Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн кешеләр үлә?

Ни өсөн кешеләр үлә?

Изге Яҙманан яуап

 «Ни өсөн кешеләр үлә?» — тип уйланыу, айырыуса яҡыныбыҙҙы юғалтҡанда, бик тәбиғи. Изге Яҙмала: «Үлемдең ҡаяуы — гонаһ», — тип яҙылған (1 Коринфтарға 15:56).

Ни өсөн бөтә кешеләр ҙә гонаһлы һәм үлә?

 Беренсе кешеләр, Әҙәм менән Һауа, Аллаға ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн үлгән (Башланмыш 3:17—19). Уларҙың Аллаға ҡаршы күтәргән фетнәһе үлемдән башҡа бер нәмә лә килтерә алмаған, сөнки «йәшәү шишмәһе» Аллала (Зәбур 36:9; Башланмыш 2:17).

 Әҙәм үҙенең бөтә тоҡомдарына камилһыҙлыҡ һәм гонаһ мираҫ итеп ҡалдырған. Изге Яҙмала былай тиелә: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» (Римдарға 5:12). Бөтә кешеләр ҙә үлә, сөнки барыһы ла гонаһлы (Римдарға 3:23).

Үлем нисек юҡ ителәсәк?

 Алла «үлемде мәңгегә юҡ итер[гә]» вәғәҙә бирә (Ишағыя 25:8). Ә үлемде бөтөрөр өсөн, уның сәбәбен, гонаһты, бөтөрөргә кәрәк. Алла быны Ғайса Мәсих аша эшләйәсәк. Ул «донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә» ала (Яхъя 1:29; 1 Яхъя 1:7).