Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һүҙлек

А Б Г Е З Й К Ҡ Л М О С Ф Х Һ Ш Ы Я

А

  • Азия.

    Грек Яҙмаларында Римдың бер провинцияһы шулай тип атала. Ул үҙ эсенә хәҙерге Төркиәнең көнбайыш өлөшөн, шулай уҡ Самус һәм Па́тмос кеүек утрауҙарҙы алған. Был провинцияның баш ҡалаһы Эфес булған (Илс 20:16; Ас 1:4).

  • Аҡһаҡал.

    Оло йәштәге ир-ат. Әммә Изге Яҙмала был һүҙ башлыса йәмғиәттә йә халыҡта хакимлыҡҡа эйә булған һәм яуаплы урын биләгән ир кешегә ҡарата ҡулланыла. Асылыш китабында был һүҙ шулай уҡ рухи заттарға ҡарай. Йыйылышта үҙ өҫтөнә етәкселек алған кешеләр тураһында һүҙ барғанда, пресби́терос тигән грек һүҙе «аҡһаҡал» тип тәржемә ителә (Сғ 4:29; Ғһ 31:23; 1Тм 5:17; Ас 4:4).

  • Алашар.

    Тура мәғәнәһендә был беселгән ир. Йыш ҡына ундай ирҙәр батшабикәләргә хеҙмәт иткән һәм һәрәм (гарем) өсөн яуаплы булған. Шулай уҡ батша һарайында хеҙмәт иткән түрәләрҙе лә алашар тип йөрөткәндәр, әммә улар беселмәгән булған. Үҙҙәрен тулыһынса Аллаға хеҙмәт итеүгә бағышлар өсөн тотанаҡлыҡ күрһәтеп йәшәгән кешеләр тураһында әйтелгәндә, был һүҙ күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Образлы итеп әйткәндә, улар «күктәр Батшалығы хаҡына» алашар булып киткән (Мф 19:12, төшөрмә; Әс 2:15; Илс 8:27, төшөрмә).

  • Алланан ҡурҡыу.

    Аллаға ҡарата тәрән хөрмәт һәм оло ихтирам. Бындай дөрөҫ ҡурҡыу Алланы яратыу менән тығыҙ бәйле. Кеше, язанан ҡурҡҡанға түгел, ә Алланы яратҡанға күрә, уны күңелһеҙләндереүҙән ҡурҡа. Шундай ихтирамлы ҡурҡыу Алланың яратыуы һәм игелеге өсөн рәхмәтле булғанлыҡтан, шулай уҡ уның үҙенә буйһонмаусыларға яза бирергә хакимлығы барлығын белгәнлектән тыуа (Ҡн 10:12, 13).

Б

  • Бағана.

    Вертикаль рәүештә беркетелгән бүрәнә. Ҡайһы бер халыҡтар уны язалап үлтереү өсөн һәм/йәки үлтерелгән кешенең мәйетен күрһәтеп, башҡаларҙы киҫәтеү өсөн йәки енәйәтсене хурлыҡҡа төшөрөү өсөн ҡулланғандар. Ҡанһыҙлыҡтары менән билдәле булған ассирийҙар әсирҙәрҙе осло бағанаға йәки ҡаҙыҡҡа ултыртып язалаған. Ул кешенең ҡорһағы аша үтеп, күкрәк ситлегенә тиклем барып еткән. Еврейҙарҙың ҡанундары буйынса, Аллаға ҡаршы һөйләү йәки боттарға табыныу кеүек етди гонаһтарҙа ғәйепле булған кешене тәүҙә таш бәреп йә башҡа ысул менән үлтергәндәр, ә шунан башҡаларға киҫәтеү итеп уның мәйетен бағанаға йә ағасҡа аҫып ҡуйғандар (Ҡн 21:22, 23; 2См 21:6, 9). Римдар ҡай саҡ кешене бағанаға бәйләп ҡуйған, һәм бер нисә көндән һуң ул ауыртыуҙан, сарсау һәм асығыуҙан, ҡояш эҫеһенән интегеп үлгән. Башҡа осраҡтарҙа, Ғайсаны язалап үлтергән ваҡыттағы кеүек, кешенең аяҡ-ҡулдарын бағанаға ҡаҙаҡлағандар (Лк 24:20; Ях 19:14—16; 20:25; Илс 2:23, 36). ЯФАЛАНЫУ БАҒАНАҺЫ тигәнде ҡ.

