Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

«Һин ҡайҙа барһаң, мин шунда барырмын»

«Һин ҡайҙа барһаң, мин шунда барырмын»

1, 2. а) Рут менән Нәғмиәнең юлын һәм уларҙың ниндәй ҡайғы кисереүен тасуирлап бир. б) Ни өсөн Рут билдәһеҙлеккә юл тота тип әйтеп була?

РУТ менән Нәғмиә көслө елдәр иҫкән бейек Муав тигеҙлектәрен киҫеп үткән юл буйлап бара. Улар был икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрҙә бер үҙҙәре генә бик бәләкәс булып күренә. Күҙ алдыңа килтер, Рут киске күләгәләрҙең оҙоная барғанын күреп ҡала, шунан, ҡәйнәһенә ҡарап, ҡуныр урын эҙләргә ваҡыт етмәнеме икән, тип уйлай. Ул Нәғмиәне бик ныҡ ярата һәм уның хаҡында ҡайғыртыр өсөн көсөнән килгәндең барыһын да эшләргә әҙер.

2 Яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы уларҙың һәр береһенең йөрәгенә таш булып ята. Инде күп йылдар элек тол ҡалған Нәғмиә хәҙер ике улы Махлон менән Килйондың да ваҡытһыҙ вафат булыуына ҡайғыра. Килене Руттың да йөрәге һыҡрана, сөнки Махлон уның ире ине. Ул ҡәйнәһе Нәғмиә менән Израилдәге Бәйтлеһем ҡалаһына йүнәлә. Ләкин Нәғмиә тыуған яғына ҡайтһа, Рут билдәһеҙлеккә юл тота. Ул үҙенең туғандары, тыуған ере, халҡының йолалары һәм илаһтарынан торған һайын алыҫлаша бара. (Рут 1:3—6-ны уҡы.)

3. Руттың иманын өлгө итеп алыр өсөн ниндәй һорауҙарға яуап табырға кәрәк?

3 Был йәш ҡатынды шундай киҫкен үҙгәреш яһарға нимә дәртләндергән? Уға, яңы тормош башлап, Нәғмиә тураһында ҡайғыртыр өсөн ҡайҙан көс табырға? Ошо һорауҙарға яуап табып, беҙ муавлы Руттан күп нәмәгә өйрәнә алырбыҙ. («Бәләкәй күләмле гүзәл әҫәр» тигән рамканы ла ҡара.) Әйҙә, тәүҙә был ике ҡатындың ни өсөн Бәйтлеһемгә ҡарай оҙон юлға сыҡҡанын беләйек.

Ғаиләгә ҡайғы килә

4, 5. а) Ни өсөн Нәғмиәнең ғаиләһе Муавҡа күсенгән? б) Муавта Нәғмиә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

4 Рут Үле диңгеҙҙән көнсығышта ятҡан бәләкәй генә Муав илендә тыуып үҫкән. Был ил күбеһенсә тәрән тарлауыҡтар киҫеп үткән һирәк урманлы таулыҡтарҙан торған. Хатта Израилдә аслыҡ булған ваҡыттарҙа ла «Муав ерҙәрендә», ғәҙәттә, мул уңыш йыйғандар. Тап шул аслыҡ арҡаһында Рут Махлон һәм уның ғаиләһе менән танышҡан да инде (Рут 1:1).

5 Израилдә аслыҡ башланғас, Нәғмиәнең ире Илимәлик, тыуған ерен ҡалдырып, ҡатыны һәм ике улы менән Муавҡа күсенергә мәжбүр булған. Был күсенеү, моғайын, ғаиләнең һәр ағзаһының иманын һынағандыр, сөнки израилдәргә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәһүә билдәләгән изге урынға даими йөрөргә кәрәк булған (Ҡан. 16:16, 17). Әммә Нәғмиә иманын ныҡ килеш һаҡлап ҡала алған. Шулай ҙа, ире үлгәс, ул ҡайғыға батҡан (Рут 1:2, 3).

6, 7. а) Ни өсөн Нәғмиә, улдары Муав ҡыҙҙарына өйләнгәс, борсола алған? б) Ни өсөн Нәғмиәнең килендәре менән мөғәмәлә итеүе маҡтауға лайыҡ?

