Төп мәғлүмәткә күсеү

Нимә ул һыуға сумдырылыу?

Нимә ул һыуға сумдырылыу?

Изге Яҙманан яуап

 Һыуға сумдырылыу — был кешене тулыһынса һыуға сумдырып алыу a. Изге Яҙмала кешеләрҙең нисек һыуға сумдырылғандары хаҡында бер нисә тапҡыр әйтелә (Ғәмәлдәр 2:41). Уларҙың араһында Ғайса Мәсих тә бар. Ул Иордан йылғаһында һыуға сумдырылған (Матфай 3:13, 16). Йылдар үтеү менән бер хәбәш түрәһе лә юл эргәһендәге һыу ятҡылығында һыуға сумдырылған (Ғәмәлдәр 8:36—40).

 Ғайса, уның шәкерттәренең барыһы ла һыуға сумдырылырға тейеш, тип өйрәткән (Матфай 28:19, 20). Һуңыраҡ илсе Петр ҙа был турала яҙған (1 Петр 3:21).

Был мәҡәләлә

 Һыуға сумдырылыу нимә аңлата?

 Һыуға сумдырылып, кеше башҡаларға үҙенең гонаһтарынан тәүбә иткәнен һәм Аллаға уның ихтыярын үтәргә вәғәҙә биргәнен, шул иҫәптән һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә Ғайсаға тыңлаусан буласағын күрһәтә. Һыуға сумдырылған кеше мәңгелек тормошҡа алып барыусы юлға аяҡ баҫа.

 Һыуға сумдырылыу кешенең тормошондағы үҙгәрештең тура килгән символы булып тора. Изге Яҙма һыуға сумдырылыуҙы ерләү менән сағыштыра (Римдарға 6:4; Колосстарға 2:12). Һыуға сумдырылып кеше элекке тормош рәүеше өсөн үлә, тип әйтеп була. Ә һыуҙан сыҡҡанда кеше Аллаға бағышланған мәсихсе булараҡ яңы тормош башлай.

 Изге Яҙмала сабыйҙарҙы һыуға сумдырыу тураһында нимә әйтелә?

 Изге Яҙмала сабыйҙарҙы һыуға сумдырыу телгә алынмай һәм, уларҙы һыуға сумдырырға кәрәк, тип тә әйтелмәй.

 Сабыйҙарҙы һыуға сумдырыу Изге Яҙмаға ҡаршы килә. Был китапта, һыуға сумдырылырға теләгән кеше билдәле бер талаптарға тура килергә тейеш, тип әйтелә. Мәҫәлән, ул Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙе аңларға һәм уларға ярашлы йәшәргә тейеш. Шулай уҡ уға гонаһтары өсөн тәүбә итергә һәм доғала үҙенең ғүмерен Аллаға бағышларға кәрәк (Ғәмәлдәр 2:38, 41; 8:12). Сабыйҙар быны эшләй алмай.

 «Атаны, Улды һәм изге рухты ҡабул итеп» һыуға сумдырылыу нимә аңлата?

 Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә былай тип әйткән: «Уларҙы минең шәкерттәрем итегеҙ; Атаны, Улды һәм изге рухты ҡабул иткән кешеләрҙе һыуға сумдырығыҙ һәм мин ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ» (Матфай 28:19, 20). «Атаны, Улды һәм изге рухты ҡабул иткән» тигән һүҙҙәр һыуға сумдырылған кешенең Атаның һәм Улдың хакимлығын һәм урынын, шулай уҡ изге рухтың ролен танығанын аңлата. Быны аңлатыусы бер миҫал. Илсе Петр тыуғандан аҡһаҡ булған кешегә әйткән: «Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит!» (Ғәмәлдәр 3:6). Был осраҡ Петрҙың Ғайса Мәсихтең хакимлығын таныуын һәм башҡаларға был һауыҡтырыу артында кемдең тороуын аңларға ярҙам итеүен асыҡ күрһәтә.

  •   Ата — был Йәһүә Алла b. Ул сикһеҙ хакимлыҡҡа эйә, сөнки ул Ҡөҙрәтле Алла, ул бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән һәм уларға йәшәү биргән. (Башланмыш 17:1; Асылыш 4:11).

  •   Ул — был Ғайса Мәсих. Ул беҙҙең өсөн үҙ ғүмерен биргән (Римдарға 6:23). Алланың кешеләргә ҡарата ниәтендә Ғайсаға биргән төп ролен аңлаһаҡ һәм таныһаҡ ҡына беҙ ҡотола алырбыҙ (Яхъя 14:6; 20:31; Ғәмәлдәр 4:8—12).