  • Был замандың һуңғы көндәре.

    Шайтан хакимлығы аҫтында ятҡан был яуыз донъяның ахыры алдынан булған осор. Был осор Мәсихтең күҙгә күренмәҫ килеү осоро менән бергә башланған. Ғайса етәкселегендә фәрештәләр «яуыздарҙы тәҡүәләрҙән айырып алыр» һәм уларҙы юҡ итер (Мф 13:40—42, 49). Ғайсаның шәкерттәрен «был заман аҙағы» ҡасан килере ныҡ ҡыҙыҡһындырған (Мф 24:3). Күккә ҡайтыр алдынан Ғайса шәкерттәренә, был замандың ахырына тиклем мин көн дә һеҙҙең менән булам, тип вәғәҙә иткән (Мф 28:20). ЗАМАН тигәнде ҡ.

Г

  • Гәһәннә.

    Боронғо Йәрүсәлимдән көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа табан урынлашҡан Һинном үҙәненең грекса атамаһы. Ул мәйеттәр ташлай торған урынға әйләнер, тип пәйғәмбәрлек ителгән булған (Ир 7:31, 32; 19:6). Гәһәннәлә тере кешеләрҙе һәм хайуандарҙы яндырыуҙарына йәки уларҙың унда ғазапланыуҙарына дәлилдәр юҡ. Шуға күрә ул кешеләрҙең йәндәре тура мәғәнәләге утта мәңге ғазаплана торған урын була алмай. Ғайса һәм уның шәкерттәре «Гәһәннә» тигән һүҙҙе тулыһынса һәм бөтөнләйгә юҡ ителеүҙең, йәғни «икенсе үлемдең» символы итеп ҡулланған (Ас 20:14; Мф 5:22; 10:28).

Е

  • Енси әхлаҡһыҙлыҡ.

    Изге Яҙмала грек һүҙе порне́йа Алла тыйған енси характерҙағы билдәле бер эш-ғәмәлдәрҙе аңлата; йыш ҡына «аҙғынлыҡ» тип тәржемә ителә. Был зина ҡылыу, фәхишәлек, никахта тормаған кешеләр араһында енси мөнәсәбәттәр, гомосексуализмды һәм хайуан менән енси мөнәсәбәткә инеүҙе үҙ эсенә ала. Асылыш китабында порне́йа һүҙе Бөйөк Вавилон тип аталған дини фәхишәне, шулай уҡ уның, власть һәм табыш алыу ниәтенән сығып, был донъя хакимдары менән бәйләнешкә инеүен тасуирлар өсөн күсмә мәғәнәлә ҡулланыла (Мф 5:32; Илс 15:29; Гл 5:19; Ас 14:8; 17:2; 18:3).

З

  • Заман.

    Заман тип грек телендәге айо́н тигән һүҙ тәржемә ителә. Был һүҙ билдәле бер осорға йә дәүергә хас булған эштәр торошо йәки үҙенсәлектәр тураһында һүҙ барғанда ҡулланыла. Айо́н һүҙе шулай уҡ «хәҙер», «киләсәктә», «быуат», «был ваҡыт», «донъя» тип тә тәржемә ителә (Мф 12:32; Мк 10:30). «Был заман» тигән һүҙбәйләнеш Изге Яҙмала донъялағы эштәр торошон, шулай уҡ был донъя кешеләренең йәшәү рәүешен аңлата (2Тм 4:10). Алла үҙ халҡы менән Ҡанун килешеүе төҙөгәс, ҡайһы берәүҙәр «исраилдар (йәғни еврейҙар) дәүере» тип атаған осор башланған. Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны аша Алла башҡа дәүерҙе башлап ебәргән. Ул тәү сиратта майланған мәсихселәрҙән торған йыйылыш менән бәйле булған. Был осорҙа Муса ҡануны алдан күрһәткән нәмәләр үтәлә башлаған (Мф 24:3; Мк 4:19; Рм 12:2). Айо́н һүҙе, күплектә торғанда, үткәндәге йәки киләсәктәге төрлө осорҙарҙы йә эштәр торошон аңлата (1Кр 2:7; 10:11).