6 Аҙағыраҡ улдарының Муав ҡыҙҙарына өйләнеүе лә Нәғмиәне, күрәһең, ҡайғыға һалғандыр (Рут 1:4). Ул үҙ халҡының ата-бабаһы Ибраһимдың улы Исхаҡҡа Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған кешеләр араһынан ҡатын табыр өсөн бик күп тырышлыҡ һалғанын белгән (Баш. 24:3, 4). Һуңыраҡ Муса ҡануны израилдәргә башҡа халыҡ кешеләре менән никахҡа инеүҙе тыйған, сөнки ул кешеләр израилдәрҙе боттарға табыныуға этәрә алған (Ҡан. 7:3, 4).

7 Шулай ҙа Махлон менән Килйон Муав ҡыҙҙарына өйләнгән. Бының арҡаһында борсолоп, күңеле ҡайтҡан булһа ла, Нәғмиә, моғайын, килендәре Өрпә менән Рутҡа ҡарата ысын яратыу һәм игелек күрһәтергә тырышҡандыр. Бәлки, ул килендәренең дә бер ваҡыт Йәһүәгә ғибәҙәт ҡыла башлауына өмөтләнгәндер. Һәр хәлдә Рут та, Өрпә лә Нәғмиәне бик ныҡ яратҡан. Бындай йылы мөнәсәбәттәр уларға баштарына төшкән ҡайғыны кисереп сығырға ярҙам иткән. Нәғмиәнең килендәре икеһе лә тол ҡалған һәм уларҙың балалары булмаған (Рут 1:5).

8. Рутты Йәһүәгә, күрәһең, нимә йәлеп иткән?

8 Руттың дине уға ҡайғыһын кисереп сығырға ярҙам иткәнме? Моғайын, юҡтыр. Муавлылар күп илаһтарға табынған, шул илаһтарҙың иң юғары дәрәжәлеһе Кемош исемле булған (Һан. 21:29). Күрәһең, муавлылар диненә ул осорҙа киң таралған ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ хас булған, мәҫәлән, улар балаларҙы ҡорбанға килтергән. Махлон менән Нәғмиә Рутҡа Израиль халҡының яратыусы һәм мәрхәмәтле Аллаһы Йәһүә тураһында күп һөйләгәндер. Һис шикһеҙ, был белем быға тиклем Рут күнеккән нәмәләрҙән бик ныҡ айырылып торған һәм уға көслө йоғонто яһаған. Йәһүә бит кешеләр менән ҡурҡытып түгел, ә яратыу күрһәтеп идара итә. (Ҡанун 6:5-те уҡы.) Ҡайғы килгәс, Рут, моғайын, Нәғмиәгә тағы ла яҡыныраҡ булып киткәндер һәм ҡәйнәһенең Сикһеҙ Ҡөҙрәтле Йәһүә Алла, уның иҫ киткес эштәре, үҙ халҡына күрһәткән яратыуы һәм мәрхәмәте тураһында һөйләгәнен бик теләп тыңлағандыр.

Ҡайғы-хәсрәт кисергәндә Нәғмиәгә яҡынлашып, Рут аҡыллы эш иткән

9—11. а) Нәғмиә, Рут һәм Өрпә ниндәй ҡарар ҡабул иткән? б) Беҙ улар тураһындағы хәбәрҙән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

9 Нәғмиә иһә түҙемһеҙлек менән тыуған яҡтарынан яңылыҡтар көткән. Бер көндө ул, күрәһең, сәйәхәт иткән сәүҙәгәрҙән, Израилдә аслыҡ бөтөүе хаҡында ишеткән. Йәһүә үҙ халҡына иғтибар иткән. Бәйтлеһем ҡалаһының исеме — «икмәк йорто» — ҡабат есеменә тура килә башлаған. Шуға ла Нәғмиә кире тыуған еренә ҡайтырға булған (Рут 1:6).

10 Ә Рут менән Өрпә нимә эшләр? (Рут 1:7) Уртаҡ ҡайғы уларҙы ҡәйнәләре менән берләштергән. Рутты, күрәһең, Нәғмиәнең эскерһеҙ игелеге һәм көслө иманы йәлеп иткән. Тол ҡатындарҙың өсөһө лә бергә Йәһүҙиәгә китергә ҡарар иткән.

11 Рут тураһындағы хикәйә яҡшы кешенең дә, ямандың да бәлә-ҡазаларға һәм юғалтыуҙарға дусар була алыуын иҫебеҙгә төшөрә (Вәғ. 9:2, 11). Ул шуны ла күрһәтә: ҙур ҡайғы кисергәндә йыуаныс һәм ярҙам табыр өсөн башҡаларға, айырыуса ышыҡ урынды Йәһүәлә — Нәғмиә ғибәҙәт ҡылған Аллала эҙләгән кешеләргә мөрәжәғәт итеү аҡыллы (Ғиб. һүҙ. 17:17).