  •   Изге рух — был Алланың эш итеүсе көсө, йәғни уның ҡөҙрәте c. Изге рухы ярҙамында Алла бар нәмәне барлыҡҡа килтергән, үҙенең ижади эштәренә йәшәү биргән, пәйғәмбәрҙәренә һәм башҡа кешеләргә төрлө хәбәрҙәр еткергән, шулай уҡ улар уның ихтыярын үтәй алһындар өсөн көс биргән (Башланмыш 1:2; Әйүп 33:4; Римдарға 15:18, 19). Бынан тыш, изге рухы ярҙамында Алла Изге Яҙманы яҙған кешеләргә үҙенең һүҙҙәрен еткергән (2 Петр 1:21).

 Ҡабат һыуға сумдырылыу — гонаһмы?

 Бөгөн кешеләр йыш ҡына үҙ динен алмаштыра. Кеше икенсе сиркәүҙә һыуға сумдырылған булһа, нимә эшләргә? Ҡабат һыуға сумдырылһа, ул гонаһ ҡыламы? Ҡайһы бер кешеләр был һорауға «эйе», тип яуап бирер. Быға дәлил итеп, бәлки, Ефестарға 4:5-те килтерер: «Раббы – бер, иман – бер, һыуға сумдырылыу – бер». Әммә был һүҙҙәр кеше ҡабат һыуға сумдырыла алмай тигәнде аңлатмай. Бына ни өсөн шулай.

 Контекст. Ефестарға 4:5-тең контексынан күренеүенсә, илсе Павел ысын мәсихселәр бер үк тәғлимәттәр һәм бер иман менән берләшкән булырға тейеш тип асыҡ әйткән (Ефестарға 4:1—3, 16). Улар бер үк Хужаны – Ғайса Мәсихте таныһа, бер үк иманда булһа (йәғни Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе бер төрлө аңлаһа) һәм һыуға сумдырылыуға ҡарата бер үк талаптарҙы үтәһә генә, бындай берҙәмлек мөмкин.

 Изге Яҙмала илсе Павелдың бер нисә кешене ҡабат һыуға сумдырылырға дәртләндереүе хаҡында бер осраҡ яҙылған. Был мотлаҡ булған, сөнки, беренсе тапҡыр һыуға сумдырылғанда, улар мәсихселәрҙең тәғлимәттәрен яҡшы белмәгәндәр (Ғәмәлдәр 19:1—5).

 Алла хуплаған һыуға сумдырылыу. Алла кешенең һыуға сумдырылыуын хуплаһын өсөн, кеше Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте теүәл белергә тейеш (1 Тимофейға 2:3, 4). Изге Яҙмаға ҡаршы килгән тәғлимәттәрҙе тотҡан кешенең һыуға сумдырылыуын Алла хуп күрмәй (Яхъя 4:23, 24). Кеше ихлас теләктән һыуға сумдырыла ала, әммә ул Алланың ихтыяры нимәлә икәнен тейешенсә аңламаҫҡа мөмкин (Римдарға 10:2). Шундай осраҡта уға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белергә, уның тәғлимәттәре буйынса йәшәй башларға, ғүмерен Аллаға бағышларға һәм ҡабат һыуға сумдырылырға кәрәк. Шул саҡта ҡабат һыуға сумдырылыу гонаһ булмаясаҡ. Ә киреһенсә, дөрөҫ аҙым буласаҡ.

 Изге Яҙмала иҫкә алынған башҡа һыуға сумдырылыу осраҡтары

 Ғайсаның шәкерттәренең һыуға сумдырылыуы — Изге Яҙмала иҫкә алынған берҙән-бер һыуға сумдырылыу түгел. Унда һыуға сумдырылыуҙың башҡа төрҙәре хаҡында ла әйтелгән. Бына бер нисә миҫал.

 Сумдырыусы Яхъя башҡарған һыуға сумдырылыу d. Сумдырыусы Яхъяның йәһүдтәрҙе һәм йәһүд прозелиттарын һыуға сумдырыуы уларҙың Муса ҡанунына (Алла йәһүдтәргә Муса аша биргән ҡанунға) ҡаршы ҡылған гонаһтарынан тәүбә итеү билдәһе булған. Был һыуға сумдырылыу кешеләрҙе Мәсихте — Назареттан булған Ғайсаны ҡабул итергә әҙерләгән (Лука 1:13—17; 3:2, 3; Ғәмәлдәр19:4).