Й

  • Йән.

    Ғәҙәттә, йән тип еврей һүҙе не́феш һәм грек һүҙе психе́ тәржемә ителә. Был һүҙҙәрҙең Изге Яҙмала нисек ҡулланылғанын тикшереү уларҙың күбеһенсә 1) кешеләргә, 2) хайуандарға һәм 3) кешенең йә хайуандың ғүмеренә ҡарағанын күрһәтә (Бш 1:20; 2:7; Һн 31:28; Илс 27:37; шулай уҡ төшөрмәләр ҙә). Күп дини хеҙмәттәрҙән айырмалы рәүештә, Изге Яҙмала, ерҙәге тереклек тураһында һүҙ барғанда, не́феш һәм психе́ тигән һүҙҙәр һәр ваҡыт күреп һәм тотоп ҡарап булған үлемле тереклекте аңлата. Изге Яҙманың был баҫмаһында не́феш һәм психе́ контексҡа ҡарап күбеһенсә «тормош», «кеше», «йәшәүсе» тигән һүҙҙәр йә зат алмаштары (мәҫәлән, «минең йәнем» урынына «мин») менән тәржемә ителә. Ҡайһы саҡта төшөрмәләрҙә «йән» тигән альтернатив вариант ҡулланыла. «Йән» тигән һүҙ, төп текста йә төшөрмәлә ҡулланылғанда, уны өҫтә килтерелгән аңлатмаға ярашлы аңларға кәрәк. Нимәнелер «бөтә йәнең» менән эшләү ҙур теләк менән, бирелеп эшләүҙе аңлата (Ҡн 6:5; Мф 22:37). Ҡайһы бер контекстарҙа, не́феш һәм психе́ тигәндә, тере заттың теләге күҙ уңында тотола. Шулай уҡ был һүҙҙәр үлгән кешегә лә ҡарарға мөмкин (Һн 6:6; Ғһ 16:26; Аг 2:13; шулай уҡ төшөрмәләр).

  • Йәһүә.

    Тетраграмматон (Алланың шәхси исемен тәшкил иткән дүрт еврей хәрефе) башҡорт телендә ошо исем менән бирелә. Был тәржемәлә Йәһүә исеме 7 000 тапҡырҙан күберәк осрай.

К

  • Килеү осоро.

    Был һүҙбәйләнеш Грек Яҙмаларының бер нисә урынында осрай. Ул Ғайса Мәсих был замандың һуңғы көндәрендә күҙгә күренмәйенсә тәхеткә Батша булып ултырғандан бирле булған ваҡытты аңлата. Мәсихтең килеү осоро уның килеп, тиҙ генә китеү мәле түгел; ул шаҡтай ҙур осорҙо үҙ эсенә ала (Мф 24:3).

  • Күҙәтеүсе.

    Йыйылышты күҙәтеп, уның тураһында ҡайғыртыу өсөн яуаплы булған ир кеше. Эпи́скопос тигән грек һүҙенең төп мәғәнәһе — яҡлау маҡсаты менән күҙәтеү. «Күҙәтеүсе» һәм «аҡһаҡал» (пресби́терос) тигән һүҙҙәр мәсихселәр йыйылышындағы бер үк дәрәжәне аңлата, тик «аҡһаҡал» — билдәләнгән кешенең рухи яҡтан өлгөргәнен күрһәткән сифаттарға, ә «күҙәтеүсе» уға тапшырылған вазифаларға иғтибар итә (Илс 20:28; 1Тм 3:2—7; 1Пт 5:2).

  • Кәбәк.