Руттың тоғро яратыуы

12, 13. Ни өсөн Нәғмиә Рут менән Өрпәгә өйҙәренә ҡайтырға ҡуша, һәм башта улар быны нисек ҡабул итә?

12 Был өс тол ҡатын Муав еренән алыҫайған һайын, Нәғмиәне башҡа бер нәмә борсой башлай. Ул килендәре тураһында, уларҙың үҙенә һәм улдарына күрһәткән яратыуҙары хаҡында уйлай. Нәғмиә уларҙың былай ҙа ауыр тормоштарын тағы ла ауырлаштырырға бер ҙә теләмәй. Әгәр килендәре тыуған ерҙәрен ҡалдырып уның менән барһалар, Нәғмиә Бәйтлеһемдә улар хаҡында ҡайғырта алырмы?

13 Шуға күрә Нәғмиә килендәренә былай ти: «Барығыҙ, әсәләрегеҙ йортона ҡайтығыҙ. Һеҙ мәрхүм ирҙәрегеҙгә һәм миңә тоғро яратыу күрһәткән кеүек, Йәһүә лә һеҙгә тоғро яратыу күрһәтһен». Ул шулай уҡ Йәһүәнең уларға тормош иптәштәре табып, яңы тормош башларға ярҙам итәсәгенә өмөт белдерә. Изге Яҙмаларҙа: «Шунан һуң ул килендәрен үпте, ә тегеләре ҡысҡырып илай башланы», — тип әйтелә. Рут менән Өрпәнең ни өсөн был игелекле һәм фиҙаҡәр ҡатынды яратҡанын аңлап була. Улар икеһе лә: «Юҡ, беҙ һинең менән һинең халҡың янына барабыҙ», — тиҙәр (Рут 1:8—10).

14, 15. а) Өрпә кемдәр янына ҡайтып китә? б) Нәғмиә Рутты ҡайтып китергә күндерер өсөн нимә әйтә?

14 Ләкин Нәғмиәне күндереүе еңел түгел. Ул килендәренә көслө дәлилдәр килтерә: үҙен тәьмин итерлек ире булмағанға, ул Израилдә улар хаҡында ҡайғырта алмаясаҡ, уларҙы кейәүгә бирерлек улдары ла юҡ, киләсәге лә өмөтһөҙ булып күренә. Нәғмиә уларға, һеҙҙең хаҡта ҡайғырта алмауым күңелемде әрнетә, ти. Өрпә Нәғмиә әйткәнсә эшләргә була. Муавта уның әсәһе, туғандары һәм өйө бар. Ысынлап та, Муавта ҡалыу аҡыллыраҡ булып күренә. Шулай итеп, Өрпә Нәғмиәне үбә лә ауыр тойғолар менән хушлашып ҡайтып китә (Рут 1:11—14).

15 Ә Рут нимә эшләр? Нәғмиә килтергән дәлилдәр уға ла ҡағыла. Ләкин Изге Яҙмаларҙа: «Рут ҡалды», — тип әйтелә. Бәлки, Нәғмиә, юлын дауам иткәндә, Руттың үҙе артынан эйәреп килеүен күреп ҡалғандыр. Ул Рутҡа: «Бына, тол килендәшең үҙ халҡы һәм илаһтары янына ҡайтып китте. Һин дә килендәшең менән ҡайт», — ти (Рут 1:15). Нәғмиәнең һүҙҙәрендәге бик мөһим бер нәмәгә иғтибар итәйек: Өрпә халҡы янына ғына түгел, ә «илаһтары янына» ла ҡайтҡан. Ул Кемош һәм башҡа ялған илаһтарға табынырға әҙер булған. Ә Рут тураһында нимә әйтеп була?

16—18. а) Рут нисек тоғро яратыу күрһәтә? б) Тоғро яратыу тураһында әйткәндә, Руттан нимәгә өйрәнеп була? (Был ике ҡатын төшөрөлгән рәсемде лә ҡара.)

16 Рут, ҡарарының дөрөҫ булыуына һис тә шикләнмәйенсә, сүллек уртаһында Нәғмиәнең күҙҙәренә ҡарап тора. Уның йөрәге Нәғмиәгә һәм уның Аллаһына ҡарата яратыу менән тулы. Шуға күрә ул былай ти: «Һине, бер үҙеңде генә ҡалдырып, ташлап китергә өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин шунда барырмын, һин ҡайҙа ҡунһаң, мин шунда ҡунырмын. Һинең халҡың минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр. Һин ҡайҙа үлһәң, мин шунда үлермен, һәм мине шунда ерләрҙәр. Беҙҙе үлемдән башҡа бүтән берәй нәмә айырһа, өҫтөмә Йәһүә ҡарғышы төшһөн» (Рут 1:16, 17).

