Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3 Изге Яҙма көс бирә

3 Изге Яҙма көс бирә

Ҡайһы бер проблемаларға бөгөн беҙ бер нисек тә тәьҫир итә алмайбыҙ. Мәҫәлән, ғәзиз кешебеҙҙе юғалтһаҡ йә хроник ауырыу менән ауырыһаҡ, быға түҙеп йәшәргә генә ҡала. Шундай саҡтарҙа Изге Яҙма ярҙам итә аламы?

ХРОНИК АУЫРЫУ

Роза исемле бер ҡыҙ былай ти: «Нәҫелдән килгән ауырыу арҡаһында, мин һәр ваҡыт көслө ауыртыу кисерәм. Сәләмәтлегем ҡапыл хөртәйҙе». Ҡайһы саҡтарҙа Роза Изге Яҙманы өйрәнгәндә һәм башҡа рухи эштә ҡатнашҡанда иғтибарын бөтөнләй туплай алмаған. Был уны айырыуса борсоған. Әммә уға Ғайса пәйғәмбәрҙең: «Аллаға барыһы ла мөмкин», — тигән һүҙҙәре ярҙам иткән (Матфей 19:26). Роза, Изге Яҙманы өйрәнер өсөн, уҡыуҙан башҡа ысулдар ҙа бар икәнен аңлаған. Ауыртыныуҙар арҡаһында уҡыу ауыр булғанға, ул Изге Яҙманың һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәттең аудиояҙмаларын тыңлай башлаған. «Уларҙан башҡа нишләр инем?» — ти Роза хисләнеп.

Роза элек эшләй алған эштәрҙе бөгөн инде эшләй алмағанына бик ҡайғыра. Әммә Инжилдәге бындай һүҙҙәр уға көс бирә: «Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана» (2 Коринфтарға 8:12). Был һүҙҙәр Розаның иҫенә шуны төшөрә: үҙ шарттарында ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгәне өсөн, Алла уның бар тырышлыҡтарын ҡәҙерләй.

ҒӘЗИЗ КЕШЕГЕҘ ҮЛГӘНДӘ

Алдараҡ иҫкә алынған Суфия былай тип хәтерләй: «18 йәшлек ҡыҙым үлгәндә, миңә бик ауыр булды, артабан нисек йәшәргә икәнен күҙ алдыма ла килтерә алманым. Бүтән бер ҡасан да элеккесә булмаясағын аңлай инем». Мәҙхиә йырлаусының Зәбурҙа яҙылған доғаһы уны бик йыуатҡан: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең» (Зәбур 94:19). Суфия былай ти: «Йәһүәнән, ҡайғы-хәсрәтемде баҫырға ярҙам итсе, тип үтенә инем».

Был ҡатын башҡаларға ярҙам итергә булған. Суфия үҙен аҡбур менән сағыштырған: аҡбур һынһа ла, уның менән һүрәт төшөрөп була. Ул да, үҙен «һынған» кеүек тойһа ла, башҡаларға һаман да ярҙам итә алған. «Мин шуны аңланым, — тип иҫенә төшөрә ул, — башҡаларҙы Изге Яҙма ярҙамында йыуатҡанда, Йәһүә минең үҙемде лә йыуата». Яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙең миҫалдары Изге Яҙмала бик күп. Суфия ундай кешеләрҙең исемлеген төҙөгән. «Уларҙың барыһы ла Аллаға доға ҡылған. Мин шуны ла аңланым: Изге Яҙманы асып уҡымаһаң, Алла һиңә нисек яуап бирһен?» — ти ул.

Изге Яҙманы өйрәнеү ярҙамында Суфия, шулай уҡ, үткәндәргә түгел, ә киләсәккә ҡарарға өйрәнгән. Инжилдәге: «Тәҡүә кешеләр... үленән тереләсәк», — тигән һүҙҙәр уны бик йыуата (Ғәмәлдәр 24:15). Ҡыҙы тереләсәгенә уның иманы етерлекме? Ул былай ти: «Мин ҡыҙымды күҙ алдыма килтерәм. Киләсәктә беҙ һис шикһеҙ осрашасаҡбыҙ. Был көн Алланың календарында билдәләп ҡуйылған инде. Баҡсала йөрөгәнебеҙҙе күрәм. Тыуғас, уны ҡулыма алып, тәүге күреүем ысын булған кеүек, осрашыу мәлен дә шулай ысын итеп күрәм».

Изге Яҙма ҡайғылы көндәрҙә лә йыуата ала