    Елгәреү ваҡытында орлоҡтан айырылған йоҡа ғына ҡабыҡ. Ул бер кәрәге булмаған файҙаһыҙ нәмәнең яҡшы символы булып торған (Зәб 1:4; Мф 3:12). ЫРҘЫН тигәнде ҡ.

Ҡ

  • Ҡәбер.

    Күпселек осраҡтарҙа был һүҙ менән еврей һүҙе шео́л һәм уға тура килгән грек һүҙе ха́дес тәржемә ителә. Был һүҙҙәр үлгәндәр булған символик урынды, йәғни йәшәйештең юҡлығын аңлата (Зәб 16:10; Вғ 9:5, 10; Илс 2:31). «Ҡәбер» тигән һүҙ менән шулай уҡ грек һүҙе мнеме́йон тәржемә ителә. Мнеме́йон һүҙе үлгән кеше тураһында иҫтәлек һаҡлауға баҫым яһаған «иҫтә тотоу» тигән ҡылымға яҡын (Ях 5:28, 29).

  • Ҡыл туҡыма.

    Тоҡтар (мәҫәлән, ашлыҡ һалыр өсөн тоҡтар) яһар өсөн тәғәйенләнгән ҡаты туҡыма. Ҡыл туҡыманы, ғәҙәттә, ҡара кәзә йөнөнән туҡығандар; уны матәм кейеме итеп ҡуланғандар (Бш 37:34; Лк 10:13).

Л

  • Ладан.

    Босвеллия (Boswellia) төрөнә ҡараған ҡайһы бер ағастар һәм ҡыуаҡтар бүлеп сығарған ыҫмала. Яндырғанда, ул хуш еҫ сығара. Ладан изге сатырҙа һәм ғибәҙәтханала ҡулланылған фимиам составына ингән. Уны шулай уҡ икмәк бүләгенә һәм Изге урындағы изге икмәктең һәр өйөмөнә һалғандар (Сғ 30:34—36; Лв 2:1; 24:7; Мф 2:11).

М

  • Магистраттар.

    Рим колонияларында хакимлыҡҡа эйә булған дәүләт хеҙмәткәрҙәре. Уларҙың вазифаларына тәртип һаҡлау, ҡаҙна менән эш итеү һәм закон боҙоусыларҙы хөкөм итеү ингән, улар шулай уҡ хөкөм ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы булған (Илс 16:20).

  • Махау сире; махау сирле.

    Яман тире ауырыуы. Изге Яҙмала телгә алынған «махау сире» бөгөн билдәле булған махау ауырыуынан күберәкте үҙ эсенә ала, сөнки ул кешеләргә генә түгел, ә шулай уҡ кейемгә һәм йорттарға йоға алған (Лв 14:54, 55; Лк 5:12).

  • Мирра.

    Коммифора (Commiphora) төрөнә ҡараған төрлө сәнскәк ҡыуаҡтарҙан һәм тәпәш ағастарҙан алынған хуш еҫле ыҫмала. Мирра май ағыҙыу өсөн тәғәйенләнгән изге май составына ингән. Уны кейемгә йә ҡаралтыға хуш еҫ бирер өсөн ҡулланғандар. Шулай уҡ массаж яһар өсөн ҡулланылған майға һәм тәнгә һөртә торған лосьондарға ҡушҡандар. Бынан тыш, мирраны мәйетте ерләүгә әҙерләр өсөн файҙаланғандар (Сғ 30:23; Ғһ 7:17; Ях 19:39).

  • Мөгөҙ.

    Хайуандарҙың мөгөҙҙәрен берәй нәмә эсеү, зәйтүн майы һаҡлау, яҙыу ҡараһы һәм биҙәнеү нәмәләре һалып ҡуйыу өсөн ҡулланғандар. Уларҙы шулай уҡ сигнал биреү һәм музыка ҡоралдары итеп файҙаланғандар (1См 16:1, 13; 1Бат 1:39). Изге Яҙмала «мөгөҙ» тигән һүҙ йыш ҡына күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм көстө, яулауҙы йә еңеүҙе аңлата (Ҡн 33:17; Мҡ 4:13; Зк 1:19).

