Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ БҮЛЕК

Ҡайғы килгәндә

Ҡайғы килгәндә

«Һеҙгә ҡыҫҡа ваҡыт төрлө һынауҙарҙан ғазапланырға тура килһә лә, һеҙ бик ҡыуанаһығыҙ» (1 Петер 1:6).

Никахығыҙ һәм ғаиләгеҙ бәхетле булһын өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәгеҙ ҙә, тормошта була алған көтөлмәгән бәлә-ҡазалар шатлығығыҙҙы урларға мөмкин (Вәғәзсе 9:11). Ауырлыҡтар кисергәндә, беҙҙе яратҡан Алла кәрәкле ярҙам күрһәтә. Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы ҡулланһағыҙ, һеҙ ғаиләгеҙ менән иң көслө ҡайғыларҙан да бөгөлөп төшмәҫһегеҙ.

1. ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Бар мәшәҡәттәрегеҙҙе уға [Аллаға] йөкмәтегеҙ, сөнки ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петер 5:7). Алла һеҙҙең ғазаптарығыҙҙа ғәйепле түгеллеген һәр саҡ иҫтә тотоғоҙ (Яҡуп 1:13). Аллаға яҡынлашһағыҙ, ул һеҙгә иң яҡшы ярҙам күрһәтәсәк (Ишағия 41:10). «Уға күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ» (Мәҙхиә 62:8).

Изге Яҙмаларҙы көн һайын уҡыу һәм өйрәнеү һеҙгә шулай уҡ йыуаныс килтерәсәк. Һөҙөмтәлә «ҡайғы-хәсрәтебеҙ ниндәй генә булмаһын, Алла беҙҙе йыуата» икәнен үҙегеҙ күрә алырһығыҙ (2 Көринттәргә 1:3, 4; Римлыларға 15:4). Ул һеҙгә «һәр ҡайһы аҡылдан өҫтөнөрәк тороусы Алла тыныслығын» бирергә вәғәҙә итә (Филиппийҙарға 4:6, 7, 13).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тыныс булып ҡалырға һәм аныҡ фекер йөрөтөргә ярҙам һорап Йәһүәгә доға ҡылығыҙ

  • Проблеманы хәл итеү юлдарының бөтәһен ҡарап сығып, үҙегеҙ өсөн иң яҡшыһын һайлағыҙ

2. ҮҘЕГЕҘ ҺӘМ ҒАИЛӘГЕҘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Аңлы кешенең күңеле ғилем йыя, аҡыллылар ҡолағы белем эҙләй» (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:15). Тыуған хәлдең бар яҡтарын иҫәпкә алыр өсөн кәрәкле мәғлүмәт йыйығыҙ. Ғаиләгеҙҙең һәр ағзаһы үҙен нисек хис итә һәм нимәгә мохтаж икәнлеген белегеҙ. Улар менән һөйләшеп алығыҙ. Уларҙы иғтибар менән тыңлағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:5).

Яратҡан кешегеҙ үлһә, нимә эшләргә? Тойғоларығыҙҙы күрһәтергә оялмағыҙ. Бындай осраҡта хатта Ғайса пәйғәмбәрҙең дә «күҙ йәштәре аға башлағанын» онотмағыҙ (Яхъя 11:35; Вәғәзсе 3:4). Ял итеүгә етерлек ваҡыт бүлеү һәм туйғансы йоҡлау шулай уҡ мөһим (Вәғәзсе 4:6). Былай эшләү ҡайғыны еңер өсөн көс бирәсәк.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Ғаиләгеҙҙә аралашыу ғәҙәткә ингән булһа, ҡайғы килгән ваҡытта был ҙур ярҙам буласаҡ. Шул саҡта ғаиләгеҙҙең ағзалары һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә алыр

  • Оҡшаш хәлгә осраған кешеләр менән һөйләшеп алығыҙ

3. ЯРҘАМДАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға ҡәрҙәшеңә таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Һис шикһеҙ, дуҫтарығыҙ һеҙгә ярҙам итергә теләй, ләкин улар, бәлки, нимә эшләргә белмәйҙер. Уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында әйтергә тартынмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25). Изге Яҙмаларҙы яҡшы аңлаған кешеләрҙән рухи ярҙам эҙләгеҙ. Уларҙың Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән кәңәштәре һеҙгә ярҙам итәсәк (Яҡуп 5:14).

Кәрәкле ярҙам табыр өсөн Аллаға ысынлап та ышанған һәм уның вәғәҙәләренә иман иткән кешеләр менән даими аралашығыҙ. Дәртләндереүгә мохтаж булған кешеләргә ярҙам итеү үҙегеҙҙе йыуатыр. Уларға Йәһүә һәм уның вәғәҙәләре тураһында һөйләгеҙ. Мохтаждарға ярҙам итеүҙән туҡтамағыҙ. Һеҙҙе яратҡан һәм ҡайғыртҡан кешеләрҙән ситләшмәгеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:1; 1 Көринттәргә 15:58).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Яҡын дуҫығыҙ менән һөйләшеп алығыҙ һәм уның ярҙамынан баш тартмағыҙ

  • Нимәгә мохтаж булғанығыҙ хаҡында әйтергә оялмағыҙ