Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙмалағы яҡшылыҡ һәм яманлыҡ нормалары иҫкергәнме?

Изге Яҙмалағы яҡшылыҡ һәм яманлыҡ нормалары иҫкергәнме?

 Күп кешеләр, хатта үҙҙәрен христиан тип һанағандар ҙа, Изге Яҙмалағы енси мөнәсәбәттәргә һәм никахҡа ҡағылышлы нормалар иҫкергән, тип уйлай. Замандан артта ҡалмаҫ өсөн, күп сиркәүҙәр дөрөҫ булғанға һәм дөрөҫ булмағанға ҡарата критерийҙарын үҙгәртә. Бөгөн Изге Яҙмалағы яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын тоторға кәрәкме? Эйе. Был мәҡәләнән бының ни өсөн мөһим икәнен белербеҙ.

Кешеләргә әхлаҡи нормалар кәрәк

 Кешеләр Барлыҡҡа килтереүсенең йүнәлеш биреүенә мохтаж. Улар шулай яратылған. «Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай», —тип әйтелгән Изге Яҙмала (Иремия 10:23). Йәһүә a Алла кешеләрҙе ҡарар ҡабул итә алыу һәләте менән барлыҡҡа килтергән. Ләкин ул уларға нимә дөрөҫ, ә нимә юҡ икәнен билдәләү һәләте бирмәгән. Алла был һорауҙа кешеләрҙең уның фекеренә ышаныуҙарын теләй (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5).

 Алланың әхлаҡи нормалары Изге Яҙмала яҙылған. Был нормаларҙың һаман да актуаль булыуына ике дәлил ҡарайыҡ.

  •   Беҙҙе Алла барлыҡҡа килтергән (Зәбур 100:3). Йәһүә Алла — беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, шуға күрә ул беҙгә бәхетле булыр өсөн, шулай уҡ физик һәм эмоциональ яҡтан сәләмәт булыр өсөн нимә кәрәк икәнен белә. Ул шулай уҡ уның әхлаҡи нормаларын һанға һуҡмауҙың һөҙөмтәһе ниндәй булырын белә (Галаттарға 6:7). Унан да бигерәк, Йәһүә беҙгә һәр ваҡыт иң яҡшыһын теләй. Ул былай ти: «Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла» (Ишағыя 48:17).

  •   Беҙҙең теләктәр беҙҙе насар юлға этәрә ала. Күп кешеләрҙең уйлауынса, әхлаҡи һорауҙарҙа йөрәгең ҡушыуы буйынса эш итергә, йәғни теләктәреңде үтәргә кәрәк. Әммә Изге Яҙмала: «Кеше йөрәге дыуамал һәм бар нәмәнән дә мәкерлерәк», — тип әйтелә (Иремия 17:9). Әгәр кеше Алланың кәңәштәренә ҡолаҡ һалмаһа, һуңынан үкенерлек эштәр эшләйәсәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:26; Вәғәзсе 10:2).

Дин етәкселәренә Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормаларҙы һанға һуҡмау рөхсәт ителәме?

 Юҡ! Изге Яҙмала Алла тураһында хәҡиҡәт яҙылған. Унда үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәклеге тура әйтелгән (1 Коринфтарға 6:9—11; Галаттарға 5:19—23). Алла кешеләрҙең хәҡиҡәтте белеүен теләй (1 Тимофейға 2:3, 4). Тимәк, Алланың хеҙмәтселәре уның Һүҙендә яҙылғандарға өйрәтергә тейеш (Титҡа 1:7—9).

 Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәргә теләмәгән кешеләр «үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән» дини етәкселәрҙе эҙләйәсәк (2 Тимофейға 4:3). Ләкин Изге Яҙма: «Яҡшылыҡты яманлыҡ тип, яманлыҡты яҡшылыҡ тип атаусыларға... ҡайғы», — тип киҫәтә (Ишағыя 5:20). Күренеүенсә, Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормаларға өйрәтмәгән кешеләрҙе Алла яуапҡа тарттырасаҡ.

Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәүсе кеше башҡаларҙы хөкөм итәме?

 Юҡ. Хоҙайҙың хуплауын эҙләүсе кеше Ғайса Мәсихтең үрнәге һәм өйрәтеүҙәре буйынса эш итә. Ул үҙенең шәкерттәрен башҡаларҙы хөкөм итергә түгел, ә яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәткән (Матфай 5:43, 44; 7:1).

 Ғайсаның артынан барыусылар Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәргә тейеш. Ләкин улар кешеләрҙең башҡа ҡарашта булырға хоҡуғы барлығын аңлай (Матфай 10:14). Ғайса бер ҡасан да үҙ шәкерттәренә, сәйәсәтте йә бүтән сараларҙы ҡулланып, башҡаларға Алла нормаларын көсләп тағырға ҡушмаған (Яхъя 17:14, 16; 18:36).

Изге Яҙма нормалары буйынса йәшәү ниндәй файҙа килтерә?

 Алла нормалары буйынса йәшәргә тырышыусылар бүләкләнәсәк (Зәбур 19:8, 11). Мәҫәлән, ундай кешеләр:

a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).