Төп мәғлүмәткә күсеү

Нимә ул изге рух?

Нимә ул изге рух?

Изге Яҙманан яуап

 Изге рух — ул Алланың эш итеүсе көсө (Миҡай 3:8; Лука 1:35). Алла үҙ ихтыярын үтәр өсөн, изге рухын теләгән бер урынға ебәрә ала (Зәбур 104:30; 139:7).

 Изге Яҙмала еврей телендәге ру́ах һәм грек телендәге пне́ума һүҙҙәре «рух» тип тәржемә ителә. Был һүҙҙәр күп осраҡта Алланың эш итеүсе көсөн, йәғни изге рухты аңлата (Башланмыш 1:2). Әммә Изге Яҙмала шул уҡ һүҙҙәр башҡа мәғәнәлә лә ҡулланыла, мәҫәлән:

  •   һулыш (Абаҡум 2:19; Асылыш 13:15);

  •   ел (Башланмыш 8:1; Яхъя 3:8);

  •   тереклектең йәшәү көсө (Әйүп 34:14, 15);

  •   кешенең ҡарашы, аҡыл торошо (Һандар 14:24);

  •   рухи зат, мәҫәлән, Алла һәм фәрештәләр (1 Батшалар 22:21; Яхъя 4:24).

 Бөтә был мәғәнәләрҙең бер уртаҡ яғы бар: улар һәр осраҡта ла үҙе күҙгә күренмәһә лә, тәьҫире асыҡ күренгән бер нәмәне аңлата. Шуның кеүек үк, бер белешмәлектә әйтелгәнсә, Алланың рухы ла «елгә оҡшаш: күҙгә күренмәй, тәнһеҙ һәм көскә эйә» («Толковый словарь слов Нового Завета», У. Е. Вайн).

 Алланың изге рухы Изге Яҙмала уның «ҡулдары» йә «бармаҡтары» тип тә аталған (Зәбур 8:3, төшөрмә; Зәбур 19:1). Һөнәрсе берәй нәмәне яһау өсөн үҙенең ҡулдарын һәм бармаҡтарын ҡулланған кеүек, Алла изге рухын ҡулланып:

  •   Ғәләмде бар иткән (Зәбур 33:6; Ишағыя 66:1, 2);

  •   Изге Яҙманы яҙҙырған (2 Петр 1:20, 21);

  •   үҙенең боронғо хеҙмәтселәренә мөғжизәләр күрһәтергә, ашҡынып вәғәзләргә ярҙам иткән (Лука 4:18; Ғәмәлдәр 1:8; 1 Коринфтарға 12:4—11);

  •   тыңлаусан кешеләргә гүзәл сифаттар сағылдырырға ярҙам иткән (Галаттарға 5:22, 23).

Изге рух шәхес түгел

 Алла рухының Изге Яҙмала «ҡулдар», «бармаҡтар» йә «һулыш» тип аталыуы изге рухтың шәхес түгеллеген күрһәтә (Сығыш 15:8, 10). Һөнәрсенең ҡулдары уның аңынан һәм тәненән башҡа эшләй алмай; шуның кеүек үк, изге рух та Алла теләгәнсә генә эш итә (Лука 11:13). Шулай уҡ Алланың изге рухы һыу менән сағыштырыла һәм иман, белем менән бәйле. Былар барыһы изге рухтың шәхес булмауын аңлата (Ишағыя 44:3; Ғәмәлдәр 6:5; 2 Коринфтарға 6:6).

 Изге Яҙмала, Алланың исеме Йәһүә, уның Улының — Ғайса, тип әйтелә, ә изге рухтың исеме иһә бер ҡайҙа ла яҙылмаған (Ишағыя 42:8; Лука 1:31). Мәсихсе Стефан да үҙенең үлеме алдынан күктән бирелгән мөғжизәле күренештә өс түгел, ә ике генә шәхесте күргән. Инжилдә был хаҡта: «Изге рух менән тулы булған Стефан иһә, күккә текәлеп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе», — тиелә (Ғәмәлдәр 7:55). Ә изге рух — Алланың эш итеүсе көсө — Стефанға ошо күренеште күрергә ярҙам иткән.

Изге рух хаҡында яңылыш ҡараштар

 Яңылыш ҡараш. Матфей 28:19, 20 буйынса «изге рух» — ул шәхес йә Троицаның бер өлөшө.

 Факт. Матфей 28:19, 20-лә Ата, Улы һәм изге рух бергә иҫкә алына. Ҡайһы берәүҙәр, был һүҙҙәр Троица менән бәйле, тип әйтә. Әммә был аяттарҙы үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ. Унда өсөһөнөң дә бер үк Алла булыуы тураһында һәм уларҙың мәңгелеге, дәрәжәһе, хакимлығы һәм зирәклеге яғынан бер тигеҙ булыуы тураһында әйтеләме? Юҡ. Улар өсөһө бергә иҫкә алынған башҡа аяттар тураһында ла шулай уҡ әйтеп була.

 Яңылыш ҡараш. Изге Яҙма изге рухты тере зат кеүек күрһәтә, һәм был уның шәхес икәнен иҫбатлай.

 Факт. Изге Яҙмала ҡайһы саҡта изге рух шәхес кеүек һүрәтләнә. Мәҫәлән, Ғайса изге рухты «Яҡлаусы» (грекса пара́клетос) тип атаған, һәм был рух шаһитлыҡ менән етәкселек бирәсәк, һөйләйәсәк, ишетәсәк, иғлан итәсәк, данлаясаҡ һәм нәмәлер ҡабул итәсәк, тип әйткән (Яхъя 16:7—15). Әммә был изге рух ысынлап та шәхес икәнен аңлатмай. Зирәклек, үлем һәм гонаһ та Изге Яҙмала кәүҙәләндерелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:20; Римдарға 5:17, 21). Мәҫәлән, унда, зирәклектең «эштәре» һәм «балалары» бар, гонаһ кешеләрҙе алдай һәм үлемгә килтерә, тип әйтелгән (Матфей 11:19; Лука 7:35; Римдарға 7:8, 11).

 Яңылыш ҡараш. Изге рух исеме менән һыуға сумдырыу уның шәхес икәнен иҫбатлай.

 Факт. Изге Яҙмала «исем» тигән һүҙ ҡайһы бер осраҡтарҙа кемдең дә булһа дәрәжәһен һәм хакимлығын күрһәтә (Ҡанун 18:5, 19—22; Әсфирә 8:10). Шуның кеүек үк, «закон исеменән» тигән һүҙҙәр ҙә закондың шәхес икәнен күрһәтмәй. Изге рух «исеме менән» һыуға сумдырылған кеше изге рухтың көсөн һәм уның Алла ихтыярын үтәүҙә ролен таный (Матфей 28:19).

 Яңылыш ҡараш. Ғайсаның илселәре һәм тәүге шәкерттәре изге рухтың шәхес булыуына ышанған.

 Факт. Был фекерҙе Изге Яҙма ла, тарих та яҡламай. «Британия энциклопедияһында» былай тиелгән: «Изге Рух — Ул айырым илаһи Шәхес... тигән билдәләмә б. э. 381 йылында Константинополь соборында ҡабул ителгән». Был иһә аҙаҡҡы илсе үлгәндән һуң инде 250 йылдан ашыу ваҡыт үткәс булған.