О

  • Оятһыҙ тәртип.

    Оятһыҙ тәртип (грекса асе́лгейа) тигәндә, Алла ҡанунын етди рәүештә боҙоу тип һаналған, шулай уҡ хакимлыҡты, ҡанундарҙы һәм нормаларҙы хөрмәт итмәүҙе, хатта уларға нәфрәт менән ҡарауҙы күрһәткән тупаҫ ҡарашты сағылдырған эш-ҡылыҡтар күҙ уңында тотола. Әллә ни етди булмаған яҙыҡ эш оятһыҙ тәртип тип һаналмай (Гл 5:19; 2Пт 2:7).

П

  • Проконсул.

    Рим сенаты хакимлығы аҫтында булған провинцияның (өлкәнең) баш идарасыһы. Проконсулдың ҡулында суд һәм хәрби власть булған. Сенатҡа буйһонорға тейеш булһа ла, провинцияла ул иң ҙур хакимлыҡҡа эйә булған (Илс 13:7; 18:12).

С

  • Саддукейҙар.

    Иудаизмдың абруйлы сектаһы. Унда бай, юғары ҡатлам кешеләре һәм ғибәҙәтханала ҙур дәрәжәгә эйә булған руханиҙар ингән. Саддукейҙар фарисейҙар тотҡан, телдән-телгә күсә килгән күпселек йолаларҙы һәм ҡараштарҙы кире ҡаҡҡан. Улар фәрештәләрҙең булыуына һәм терелеүгә ышанмаған. Саддукейҙар Ғайсаға ҡаршы килгән (Мф 16:1; Илс 23:8).

  • Синагога.

    Был һүҙ «йыйылыш» тигәнде аңлата, әммә күпселек осраҡтарҙа биналарға һәм еврейҙар йыйылған урындарға ҡарай. Унда улар Яҙмаларҙы уҡыу, өгөт-нәсихәт алыу, вәғәз һөйләү һәм доға ҡылыу өсөн йыйылған. Ғайса көндәрендә синагогалар һәр ҡалала булған тиерлек, ә ҙур ҡалаларҙа бер нисә синагога булған (Лк 4:16; Илс 13:14, 15).

  • Сирт.

    Ливияның (Төньяҡ Африка) ярҙары янындағы ике ҙур ҡултыҡ шулай атала. Боронғо заманда диңгеҙселәр «алдатҡыс» ҡомло һай ерҙәр арҡаһында был ҡултыҡтарҙан ҡурҡҡан, сөнки һыу ҡалҡыу һәм ҡайтыу ваҡыттарында ҡомло һай ерҙәр гел күсеп йөрөгән (Илс 27:17).

Ф

  • Фарисейҙар.

    Иудаизмдың б. э. I быуатында булған абруйлы сектаһы. Фарисейҙар руханиҙар нәҫеленән булмаған. Улар Муса ҡанунын үҙҙәре лә ныҡ тотҡан, башҡаларҙың да уны нөктәһенә тиклем үтәүен талап иткән, шулай уҡ телдән-телгә күсә килгән йолаларҙы Ҡанунға тиңләштергән (Мф 23:23). Фарисейҙар гректарҙың һәр төрлө йоғонтоһона ҡаршы килгән; улар ҡанун белгестәре һәм йола һаҡлаусылар булараҡ ҙур абруйға эйә булған (Мф 23:2—6). Уларҙың ҡайһы берҙәре Юғары кәңәшмә ағзалары булған. Фарисейҙар йыш ҡына Ғайса менән шәмбе көнөн һәм йолаларҙы тотоу, шулай уҡ гонаһ ҡылыусылар һәм һалым йыйыусылар менән аралашыу тураһында бәхәсләшкән. Ҡайһы бер фарисейҙар, шул иҫәптән Тарс ҡалаһынан булған Шауыл мәсихсе булып киткән (Мф 9:11; 12:14; Мк 7:5; Лк 6:2; Илс 26:5).

Х

  • Хәйер.