 Ғайса Мәсихтең һыуға сумдырылыуы. Ғайсаны Сумдырыусы Яхъя һыуға сумдырған. Был һыуға сумдырылыу башҡаларынан айырылып тора. Ғайса камил һәм гонаһһыҙ кеше булған (1 Петр 2:21, 22). Шуға күрә уның һыуға сумдырылыуы тәүбә итеү йә «саф выждан тураһында Аллаға үтенес» булмаған (1 Петр 3:21). Һыуға сумдырылып, Ғайса вәғәҙә ителгән Майланған зат, йәки Мәсих булырға һәм Алланың ихтыярын үтәргә әҙер булыуын күрһәткән. Был уның беҙҙең өсөн үҙ ғүмерен бирәсәген аңлатҡан (Еврейҙарға 10:7—10).

 Изге рухҡа сумдырыу. Ғайса ла, Сумдырыусы Яхъя ла изге рухҡа сумдырыу хаҡында әйткән (Матфай 3:11; Лука 3:16; Ғәмәлдәр 1:1—5). Был «изге рухты ҡабул иткән кешеләрҙе һыуға сумдырыу» менән бер түгел (Матфай 28:19). Айырма нимәлә?

 Ғайсаның шәкерттәренең сағыштырмаса аҙы ғына изге рухҡа сумдырыла. Улар изге рух менән майлана, сөнки улар Ғайса менән күктә батшалар һәм руханиҙар буласаҡ һәм ер менән идара итәсәк (1 Петр 1:3, 4; Асылыш 5:9, 10) e. Алланың вәғәҙә иткән бүләген, ерҙәге ожмахтағы мәңгелек тормошто, көткән миллионлаған Ғайсаның шәкерттәре уларға буйһоноп йәшәйәсәк (Матфай 5:5; Лука 23:43).

 Ғайса Мәсихкә һәм Уның үлеменә сумдырылыу. Изге рух менән майланған һәм Ғайса менән күктә идара итәсәк мәсихселәр шулай уҡ «Ғайса Мәсихкә» лә сумдырыла (Римдарға 6:3). Был уларҙың Ғайсаның йыйылышының, «Мәсихтең тәненең», ағзалары булып китеүен һәм Ғайсаға, үҙҙәренең Башына, буйһоноуын аңлата (1 Коринфтарға 12:12, 13, 27; Колосстарға 1:18).

 Майланғандар шулай уҡ Ғайсаның үлеменә сумдырыла (Римдарға 6:3, 4). Ғайсаның үрнәге буйынса улар фиҙаҡәр тормош алып бара һәм ерҙә мәңге йәшәү мөмкинлегенән баш тарта. Майланған мәсихселәрҙең Ғайсаның үлеменә сумдырылыуы улар үлеп күктә йәшәр өсөн терелтелгәндән һуң тамамлана (Римдарға 6:5; 1 Коринфтарға 15:42—44).

 Утҡа сумдырыу. Сумдырыусы Яхъя тыңлаусыларына: «[Ғайса] һеҙҙе изге рухҡа һәм утҡа сумдырыр. Уның ҡулында елгәргес көрәк. Ул үҙенең ырҙынын таҙартыр һәм бойҙайҙы йыйып, келәткә һалыр, ә кәбәкте һүнмәҫ утта яндырыр» (Матфай 3:11, 12). Күреүебеҙсә, утҡа сумдырыу менән изге рухҡа сумдырыу бер үк нәмә түгел. Яхъя нимә тураһында әйткән?

 Бойҙай — Ғайсаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыусылар һәм уларҙы үтәүселәр. Улар алдында изге рухҡа сумдырылыу мөмкинлеге асыла. Кәбәк — Ғайсаны тыңламаусылар. Уларҙы утҡа сумдырыу көтә, йәғни улар бөтөнләйгә юҡ ителәсәктәр (Матфай 3:7—12; Луки 3:16, 17).

a «Һыуға сумдырылыу» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «батырып алыу, сумдырып алыу» мәғәнәһен йөрөтә. ( Theological Dictionary of the New Testament. Т. 1. С. 529; Дворецкий И. Х. Древнегреческо-русский словарь. М., 1958. Т. 1. С. 287.)

b Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18). «Йәһүә кем ул?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

c «Нимә ул изге рух?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

d «Сумдырыусы Яхъя кем булған?» тигән мәҡәләне (тат) ҡарағыҙ.

e «Күккә кемдәр бара?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

f Ҡайһы саҡта Изге Яҙмала «һыуға сумдырыу» йә «һыуға сумдырылыу» тип тәржемә ителгән һүҙ таҙарыныу йолалары тураһында әйтелгәндә лә ҡулланыла (Марка 7:4; Еврейҙарға 9:10). Әлбиттә, был осраҡтарҙың Ғайса һәм уның шәкерттәренең һыуға сумдырылыуына бер ҡағылышы ла юҡ.