«Һинең халҡың минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр»

17 Рут үлгәндән һуң 3 000 йыл самаһы ваҡыт үтһә лә, кешеләр уның ғәжәп һүҙҙәрен һаман да хәтергә ала. Был һүҙҙәрҙә иҫ киткес сифат — тоғро яратыу сағыла. Руттың яратыуы шул тиклем көслө һәм тоғро булған, хатта, ул, Нәғмиә ҡайҙа барһа, уның менән шунда барырға әҙер булған. Уларҙы үлем генә айыра алған. Рут Нәғмиәгә, һинең халҡың минең халҡым булыр, тигән, сөнки ул үҙенең Муавтағы тормошон һәм хатта Муав илаһтарын ҡалдырып китергә әҙер булған. Өрпәнән айырмалы рәүештә, Рут Нәғмиәнең Аллаһы Йәһүәнең үҙ Аллаһы булыуын теләгән һәм был турала ихлас күңелдән әйтә алған *.

18 Икәүләп улар Бәйтлеһемгә ҡарай тотҡан оҙон юлдарын дауам итә. Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, ул ҡалаға барып етер өсөн бер аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк булған. Шик тә юҡ, Рут менән Нәғмиә был ауыр ваҡытта бер-береһенә терәк булған.

19. Беҙ, Руттан үрнәк алып, ғаиләлә, дуҫтарыбыҙ менән аралашҡанда һәм йыйылышта нисек тоғро яратыу күрһәтә алабыҙ?

19 Бөгөн күп кеше ҡайғы-хәсрәт кисереп йәшәй. Инжилдә беҙ йәшәгән осор «ауыр ваҡыттар» тип атала, шуға күрә беҙҙең төрлө хәсрәт һәм юғалтыуҙар кисереүебеҙ ихтимал (2 Тим. 3:1). Шунлыҡтан Рутҡа хас булған тоғро яратыу сифаты беҙҙең көндәрҙә айырыуса әһәмиәтле. Тоғро яратыу берәйһенә ҡарата даими күрһәтелә һәм бер ваҡытта ла һүрелмәй; был яуыз донъяла беҙҙе яҡшылыҡҡа дәртләндергән ғәйрәтле көс ул. Был сифат беҙгә никахта, ғаиләлә, дуҫтарыбыҙ менән аралашҡанда һәм мәсихсе йыйылышта бик кәрәк. (1 Яхъя 4:7, 8, 20-не уҡы.) Бындай яратыу үҫтереп, беҙ Руттың иҫ киткес үрнәгенә эйәрәбеҙ.

Рут менән Нәғмиә Бәйтлеһемдә

20—22. а) Муавта кисергән ауырлыҡтары Нәғмиәгә нисек тәьҫир иткән? б) Нәғмиә үҙенең хәсрәттәре тураһында ниндәй яңылыш ҡарашта була? (Яҡуб 1:13-тө лә ҡара.)

20 Әлбиттә, тоғро яратыу тураһында һөйләү һәм уны эштәр менән иҫбатлау — бер үк нәмә түгел. Руттың Нәғмиәгә генә түгел, ә шулай уҡ үҙ Аллаһы итеп һайлаған Йәһүәгә лә тоғро яратыу күрһәтергә мөмкинлеге тыуа.

21 Бына Рут менән Нәғмиә Бәйтлеһемгә — Иерусалимдан көньяҡҡа табан 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан бәләкәй генә ҡалаға килеп етәләр. Күрәһең, Нәғмиәне һәм уның ғаиләһен Бәйтлеһемдә бик яҡшы белгәндәр, сөнки уның ҡайтыуы тураһындағы хәбәр бик тиҙ бөтә ҡалаға тарала. Ҡатындар уға текләп ҡарап: «Был Нәғмиә түгелме һуң?» — тип һорайҙар. Моғайын, Муав ерендә ҙур ауырлыҡтар һәм ҡайғы-хәсрәт кисереп йәшәгән йылдар уның йөҙөнә тәрән эҙҙәр һалғандыр (Рут 1:19).

