Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Иҫкергән йә заманса китапмы?

Иҫкергән йә заманса китапмы?

ФӘН

ИЗГЕ ЯҘМА — ФӘН БУЙЫНСА ДӘРЕСЛЕК БУЛМАҺА ЛА, УНДА ЗАМАНСА АСЫШТАРҘАН КҮПКӘ ЭЛЕГЕРӘК ӘЙТЕЛГӘН ФАКТТАР КИЛТЕРЕЛӘ. БЫНА БЕР НИСӘ МИҪАЛ:

Ғаләмдең башланғысы булғанмы?

Яңыраҡ ҡына абруйлы ғалимдар бер тауыш менән «юҡ» тип яуап биргән ине. Хәҙер инде уларҙың күбеһе Ғаләмдең башланғысы булғанын таный. Әммә был турала Тәүратта инде күптән яҙылған булған (Башланмыш 1:1).

Ер ниндәй формала?

Боронғо заманда кешеләр, ер яҫы, тип уйлаған. Б. э. т. V быуатта грек ғалимдары, ер шар формаһында, тип фараз итә башлаған. Ләкин быға тиклем күпкә алдараҡ (б. э. т. VIII быуатта) Изге Яҙманы яҙған Ишағыя исемле бер пәйғәмбәр ер тураһында әйткәндә, «түңәрәк» йә «шар» тигән мәғәнә йөрөткән еврей һүҙен ҡулланған (Ишағыя 40:22).

Күктәрҙең емерелеүе мөмкинме?

Б. э. т. IV быуатта йәшәгән Аристотель исемле грек ғалимы күктәр, ерҙән айырмалы булараҡ, бер ҡасан да үҙгәрмәҫ һәм емерелмәҫ, тип өйрәткән. Бындай фекер быуаттар буйына йөрөгән. Әммә XIX быуатта ғалимдар энтропия (тарҡалыу) концепцияһын уйлап сығарған. Шул концепция буйынса, күк тә, ер ҙә — бар нәмә лә емерелә. Лорд Кельвин, ошо концепцияны алға этәргән ғалимдарҙың береһе, Изге Яҙмала күктәр һәм ер тураһында әйтелгәндәргә иғтибар иткән: «Улар барыһы кейем шикелле туҙып бөтәсәк» (Зәбур 102:25, 26). Кельвин Изге Яҙмалағы, Алла үҙе барлыҡҡа килтергәндәрҙең емерелеүенә юл ҡуймаҫ, тигән тәғлимәткә ышанған (Вәғәзсе 1:4).

Планеталарҙы үҙ урынында нимә тотоп тора?

Аристотелдең тәғлимәттәре буйынса, бөтә күк есемдәре гәлсәр сфераларға тоташтырылған. Сфералар бер-береһе эсенә инеп урынлашҡан. Үҙәктә — Ер шары. XVIII быуатҡа ғалимдар йондоҙҙарҙың һәм планеталарҙың бушлыҡта эленеп тороуын аңлаған. Әммә Изге Яҙмала, Әйүп китабында, Барлыҡҡа килтереүсе «ерҙе бушлыҡҡа элеп ҡуйған» икәне тураһында б. э. т. XV быуатта уҡ яҙылған булған (Әйүп 26:7).

МЕДИЦИНА

ИЗГЕ ЯҘМА — МЕДИЦИНА БУЙЫНСА ДӘРЕСЛЕК БУЛМАҺА ЛА, УНДА ЗАМАНСА МЕДИЦИНА АСЫШТАРЫНА ТУРА КИЛГӘН ПРИНЦИПТАР ЯҘЫЛҒАН.

Карантиндың мөһимлеге.

Муса ҡануны буйынса, махаулы кешеләрҙе башҡа кешеләрҙән айырырға кәрәк булған. Әммә табиптар Урта быуатта, киҙеүҙәр тарала башлағас ҡына был һаҡланыу сараһын ҡуллана башлаған. Был ысул бөгөнгө көндә лә файҙалы булып ҡала (Тәүрат, Левиттар китабы 13-сө һәм 14-се бүлектәр).

Мәйеткә ҡағылғандан һуң йыуыныу талабы.

XIX быуаттың аҙағына тиклем табиптар мәйетте ярып тикшергәндән һуң, ҡулдарын йыумайынса, шунда уҡ ауырыған кешеләрҙе ҡараған. Һөҙөмтәлә, был күп кешенең үлеменә килтергән. Ә Муса ҡанунына ярашлы, мәйеткә ҡағылған һәр кем нәжес була. Таҙарыныу өсөн, ундай кеше һыуҙа йыуынырға тейеш булған. Шул талаптар, һис шикһеҙ, кешеләрҙе күп ауырыуҙарҙан һаҡлаған (Һандар 19:11, 19).

Тиҙәкте күмеп ҡуйыу талабы.

Йыл һайын ярты миллиондан күберәк бала диареянан үлә. Уның сәбәбе — кеше тиҙәгенең тейешенсә юҡ ителмәүе. Муса ҡануны иһә тиҙәкте кеше йәшәгән урындан алыҫтараҡ күмергә ҡушҡан (Ҡанун 23:13).

Сөннәткә ултыртыу ваҡыты.

Алла ҡануны буйынса израилдәр яңы тыуған малайҙарҙы һигеҙенсе көнөнә сөннәткә ултыртырға тейеш булған (Левиттар 12:3). Яңы тыуған балаларҙа ҡан ойошоу һәләте бер аҙна үтеүгә генә нормаға килә. Боронғо заманда, медицина әллә ни яҡшы булмағанда, балаларҙы һигеҙенсе көнгә генә сөннәткә ултыртыуы уларҙы һаҡлап торған.

Эмоцияларҙың һаулыҡҡа тәьҫир итеүе.

Медицина тикшеренеүҙәре буйынса, ыңғай ҡараш, йәғни шатлыҡ, өмөт, рәхмәтле һәм кисерергә әҙер булыу, һаулыҡҡа яҡшы яҡтан тәьҫир итә. Изге Яҙмала: «Шат йөрәк — яҡшы дауа ул, ә рух төшөнкөлөгө кешене хәлһеҙләндерә», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22).