Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Үҙегеҙҙе ялған мәғлүмәттән һаҡлағыҙ

Үҙегеҙҙе ялған мәғлүмәттән һаҡлағыҙ

 Быға тиклем бер ҡасан да кешеләрҙең бөгөнгө кеүек шул тиклем күп мәғлүмәт алырға мөмкинлеге юҡ ине, мәҫәлән, үҙеңде нисек төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡларға һәм нисек һаулыҡты һаҡлап ҡалырға. Әммә еңел генә ялған мәғлүмәткә тап булыуыбыҙ бар, мәҫәлән:

 COVID-19 пандемияһы ваҡытында БМО-ның Генераль секретары тағы бер ҡурҡыныс эпидемия, ялған мәғлүмәт эпидемияһы таралыуы тураһында иҫкәрткән. Ул былай тигән: «Дауаланыуға ҡағылышлы зыянлы кәңәштәр һәм рецептар тарала. Ялған хәбәрҙәр яңғырай. Интернетта заговор теориялары күбәйә. Нәфрәт вирустан да тиҙерәк тарала. Бының арҡаһында кешеләргә һәм тотош төркөмдәргә шик менән ҡарай башлайҙар».

 Әлбиттә, ялған мәғлүмәт таралыу проблемаһы яңы түгел. Ләкин Изге Яҙмала, беҙҙең көндәрҙә «яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр», тип алдан әйтелгән булған (2 Тимофейға 3:1, 13). Ә бөгөн интернет ярҙамында бик тиҙ һәм еңел ялған мәғлүмәт алырға һәм үҙең дә аңламаҫтан уны таратырға мөмкин. Һөҙөмтәлә, беҙҙең электрон почта, социаль селтәрҙәр һәм яңылыҡтар таҫмаһы боҙоҡ факттар һәм ярым ялған хәбәрҙәр менән тула.

 Үҙеңде нисек ялған хәбәрҙәрҙән һаҡларға? Беҙгә Изге Яҙмалағы принциптар ярҙам итә ала.

  •   Бөтә күргән һәм ишеткән нәмәләргә ышанмағыҙ

     Изге Яҙмала нимә әйтелә. «Бер ҡатлы кеше һәр һүҙгә ышана, ә алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15).

     Әгәр һаҡ булмаһаҡ, еңел генә алданырбыҙ. Мәҫәлән, интернетта ҡыҫҡа видеолар һәм яҙыулы рәсемдәр күреп була. Уларҙы мем тип атайҙар һәм улар кешеләрҙе көлдөрөр өсөн тарала. Ләкин ундай рәсемдәр һәм видеоларҙы дөрөҫ аңлар өсөн уларҙың контексын белергә кәрәк. Ә шунһыҙ улар яңылыш фекер тыуҙырырға мөмкин. Бөгөн хатта реаль кеше бер ҡасан да әйтмәгән һәм эшләмәгәнде, ул әйткән һәм эшләгән, тип күрһәтеүсе видео яһап була.

     «Ялған мәғлүмәт таралыу принциптарын тикшереүсе белгестәрҙең күбеһе социаль селтәрҙәрҙә шуға юлыға: аудио һәм видео материал, мемдар кеүек, контексһыҙ күрһәтелә һәм яңылыш фекер тыуҙыра» (Axios Media).

     Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Был реаль яңылыҡмы йәки сираттағы ялған хәбәрме?»

  •   Мәғлүмәттең сығанағы һәм йөкмәткеһе ышаныслымы икәнен тикшерегеҙ

     Изге Яҙмала нимә әйтелә. «Барыһын һынағыҙ» (1 Фессалоникаларға 5:21).

     Мәғлүмәткә ышаныр йәки башҡаларға ебәрер алдынан (ул хатта популяр булһа ла һәм яңылыҡтарҙа йыш ҡабатланһа ла), уның дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ. Быны нисек эшләргә?