    Мохтажлыҡҡа төшкән кешеләргә күрһәтелгән ярҙам. Еврей Яҙмаларында хәйер тураһында туранан-тура әйтелмәһә лә, Муса ҡанунында исраилдарға ярлылар тураһында ҡайғыртырға ҡушылған булған (Мф 6:2, төшөрмә).

Һ

  • Һируд.

    Рим ҡушыуы буйынса Йәһүҙиәлә идара иткән династияның нәҫел исеме. Бөйөк Һируд I Йәрүсәлимдә ғибәҙәтхана төҙөгәне һәм, Ғайсанан ҡотолор өсөн, Бәйтлеһемдә балаларҙы үлтерергә ҡушҡаны менән билдәле (Мф 2:16; Лк 1:5). Бөйөк Һируд I үлгәндән һуң, уның хакимлығы аҫтында булған ҡайһы бер ерҙәр уның улдарына — Һируд Архелай һәм Һируд Антипаға эләккән (Мф 2:22). Һируд Антипа тетрарх булған, халыҡта уны «батша» тип атағандар. Ул Ғайсаның ерҙәге өс ярым йыллыҡ хеҙмәте ваҡытында һәм Илселәр китабының 12-се бүлегендә тасуирланған ваҡиғаларға тиклем идара иткән (Мк 6:14—17; Лк 3:1, 19, 20; 13:31, 32; 23:6—15; Илс 4:27; 13:1, төшөрмә). Унан һуң Һируд Агриппа I — Бөйөк Һирудтың ейәне идара итә башлаған. Әммә уның идараһы ҡыҫҡа булған: Алла фәрештәһе уны һәләк иткән (Илс 12:1—6, 18—23). Уның улы Һируд Агриппа II еврейҙарҙың Римға ҡаршы фетнә күтәреүҙәренә саҡлы идара иткән (Илс 23:35; 25:13, 22—27; 26:1, 2, 19—32).

Ш

  • Шәмбегә әҙерләнеү көнө.

    Шәмбе алдынан булған көн шулай аталған. Ул бөгөн йома тип аталған көндө ҡояш байығас тамамланған, шул мәлдә шәмбе көнө башланған. Еврейҙарҙың көнө кискеһен башланған һәм кискеһен тамамланған (Мк 15:42; Лк 23:54).

Ы

  • Ырҙын.

    Был урында ашлыҡ һуҡҡандар, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ашлыҡты башаҡтан һуғып сығарып, ҡабығынан, йәғни кәбәгенән айырғандар. Ғәҙәттә, был таҡыр түңәрәк майҙан булған. Ул ҡалҡыулыҡтарҙа, ел иҫкән урында урынлашҡан. Ашлыҡты таяҡ менән һуҡҡандар, ә ашлыҡ күп булған саҡта махсус ҡорамалдар — ашлыҡ һуғыу таҡталары йәки тәгәрмәстәре ҡулланғандар. Уларҙы эре мал ырҙында йәйеп һалынған башаҡтар өҫтөнән һөйрәп йөрөгән (Лв 26:5; Иш 41:15; Мф 3:12).

Я

  • Яфаланыу бағанаһы.

    Ҡай саҡ грек телендәге стауро́с һүҙе шулай тәржемә ителә. Ул «тура вертикаль бағананы, ҡолғаны» аңлата. Ғайсаны шундай бағанала язалап үлтергәндәр. Стауро́с тигән һүҙ мәжүсиҙәр Мәсихкә тиклем күп быуаттар дауамында дини символ итеп ҡулланған тәрене аңлатҡанына бер ниндәй дәлил юҡ. «Яфаланыу бағанаһы» тигән һүҙбәйләнеш был грек һүҙенең мәғәнәһенә бик яҡшы тура килә, сөнки Ғайсаның шәкерттәре кисергән ғазаптар, интегеүҙәр һәм хурлыҡ тураһында һүҙ барғанда, шул уҡ һүҙ ҡулланыла (Мф 16:24; Ев 12:2). БАҒАНА тигәнде ҡ.