Төп мәғлүмәткә күсеү

Әгәр атай-әсәйем айырылышырға булһа, нимә эшләргә?

Әгәр атай-әсәйем айырылышырға булһа, нимә эшләргә?

Нимә эшләп була?

 Үҙеңде борсоған нәмәләр хаҡында һөйлә. Атай-әсәйеңә үҙеңдең ни тиклем ҡайғырыуың һәм һине нимә ғазаплауы хаҡында һөйлә. Бәлки, улар һиңә хәлде асыҡлап бирер һәм, был борсолоуыңды әҙ булһа ла кәметер.

 Әгәр инде атай-әсәйең һиңә ярҙам итер хәлдә түгел икән, етлеккән дуҫыңа мөрәжәғәт ит (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

 Ә иң мөһиме, күктәге Атабыҙ һине тыңларға һәр саҡ әҙер, ул бит «Доғаларҙы тыңлаусы» (Зәбур 65:2). Һин уға күңелеңде бушата алаһың, «сөнки Ул [б]еҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).

Нимә эшләмәү яҡшы булыр?

Ҡул һынғандағы кеүек, атай-әсәйҙең айырылышыуы ла һыҙланыу килтерергә мөмкин. Әммә ваҡыт үтеү менән һөйәк уңалған кеүек үк, һин дә ҡайғынан арына алырһың.

 Үпкә һаҡлама. Даниилға 7 йәш булғанда, уның атаһы менән әсәһе айырылышҡан. Ул былай тип һөйләй: «Атайым менән әсәйем үҙе хаҡында ғына ҡайғыртты, улар айырылышыуҙары беҙгә нисек тәьҫир итерен уйлап та бирмәнеләр».

 Даниил асыуланыу һәм үпкәләүҙән туҡтамаһа, был нимәгә килтерәсәк? (Яуап табыр өсөн, Ғибрәтле һүҙҙәр 29:22-не ҡара.)

 Ни өсөн Даниилға ата-әсәһен, күңеленә ауыртыу килтереүҙәренә ҡарамаҫтан, кисереү яҡшыраҡ булыр ине? (Яуап табыр өсөн, Ефестарға 4:31, 32-не ҡара.)

 Үҙ-үҙеңә дошман булма. «Атайым менән әсәйемдең айырылышыуы минең өсөн оло бәхетһеҙлек булды, — тип хәтерләй Денис. — Шул арҡала мин „икеле“ билдәләре ала башланым һәм икенсе йылға ҡалдым. Мин дәрестәрҙә төрлөсә ҡылана инем һәм һуғыш суҡмарына әйләндем».

 Һинеңсә, Денис үҙенең ҡылыҡтары менән нимәгә ирешергә теләгән?

 Галаттарға 6:7-ләге принцип нисек Денис кеүектәргә үҙ-үҙенә зыян килтермәҫкә ярҙам итә ала?

 Күңел яралары төҙәлһен өсөн ваҡыт кәрәк. Тормошоң әҙ генә булһа ла үҙ яйына төшкәс, хәлең, һис шикһеҙ, еңеләйер.