     Мәғлүмәт сығанағының ышаныслы булыуын тикшерегеҙ. Яңылыҡ компаниялары һәм башҡа ойошмалар коммерция һәм сәйәси маҡсаттарҙан сығып, мәғлүмәтте боҙоп күрһәтә ала. Алған мәғлүмәтте башҡа ресурс ярҙамында тикшерегеҙ. Ҡайһы саҡта дуҫтар үҙҙәре лә аңламайынса бер-береһенә электрон почта йә социаль селтәрҙәр аша ялған мәғлүмәт ебәрә. Шуға күрә төп сығанаҡты тапмайынса был мәғлүмәткә ышанырға ашыҡмағыҙ.

     Йөкмәткеһен тикшерегеҙ һәм мәғлүмәттең теүәл һәм актуаль булыуына инанығыҙ. Даталарға иғтибар итегеҙ, факттарҙы һәм дәлилдәрҙе тикшерегеҙ. Ҡатмарлы мәғлүмәт ябайлаштырып бирелһә һәм яңылыҡ билдәле бер хистәр тыуҙырыр өсөн сығарылған булһа, айырыуса иғтибарлы булығыҙ.

     «Бөгөн факттарҙы тикшереү, моғайын, ҡул йыуыу кеүек уҡ мотлаҡ процедура булып китте» (Сридхар Дхармапури, БМО-ның аҙыҡ түлек хәүефһеҙлеге һәм туҡланыу һорауҙары буйынса баш вәкиле).

     Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Был мәғлүмәттә факттар бирелгәнме йәки кемдеңдер шәхси фекереме? Ваҡиғалар бер яҡлы ғына яҡтыртыламы йәки мәғлүмәт төрлө ҡараштарҙы үҙ эсенә аламы?»

  •   Үҙ теләктәрегеҙгә түгел, ә факттарға нигеҙләнеп эш итегеҙ

     Изге Яҙмала нимә әйтелә. «Үҙ йөрәгенә таяныусы — аҡылһыҙ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:26).

     Беҙ, ғәҙәттә, үҙебеҙ ышанырға теләгән нәмәләргә ышанабыҙ. Ә интернет компаниялар быны иҫәпкә ала. Улар беҙ эҙләгән мәғлүмәтте тикшерә һәм, уны иҫәпкә алып, беҙгә тейешле материал тәҡдим итә. Ләкин беҙ ишетергә теләгән мәғлүмәт — беҙгә ишетергә кәрәк мәғлүмәт тигәнде аңлатмай әле.

     «Кешеләр мәғлүмәткә анализ яһарға һәм дөрөҫ фекер йөрөтөргә һәләтле. Әммә йыш ҡына теләктәр, хыялдар, ҡурҡыуҙар һәм ынтылыштар беҙҙең аҡылдан өҫтөнлөк ала һәм беҙ үҙебеҙ ышанырға теләгән мәғлүмәтте дөрөҫ тип һанарға әүәҫ» (Питер Дитто, социаль психолог).

     Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин был мәғлүмәтте үҙем ышанырға теләгәнгә генә дөрөҫ тип һанайыммы?»

  •   Ялған мәғлүмәтте таратмағыҙ

     Изге Яҙмала нимә әйтелә. «Ялған хәбәр таратмағыҙ» (Сығыш 23:1).

     Онотмағыҙ: беҙ бүлешкән һәр мәғлүмәт көскә эйә. Ул кешенең ҡараштарына һәм эштәренә тәьҫир итә. Һеҙ ялған мәғлүмәтте хатта үҙегеҙ ҙә абайламайынса ебәрһәгеҙ ҙә, ул зыян килтерергә мөмкин.

     «Мөһим кәңәш: ашыҡма, туҡта һәм үҙеңдән һора: „Мин ебәрергә теләгән мәғлүмәттең теүәллегенә тулыһынса ышанаммы?“ Әгәр бөтә кеше лә был кәңәш буйынса эш итһә, бөгөн интернетта шул тиклем күп ялған мәғлүмәт булмаҫ ине» (Питер Адамс, News Literacy Project, баш вице-президент).

     Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Был мәғлүмәтте ебәрер алдынан уның дөрөҫ булыуын тикшерҙемме?»