Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ СИФАТ

Әхлаҡлылыҡ

Әхлаҡлылыҡ

НИМӘ УЛ ӘХЛАҠЛЫЛЫҠ?

Әхлаҡлы кеше нимә дөрөҫ, ә нимә юҡ икәнен асыҡ аңлай. Ул үҙ теләктәре буйынса түгел, ә принциптар буйынса йәшәй. Хатта бер кем дә күрмәгәндә лә, ул шулай эш итә.

НИ ӨСӨН ӘХЛАҠИ НОРМАЛАР ШУЛ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?

Бөгөн балаларҙың өҫтөнә әхлаҡи нормалар тураһында яңылыш фекер тыуҙырыусы мәғлүмәт яуа. Улар башҡа уҡыусылар менән аралаша, музыка тыңлай, төрлө фильмдар һәм телетапшырыуҙар ҡарай. Шундай баҫым арҡаһында бала әхлаҡҡа ҡараштарының дөрөҫлөгөндә шикләнә башларға мөмкин.

Үҫмерҙәргә айырыуса ауыр. Бер китапта әйтелеүенсә, был йәшкә еткәндә бала «уны „үҙ кеше“ итер өсөн йәштәштәре һәм мәғлүмәт саралары билдәле бер ҡараштар көсләп тағасағын аңларға тейеш. Шуға күрә уға, хатта дуҫтары ҡабул итмәһә лә, үҙ принциптарына нигеҙләнеп ҡарар ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк» (Beyond the Big Talk). Һис шикһеҙ, үҫмер булып киткәнгә тиклем үк баланы әхлаҡи нормаларға өйрәтергә кәрәк.

ӘХЛАҠИ НОРМАЛАРҒА НИСЕК ӨЙРӘТЕРГӘ?

Аныҡ әхлаҡи принциптар урынлаштырығыҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «...[Өлкәндәрҙең] тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле» (Еврейҙарға 5:14).

  • Әхлаҡи һүҙлек төҙөгөҙ. Көндәлек ситуацияларҙы ҡулланып, айырмаларҙы күрһәтегеҙ: «Был намыҫлы, ә был намыҫһыҙ», «Был тоғролоҡ, ә был хыянат», «Был изгелек, ә был яуызлыҡ». Ваҡыт уҙыу менән балағыҙ яҡшыны насарҙан айырырға һәм үҙенең аңлауына нигеҙләнеп эш итергә өйрәнер.

  • Принциптарығыҙҙың нимәгә нигеҙләнгәнен аңлатығыҙ. Мәҫәлән, баланан былай тип һорарға була: «Ни өсөн һәр ваҡыт намыҫлы булыу яҡшы? Ялған дуҫлыҡты нисек емерә ала? Ни өсөн урларға ярамай?» Үҙ выжданын тәрбиәләһен һәм аҡыллы фекер йөрөтһөн өсөн, бала менән фекер алышығыҙ.

  • Әхлаҡи нормаларҙың файҙаһын күрһәтегеҙ. Мәҫәлән, балаға былай тиергә була: «Намыҫлы кешеләргә ышаналар» йәки «Изгелекле булһаң, кешеләр һине яратыр».

Ғаиләгеҙҙә бөтөнөһөнә лә бер төрлө нормалар урынлаштырығыҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ» (2 Коринфтарға 13:5).

  • Ғаиләгеҙҙең бөтә ағзалары ла ошо принциптар буйынса йәшәһә, һеҙ былай тип әйтә алаһығыҙ:

    • «Беҙҙең ғаиләлә бер кем дә алдамай».

    • «Беҙ башҡаларға ҡул күтәрмәйбеҙ һәм уларға ҡысҡырмайбыҙ».

    • «Беҙҙең ғаиләлә әҙәпһеҙ һәм оятһыҙ һүҙҙәр ҡулланырға рөхсәт ителмәй»

Балағыҙ әхлаҡи нормалар — ҡағиҙәләр йыйынтығы ғына түгел, ә һеҙҙең ғаиләне айырып торған үҙенсәлек икәнен күрер.

  • Балағыҙ менән ғаиләгеҙҙең принциптары тураһында һөйләшегеҙ. Уны көндәлек тормоштағы ситуацияларҙы ҡулланып өйрәтегеҙ. Үҙегеҙҙең принциптарҙы мәғлүмәт сараларында пропагандаланған һәм мәктәптә популяр булған нормалар менән сағыштырып була. Балағыҙҙан былай тип һорағыҙ: «Һин нимә эшләр инең? Ә беҙҙең ғаилә нисек эшләр ине?»

Баланың дөрөҫ эш итеү теләген нығытығыҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Саф выждан менән эшләгеҙ» (1 Петр 3:16).

  • Яҡшы тәртип өсөн маҡтағыҙ. Балағыҙ дөрөҫ эш итһә, уны маҡтағыҙ һәм ни өсөн маҡтағанығыҙҙы аңлатығыҙ. Мәҫәлән, былай тип әйтеп була: «Һин намыҫлы булдың. Мин һинең менән ғорурланам». Әгәр балағыҙ насар эше тураһында әйтһә, тәүҙә уны ихлас маҡтағыҙ, ә шунан һуң төҙәтегеҙ.

  • Балағыҙҙы төҙәтегеҙ. Балағыҙға үҙ эштәре өсөн үҙе яуаплы икәнен аңлатығыҙ. Балалар нимәне дөрөҫ эшләмәүен һәм бының нисек ғаилә нормаларына ҡаршы килеүен белергә тейеш. Ҡайһы бер ата-әсәләр, бала үҙ хатаһы арҡаһында үҙен ғәйепле хис итәсәк, тип ҡурҡа. Ләкин нимәне дөрөҫ эшләмәгәнен аңлатһа, ата-әсәләр балаға яҡшыны ямандан айыра белергә ярҙам итер.