22 Нәғмиә туғандарына һәм элекке күршеләренә тормошоноң ни тиклем ауыр булғанын һөйләй. Ул хатта «яғымлы» тигәнде аңлатҡан Нәғмиә исемен «әсе» тигән мәғәнә йөрөткән Мара исеменә үҙгәртергә кәрәк тип һанай. Бахыр Нәғмиә! Йөҙләгән йылдар элек йәшәгән Әйүп кеүек, ул да башына төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы Йәһүә Алла ебәргән тип уйлай (Рут 1:20, 21; Әйүп 2:10; 13:24—26).

23. Рут нимә тураһында уйлай башлай, һәм Муса ҡанунында ярлыларҙы яҡлай торған ниндәй ҡанундар булған? (Төшөрмәне лә ҡара.)

23 Бәйтлеһемгә килеп төйәкләнгәс, Рут үҙен һәм Нәғмиәне хәстәрләү яғын уйлай башлай. Ул Йәһүәнең үҙ халҡы Израилгә биргән Ҡанунында ярлыларҙы яҡлай торған әмерҙәр барлығын белеп ҡала. Был әмерҙәр буйынса, ураҡ ваҡытында ярлыларға, ураҡсылар артынан йөрөп, тороп ҡалған башаҡтарҙы йыйырға, шулай уҡ баҫыу ситтәрендә урылмайынса ҡалған ашлыҡты урырға рөхсәт ителгән * (Лев. 19:9, 10; Ҡан. 24:19—21).

24, 25. Уйламағанда Бағаз баҫыуына килеп сыҡҡас, Рут нимә эшләй, һәм башаҡ йыйыу ниндәй эш булған?

24 Әле арпа урыу ваҡыты, беҙҙең календарь буйынса, бәлки, апрель айылыр. Рут, кем миңә башаҡ йыйырға рөхсәт итер икән тип, баҫыуҙарға сығып китә. Уйламағанда ул Бағаз исемле бай ер биләүсенең баҫыуына килеп сыға. Бағаз Нәғмиәнең мәрхүм ире Илимәликтең туғаны була. Ҡанун Рутҡа башаҡ йыйырға хоҡуҡ бирһә лә, ул ураҡсылар өҫтөнән ҡуйылған йәш кешенән рөхсәт һорай. Ул кеше ризалығын биргәс кенә, Рут эшкә тотона (Рут 1:22—2:3, 7).

25 Күҙ алдыңа килтер, Рут арпа башаҡтарын саҡматаш ураҡтар менән урып йыйған ураҡсылар артынан бара. Ул, эйелеп, төшөп ҡалған башаҡтарҙы йыя, уларҙы көлтәләргә бәйләй һәм, һуңыраҡ ашлыҡ һуғып алыр өсөн, бер урынға илтеп ҡуя. Был күп көс талап иткән мәшәҡәтле эш ҡояш юғарыраҡ күтәрелгән һайын тағы ла ауырая. Шулай ҙа Рут арымай-талмай эшләй һәм маңлай тирен һөртөп «ҡыуышта» ҡапҡылап алыр өсөн генә туҡтап ала. Был ҡыуыш, күрәһең, эшселәр ҡояштан йәшенә алһын өсөн яһалған булған.

Үҙе һәм Нәғмиә хаҡында ҡайғыртыр өсөн, Рут ауыр һәм әһәмиәтһеҙ булып күренгән эште башҡарырға әҙер булған

26, 27. Бағаз ниндәй кеше, һәм ул Рут менән нисек мөғәмәлә итә?

26 Моғайын, Рут үҙенә иғтибар итерҙәр тип уйламайҙыр. Ләкин Бағаз уны күреп ҡала һәм ураҡсылар өҫтөнән ҡуйылған йәш кешенән уның тураһында һораша башлай. Бағаз көслө иманы менән айырылып торған кеше була. Ул эшселәрен — уларҙың ҡайһы берҙәре, бәлки, ялланып эшләүселәр йә хатта башҡа халыҡ кешеләре булғандыр — сәләмләп: «Йәһүә ҡеүәт бирһен!» — ти. Улар уны шундай уҡ һүҙҙәр менән сәләмләй. Был рухи ҡарашлы оло йәштәге кеше Рут менән атайҙарса мөғәмәлә итә (Рут 2:4—7).

27 Бағаз Рутты «ҡыҙым» тип атай һәм, эшселәр уны рәнйетмәһен өсөн, уға башаҡты үҙенең баҫыуында ғына йыйырға һәм үҙенә хеҙмәт иткән йәш ҡатындар янында йөрөргә кәңәш итә. Бағаз шулай уҡ Рутты төш ваҡытында эшселәре менән бергә ашарға саҡыра. (Рут 2:8, 9, 14-те уҡы.) Унан да бигерәк, ул Рутты маҡтай һәм рухландыра. Нисек итеп?

