Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ БҮЛЕК

Ауырлыҡтар тыуғанда

Ауырлыҡтар тыуғанда

«Бер-берегеҙҙе ныҡ яратығыҙ, сөнки яратыу күп гонаһтарҙы ҡаплай» (1 Петер 4:8).

Бергә йәшәй башлағандан һуң ир менән ҡатын төрлө ауырлыҡтар менән осраша. Был ауырлыҡтар уларҙың фекер йөрөтөүҙәре, тормошҡа ҡараштары һәм хистәре төрлө булғанға тыуырға мөмкин. Ауырлыҡтар шулай уҡ көтөлмәгән ваҡиғалар йә башҡа берәй шарттар арҡаһында тыуа ала.

Әлбиттә, ауырлыҡтарҙы хәл итеү әллә ни күңелле эш түгел, ләкин Изге Яҙмалар уларҙы сисергә саҡыра (Маттай 5:23, 24). Ауырлыҡтарҙы хәл итер өсөн иң яҡшы принциптар Изге Яҙмаларҙа бирелгән.

1. ТЫУҒАН АУЫРЛЫҠ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Һөйләү ваҡыты бар» (Вәғәзсе 3:1, 7). Тыуған ауырлыҡ тураһында һөйләшер өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Тормош иптәшегеҙгә нимә уйлағанығыҙҙы һәм хис иткәнегеҙҙе асыҡ итеп әйтегеҙ. Уға һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләгеҙ (Эфестарға 4:25). Ныҡ асыуланһағыҙ ҙа, үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ. Йомшаҡ итеп яуап биреү бәхәстән һаҡлаясаҡ (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:4; 26:20).

Берәй нәмә менән риза булмаһағыҙ ҙа, тормош иптәшегеҙгә яратыу һәм хөрмәт күрһәтергә онотмайынса, үҙегеҙҙе игелекле тотоғоҙ (Көләсәйҙәргә 4:6). Ауырлыҡтарҙы кисектермәйенсә хәл итергә тырышығыҙ һәм аралашыуҙан баш тартмағыҙ (Эфестарға 4:26).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Проблеманы сисер өсөн уңайлы ваҡыт һайлағыҙ

  • Тормош иптәшегеҙ һөйләгәндә, уны бүлдермәгеҙ. Һөйләү сираты һеҙгә лә килеп етер

2. ИҒТИБАР МЕНӘН ТЫҢЛАҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Бер-берегеҙҙе... наҙлы итеп яратығыҙ. Бер-берегеҙгә ихтирам күрһәтеүҙә беренсе булығыҙ» (Римлыларға 12:10). Һеҙҙең нисек тыңлауығыҙ бик мөһим. Тормош иптәшегеҙҙең «хәленә инеп, ...тыйнаҡ булып», уның фекерен аңларға тырышығыҙ (1 Петер 3:8; Яҡуп 1:19). Тыңлаған булып ҡыланмағыҙ. Мөмкин булғанса бөтә эштәрегеҙҙе ҡалдырығыҙ һәм иғтибарығыҙҙы тормош иптәшегеҙҙең һүҙҙәренә туплағыҙ йәки, һуңыраҡ һөйләшеп буламы, тип ипле генә һорағыҙ. Әгәр һеҙ тормош иптәшегеҙгә дошман итеп түгел, ә дуҫ итеп ҡараһағыҙ, һеҙгә: «Үпкәләргә ашыҡма», — тигән кәңәш буйынса эш итергә еңелерәк буласаҡ (Вәғәзсе 7:9).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тормош иптәшегеҙҙең һүҙҙәре һеҙгә оҡшамаһа ла, уны иғтибар менән тыңлағыҙ

  • Уның һүҙҙәре артында нимә торғанлығын аңларға тырышығыҙ. Уның йөҙөнә, тауышының тонына һәм ҡул хәрәкәттәренә иғтибар итегеҙ

3. ҠАБУЛ ИТЕЛГӘН ҠАРАРҘАР БУЙЫНСА ЭШ ИТЕГЕҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Һәр бер тырыш хеҙмәттең файҙаһы бар, ә буш һүҙ һөйләү ярлылыҡҡа илтә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:23). Ҡарарҙы ҡабул итеү генә аҙ, ҡарар буйынса эш итергә лә кәрәк. Был күп көс талап итергә мөмкин, әммә тырышлыҡтар бушҡа булмаясаҡ (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:4). Әгәр бер-берегеҙ менән хеҙмәттәшлек итһәгеҙ, «әжерен аласаҡһығыҙ» (Вәғәзсе 4:9).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Проблеманы сисер өсөн һәр берегеҙ ниндәй аҙымдар яһаясаҡ икәнлеген ҡарар итегеҙ

  • Ваҡыт-ваҡыт уңыштарығыҙҙы барлағыҙ