Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Мәктәпте ташларға кәрәкме икән?

Мәктәпте ташларға кәрәкме икән?

 «Мәктәпте күрә алмайым!» Әгәр һин дә шулайыраҡ уйлаһаң, уҡыуыңды ташлау теләге тыуырға мөмкин. Әммә һәйбәтерәк юл бар.

 Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр мәктәпте ташлай

 Уҡытыусылар ошондай сәбәптәр килтерә:

  •   Насар өлгәш. «”Икеле”ләрҙән башым сыҡмай».

  •   Балаларға мәктәптә күңелһеҙ. «Уҡыуҙың мәғәнәһен күрмәйем».

  •   Матди ауырлыҡтар. «Ғаиләгә ярҙам итер өсөн, миңә эшләргә кәрәк».

 Аҙағын яҡшылап уйла

 Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай», — тип яҙылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15). Был кәңәште нисек ҡулланырға? Әгәр һин мәктәпте ташларға теләһәң, башта бының ыңғай һәм кире яҡтарын сағыштырып, төплө итеп уйла.

 Үҙеңдән былай тип һора:

  •   «Мәктәпте ташлауым арҡаһында киләсәктә эш эҙләгәндә ҡыйынлыҡтар тыумаҫмы?»

     «Киләсәктә, моғайын, ғаиләңде тәьмин итер өсөн, һиңә эшләргә тура килер. Ә инде хатта урта белемең дә булмаһа, һине кем эшкә алһын?» (Юлия).

  •   «Әле мәктәпте ташлаһам, киләсәктә лә ауырлыҡтар осрағанда бирешмәмме?»

     «Мәктәп — ул үҙ аллы тормошҡа алып барған бер баҫҡыс. Һин унда кешеләр менән һыйышып йәшәргә, бәхәсле һорауҙарҙы хәл итергә һәм ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнәһең» (Даник).

  •   «Әгәр мәктәпте ташлаһам, тормошта кәрәкле һәләттәрҙе ҡайҙан үҙләштерермен?»

     «Әле һиңә мәктәптә ваҡыт бушҡа үтә кеүек тойолалыр. Әммә күҙ алдыңа килтер: һиңә 23 йәш һәм, һин, хисап ҡағыҙҙарын тикшереп, бюджетыңды барлап ултыраһың, ти. Шул саҡта һин, әлдә математиканы һәйбәтләп өйрәнгәнмен, тип ҡыуанырһың!» (Аня).

 Һәйбәтерәк юл бар

  •   Ярҙам һора. Изге Яҙмала: «Кәңәшселәр күп булғанда, уңыш килә», — тиелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:14). Әгәр уҡыу ауыр бирелһә, атай-әсәйеңдән, уҡытыусыларҙан, репетитор йә башҡа берәйһенән ярҙам һора Улар өлгәшеңде яҡшыртырға булыша алыр.

     «Уҡытыусы менән һөйләшеп ҡара. Ҡайһы саҡта ул һиңә юҡтан ғына бәйләнә кеүек тойолалыр, әммә ярҙам һораһаң, ул, моғайын, шатланып ярҙам итер» (Эдик).

  •   Киңерәк ҡара. Изге Яҙмала: «Эштең аҙағы уның башынан яҡшыраҡ», — тиелгән (Вәғәзсе 7:8). Мәктәптә бит һин математика һәм тарих ҡына өйрәнмәйһең, ә киләсәктә кәрәкле сифаттар һәм һәләттәр үҫтерәһең.

     «Бәлки, мәктәпте тамамлағандан һуң һиңә иншалар яҙырға ла, имтихандар тапшырырға ла тура килмәҫ, әммә мәктәптә үҙләштергән тәжрибә алдағы тормошоңда стрестарға бирешмәҫкә ярҙам итәсәк» (Вера).

    Мәктәпте ташлау ул әле ярға килеп етмәгән кәмәнән төшөүгә тиң. Ваҡытынан алда төшөп ҡалғаның өсөн һин бик тә үкенәсәкһең

  •   Бөтә варианттарҙы ла ҡарап сыҡ. Изге Яҙмала: «Ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ», — тиелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5). Мәктәпте ташлау — берҙән-бер юл, тип уйлама. Ысынында, юлдар бик күп. Мәҫәлән, өйҙә белем алыу, шулай уҡ дистанцион рәүештә уҡырға була.

     «Мәктәптә һин эштә тырыш булырға, ауырлыҡтарҙы еңергә һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итергә өйрәнәһең. Быларҙың барыһы ла тормошта кәрәк буласаҡ, шуға ла мәктәпте ташларға ашыҡма» (Вениамин).

 Һығымта яһайыҡ. Шулай итеп, мәктәпте тамамларға кәрәк. Ул саҡта инде һин яуаплылыҡтың ни икәнен яҡшыраҡ аңлаясаҡһың.