Матфай яҙған 28:1—20

  • Ғайсаның терелеүе (1—10)

  • Һаҡсыларға алдаһындар өсөн аҡса бирәләр (11—15)

  • Ғайса шәкерттәр әҙерләргә ҡуша (16—20)

28  Шәмбе көнө үтеп китте, һәм аҙнаның беренсе көнөнөң таңында Мағдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға килде.  Унда, күктән Йәһүәнең фәрештәһе төшкәнгә, көслө ер тетрәү булған. Фәрештә ҡәбер ауыҙынан ташты шылдырған да хәҙер шул таштың өҫтөндә ултыра ине.  Уның ҡиәфәте йәшенгә оҡшаш, ә кейеме ҡар кеүек аҡ ине.  Уны күргәс, һаҡсылар ҡурҡыштан ҡалтыранып, ҡатып ҡалды*.  Фәрештә ҡатындарға әйтте: «Ҡурҡмағыҙ, мин беләм: һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерелгән Ғайсаны эҙләйһегеҙ.  Ул бында юҡ. Ул, үҙе әйткәнсә, үленән терелеп торҙо. Килегеҙ, уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.  Шунан тиҙ генә барып, уның шәкерттәренә: „Ғайса терелеп торҙо. Ул һеҙҙе Ғәлиләйәлә көтөр, һеҙ уны шунда күрерһегеҙ“, — тип хәбәр итегеҙ. Мин һеҙгә ошоно әйтер өсөн килдем».  Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан китә һалдылар һәм барыһын да уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.  Ҡапыл ҡаршыларына Ғайса килеп сығып, уларҙы сәләмләне. Улар уның янына килеп, аяҡтарына тотондо ла йөҙ түбән ҡапланды. 10  Шунда Ғайса: «Ҡурҡмағыҙ! Барығыҙ, ҡәрҙәштәремә әйтегеҙ, Ғәлиләйәгә барһындар. Улар мине шунда күрер», — тине. 11  Ҡатындар әле юлда булғанда, ҡайһы бер һаҡсылар ҡалаға барып, өлкән руханиҙарға булған хәлде һөйләп бирҙеләр. 12  Тегеләре, аҡһаҡалдар менән йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп аҡса* бирҙеләр ҙә 13  былай тинеләр: «„Төнөн, беҙ йоҡлағанда, шәкерттәре килеп, уның кәүҙәһен урлап алып киткән“, — тип әйтегеҙ. 14  Әгәр инде был хаҡта идарасы белеп ҡалһа, борсолмағыҙ, беҙ уға барыһын да аңлатырбыҙ*». 15  Ғәскәриҙәр аҡсаны алды ла, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләне. Был ялған хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй. 16  Ә 11 шәкерт Ғәлиләйәгә, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте. 17  Ғайсаны күргәс, шәкерттәр уның алдында йөҙ түбән ҡапланды. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр уның Ғайса икәненә шикләнде. 18  Ул яндарына килеп, былай тине: «Миңә күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ бирелде. 19  Шуға күрә бөтә халыҡ кешеләренә барығыҙ һәм уларҙы минең шәкерттәрем итегеҙ; Атаны, Улды һәм изге рухты ҡабул иткән кешеләрҙе һыуға сумдырығыҙ* 20  һәм мин һеҙгә ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Иҫтә тотоғоҙ: был замандың ахырына* тиклем мин көн дә һеҙҙең менән булам».

Төшөрмәләр

Йәки «үлгән кеүек булды».
Һүҙмә-һүҙ «көмөш».
Йәки «уны ышандырырбыҙ».
Һүҙмә-һүҙ «Ата, Ул һәм изге рух хаҡына һыуға сумдырығыҙ».
Һүҙлектә «Был замандың һуңғы көндәре» тигән мәҡәләне ҡ.