28, 29. а) Кешеләр Рут тураһында нимә уйлай? б) Руттан үрнәк алып, һин Йәһүәлә нисек ышыҡ урын эҙләй алаһың?

28 Рут Бағаздан, ни өсөн һин миңә — сит ил кешеһенә шул тиклем игелек күрһәтәһең, тип һорай. Бағаз Руттың ҡәйнәһе Нәғмиәгә ҡылған бөтә эштәре тураһында ишеткәнен әйтә. Күрәһең, Нәғмиә Бәйтлеһемдә йәшәгән ҡатындарға яратҡан киленен маҡтап һөйләгән, һәм был хәбәр Бағазға ла барып еткән. Бағаз шулай уҡ Руттың Йәһүәгә ғибәҙәт ҡыла башлауы хаҡында ла ишеткән, сөнки ул былай ти: «Йәһүә һиңә ҡылған эштәрең өсөн әжерен бирһен. Һин Израиль Аллаһы Йәһүә ҡанаттары аҫтына һыйыныс эҙләп килгәнһең, ул һиңә тулыһы менән ҡайтарһын!» (Рут 2:12)

29 Был һүҙҙәр Рутты ни хәтлем нығытҡандыр! Ысынлап та, ҡош балаһы яҡлау эҙләп ата-әсәһенә һыйынған һымаҡ, Рут та Йәһүә Алла ҡанаттары аҫтында ышыҡ урын эҙләргә булған. Рут Бағазға көс өҫтәй торған һүҙҙәре өсөн рәхмәт әйтә һәм кискә тиклем уның баҫыуында эшләй (Рут 2:13, 17).

30, 31. Тоғро яратыу, эшсәнлек һәм рәхмәтле булыу тураһында әйткәндә, Руттан нимәгә өйрәнеп була?

30 Руттың эштәр менән күрһәтелгән иманы хәҙерге иҡтисади яҡтан ауыр көндәрҙә йәшәүселәр өсөн иҫ киткес үрнәк булып тора. Рут башҡалар миңә ярҙам итергә тейеш тип һанамаған, ә һәр төрлө ярҙам өсөн рәхмәтле булған. Башҡарған эше әһәмиәтһеҙ булып күренһә лә, ул яратҡан кешеһе хаҡында ҡайғыртыу өсөн ауыр эш башҡарырға оялмаған. Ҡайҙа һәм кем менән эшләргә икәнлеге хаҡында аҡыллы кәңәш бирелгәс, Рут рәхмәт белдереп уны ҡабул иткән һәм ҡулланған. Ә иң мөһиме, ул ышыҡ урынды үҙен яҡлаусы Атаһы Йәһүә Аллала ғына табып булғанын бер ҡасан да онотмаған.

31 Руттан үрнәк алып тоғро яратыу күрһәтеп йәшәһәк, уның кеүек баҫалҡы, эшсән һәм рәхмәтле булһаҡ, беҙҙең иманыбыҙ ҙа башҡаларҙы рухландырыр. Әммә Йәһүә Рут менән Нәғмиә хаҡында нисек ҡайғыртҡан? Ошо һорауға яуап киләһе бүлектә ҡараласаҡ.

^ 17 абз. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Рут, күпселек башҡа халыҡ кешеләре кеүек, «Алла» тигән титулды ғына түгел, ә Алланың шәхси исемен дә ҡулланған. Бер хеҙмәттә былай тиелә: «Шулай итеп яҙыусы башҡа халыҡтан булған был ҡатындың хаҡ Аллаға хеҙмәт итә башлағанына иғтибар итә» («Interpreter’s Bible»).

^ 23 абз. Һис шикһеҙ, был иҫ киткес ҡанун булған. Бығаса Рут ундай ҡанун тураһында бер ҡасан да ишетмәгән. Боронғо заманда Яҡын Көнсығышта тол ҡатындар менән насар мөғәмәлә иткәндәр. Бер белешмәлә былай тиелә: «Ғәҙәттә, ире үлгәндән һуң тол ҡатын улдарының ҡайғыртыуына мохтаж булған. Әгәр ҙә улдары булмаһа, уға үҙен ҡоллоҡҡа һатырға, фәхишәлек менән шөғөлләнергә йәки үлергә генә ҡалған».