәй һүҙҙәр әйтеп Петер Ғайсаны шелтәләй һәм ни өсөн?

15 Һуңыраҡ Ғайса: «Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер», — тип әйткән. Был һүҙҙәр Петерға ла ҡағылған (Лука 12:48). Ғайса үҙ шәкерттәренә Мәсих хаҡындағы мөһим хәҡиҡәттәрҙе асыҡлауын дауам итә һәм үҙенең Иерусалимда ғазап сигеп үлтерелергә тейешлеге тураһында әйтә. Ундай һүҙҙәрҙе ишеткәс, Петер борсоуға төшә. Ул Ғайсаны ситкәрәк алып китә лә, ризаһыҙлыҡ белдереп: «Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!» — ти (Мат. 16:21, 22).

16. Ғайса Петерҙы нисек төҙәтә, һәм уның һүҙҙәренән беҙ үҙебеҙ өсөн ниндәй фәһем алабыҙ?

16 Әлбиттә, Петер был һүҙҙәрҙе иң яҡшы ниәттәрҙән сығып әйткән, шуға күрә Ғайсаның яуабы уға көтөлмәгән булып тойолғандыр. Ғайса Петерҙан ситкә борола ла, күрәһең, тап шундай уҡ фекерҙә булған башҡа шәкерттәргә ҡарап: «Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке», — ти (Мат. 16:23; Марк 8:32, 33). Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙең өсөн дә фәһемле. Кеше тәбиғәтенә хас булған фекер йөрөтөүгә бирелеү бик еңел. Әгәр ҙә ундай уйҙарға бирелһәк, ниәттәребеҙ саф булһа ла, беҙ үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан кешене Аллаға түгел, ә Шайтанға шатлыҡ килтергән эшкә этәрергә мөмкин. Ә хәҙер, Петерҙың ниндәй тойғолар кисергәнен беләйек.

17. Петерға: «Кит янымдан, Иблис!» — тиеп, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?

17 Ғайса Петерҙы яуыз Шайтан Иблискә тиңләргә теләмәгән, һәм Петер, күрәһең, быны белгән. Ғайса Шайтанды кире ҡаҡҡан (Мат. 4:10). Петерҙы иһә ул кире ҡаҡмаған, ул үҙ илсеһенең күп яҡшы яҡтарын күргән һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен төҙәтергә теләгән. Петерға шуны аңларға кәрәк булған: Остазының юлында кәртә булып тороу урынына ул, Ғайса артынан эйәреп, уның тоғро шәкерте булырға тейеш булған.

Бирелгән кәңәштәрҙе баҫалҡылыҡ менән ҡабул итһәк кенә, беҙ Ғайса Мәсихкә һәм уның Атаһы Йәһүә Аллаға яҡынлашырбыҙ

18. Петер тоғро булыуын нисек күрһәткән, һәм беҙ уның үрнәгенә нисек эйәрә алабыҙ?

18 Петер бәхәсләшеп торғанмы? Ул асыуланғанмы? Ә, бәлки, ул үпкәләгәндер? Юҡ. Ул төҙәтеү һүҙҙәрен баҫалҡы ғына ҡабул иткән. Шулай итеп ул ҡабат тоғро булыуын күрһәткән. Мәсихселәрҙең һәр береһе ваҡыт-ваҡыт төҙәтеүгә мохтаж. Бирелгән кәңәштәрҙе баҫалҡылыҡ менән ҡабул итһәк кенә һәм уларҙан үҙебеҙгә һабаҡ алһаҡ ҡына, беҙ Ғайса Мәсихкә һәм уның Атаһы Йәһүә Аллаға яҡынлашырбыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:13-тө уҡы.)

Төҙәтеүҙе ҡабул итергә кәрәк булғанда ла, Петер тоғро булып ҡалған

Тоғро булыуы өсөн бүләкләнә

19. Ғайса, шәкерттәрен шаҡ ҡатырып, нимә әйтә, һәм Петер нимә тип уйлағандыр?

19 Тиҙҙән Ғайса, үҙ шәкерттәрен ҡабат шаҡ ҡатырып: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ», — ти (Мат. 16:28). Һис шикһеҙ, был һүҙҙәр Петерҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Ғайса нимә әйтергә теләй? Бәлки, Петер, мине күптән түгел генә шелтәләнеләр, шуға мин ундай хөрмәткә эйә булмаҫмын инде, тип уйлап ҡуйғандыр.

20, 21. а) Петер күргән күренеште тасуирлап бир. б) Ғайса менән пәйғәмбәрҙәр араһындағы һөйләшеү Петерға үҙ хатаһын аңларға нисек ярҙам итә?

