Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә кәрәк?

Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә кәрәк?

 Йәһүә шаһиттары аҙнаға ике тапҡыр үҙҙәренең ғибәҙәт урындарында — Батшалыҡ залдарында осрашыуҙар үткәрә. Уларҙың осрашыуҙары нисек үтә? Унда йөрөү ниндәй файҙа килтерә?

 Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары нисек үтә?

 Батшалыҡ залында кешеләр Изге Яҙмалағы белемде тормошта ҡулланырға өйрәнә. Унда үткәрелә торған осрашыуҙарҙа һин:

  •   Алла хаҡында хәҡиҡәтте белерһең;

  •   донъялағы ваҡиғаларҙың мәғәнәһен аңларһың;

  •   яҡшы сифаттар үҫтерерһең;

  •    иң яҡшы дуҫтар табырһың.

 Һин белә инеңме? Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары үткән урындар Батшалыҡ залы тип атала, сөнки унда күбеһенсә Алла Батшалығы тураһында фекер алышалар (Матфей 6:9, 10; 24:14; Лука 4:43).

 Ни өсөн осрашыуҙарға йөрөү мөһим?

 Ишеткәндәрең һиңә файҙа килтерер. Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарында Изге Яҙмалағы принциптар ҡарала. Улар һиңә «зирәклеккә ирешергә», йәғни тормошоңда аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:5). Изге Яҙма шулай уҡ тормоштағы иң мөһим һорауҙарға яуап бирә:

 Ә ял көндәрендә телмәрҙәр яңғырай. Мәҫәлән, ошондай темаларға:

  •   Ни өсөн Изге Яҙмалағы кәңәштәр — иң яҡшы кәңәштәр?

  •   Ауырлыҡтар ваҡытында ярҙамды ҡайҙан табырға?

  •   Алла Батшалығы беҙҙең өсөн бөгөн нимә эшләй?

 «Бер ваҡыт осрашыуыбыҙға класташ малай килде. Ул ғаиләбеҙ менән ултырҙы, беҙ уға Изге Яҙма һәм китап бирҙек. Аҙаҡ ул үҙенең хистәре менән бүлеште: уға ҡәрҙәштәребеҙҙең комментарийҙары айырыуса оҡшаған икән. Сиркәүҙәрендә ундай материалдарҙы өйрәнмәйҙәр, тине» (Бренда).

 Һин белә инеңме? Батшалыҡ залына инеү бушлай, бер кем дә аҡса йыйып йөрөмәй.

 Ундағы аралашыу һиңә көс өҫтәр. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре бергә йыйылырға тейеш һуң? Сәбәптәрҙең береһе — бер-береһен рухландырыу (Еврейҙарға 10:24, 25). Беҙ үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан кешеләр араһында йәшәйбеҙ, Алланы һәм башҡаларҙы өҫтөн күргән кешеләр менән аралашыу иһә рухты күтәрә.

 «Көн аҙағында мин хәлдән таям, әммә Батшалыҡ залына килһәм, хәл инә. Өйгә ҡайтҡанда мин үҙемде бәхетле һәм яңы көн өсөн әҙер итеп тоям» (Элайза).

 Һин белә инеңме? Бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттарының 120 000 йыйылышы 60 000-дән ашыу урында үтә. Алла хеҙмәтселәренең һаны үҫә барғанға, йыл һайын уртаса 1 500 Батшалыҡ залы төҙөлә a.

a Яҡындағы осрашыуҙың урынын белер өсөн, сайтыбыҙҙағы «Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары» тигән биткә инеп, «Иң яҡынын табырға» тигән төймәгә баҫ.