20 Бер аҙна самаһы үткәс, Ғайса Яҡуп, Яхъя һәм Петерҙы ала ла «бейек тауға менә». Был 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ермон тауы булғандыр. Күрәһең, улар тауға төнөн генә менеп етә, сөнки, Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, өс шәкертте лә инде йоҡо баҫа башлай. Әммә Ғайса доға ҡылған ваҡытта булған бер хәл арҡаһында уларҙың йоҡолары ҡаса (Мат. 17:1; Лука 9:28, 29, 32).

21 Шәкерттәр алдында Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәрә башлай. Уның йөҙө ҡояштай балҡый, ә кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инә. Ҡапыл Ғайса янында ике «кеше» пәйҙә була: береһе — Муса, ә икенсеһе — Ильяс пәйғәмбәр. Улар Ғайса менән «Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе» тураһында һөйләшә. Һүҙ, күрәһең, уның үлеме һәм терелеүе хаҡында бара. Бына хәҙер Петерға барыһы асыҡланды. Ғайсаның ғазап сигергә һәм үлергә тейешлегенә ҡаршы төшөп, ни ҡәҙәр яңылышҡан ул! (Лука 9:30, 31)

22, 23. а) Петер үҙенең ашҡыныусан һәм игелекле булыуын нисек күрһәтә? б) Петер, Яҡуп һәм Яхъяға шул төндә тағы ниндәй хөрмәт күрһәтелә?

22 Петер был мөғжизәле күренеште вайымһыҙ ғына күҙәтеп тора алмай. Ул хатта был күренештең дауам ителеүен теләй. Муса менән Ильястың Ғайсаны ҡалдырып китергә йыйыныуын күреп, Петер былай ти: «Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа». Эйе, был күренеш кенә, һәм, әлбиттә, Йәһүәнең күптән инде үлгән был ике пәйғәмбәренә сатырҙар кәрәк түгел. Петер ысынында ни әйткәнен аңламай. Әммә уның игелек эшләргә ашҡынып тороуы әллә күңелебеҙҙе яуламаймы? (Лука 9:33)

Яҡуп менән Яхъя һымаҡ, Петер ҙа, ҙур хөрмәткә эйә булып, ғәжәп күренеш күргән

23 Петер, Яҡуп һәм Яхъяға шул төндө тағы бер тапҡыр хөрмәт күрһәтелә. Кинәт болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап ала. Шунда болот эсенән Йәһүә Алланың тауышы яңғырай! Ул: «Был Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ!» — ти. Шуның менән күренеш тамамлана, һәм шәкерттәр тауҙа Ғайса менән генә тороп ҡала (Лука 9:34—36).

24. а) Күренеш Петерға ниндәй файҙа килтергән? б) Күренеш беҙгә ҡайһы яҡтан файҙа килтерә ала?

24 Шул төндәге күренеш Петер өсөн ысын бүләк булған! Бер нисә тиҫтә йыл үткәс, Петер, үҙенә күрһәтелгән хөрмәт тураһында яҙғанда, Ғайсаны Батша даны балҡышында «үҙ күҙҙәре менән күргәне» хаҡында әйткән. Был күренеш Алла Һүҙендәге күп пәйғәмбәрлектәрҙе раҫлаған һәм Петерҙың иманын нығытҡан. Ныҡ иман иһә уға күп һынауҙарҙы кисереп сығырға ярҙам иткән. (2 Петр 1:16—19-ҙы уҡы.) Был күренеш беҙҙең өсөн дә бүләк, тип әйтеп була, сөнки ул Ғайса һәм Алла Батшалығы хаҡындағы пәйғәмбәрлектәргә иманыбыҙҙы нығыта. Әгәр беҙ Хужабыҙға тоғро ҡалһаҡ, унан өйрәнһәк, уның төҙәтеүен һәм кәңәштәрен ҡабул итһәк һәм, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, көн һайын уның артынан эйәрһәк, Батшалыҡ фатихаларын һис шикһеҙ күрербеҙ!

^ 6 абз. Кешеләрҙең үҙгәреүсән холоҡло булыуын күреп була. Ни бары бер көн генә элек халыҡ Ғайсаны Алланың пәйғәмбәре тип иғлан иткән ине, ә хәҙер, Ғайсаның һүҙҙәрен ишеткәс, үҙҙәрен бөтөнләй башҡаса тота (Яхъя 6:14).

^ 11 абз. Галилея диңгеҙендәге һыу кимәле диңгеҙ кимәленән 210 метрға түбәнерәк. Шул урындан Ғайса үҙ шәкерттәре менән диңгеҙ кимәленән 350 метр бейеклектә урынлашҡан ергә йүнәлә. Уларҙың 50 саҡрымдай юлдары ғәжәп матур урындар аша үтә.