Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Мин түбән тәгәрәй инем

Мин түбән тәгәрәй инем
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1952

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: ҠУШМА ШТАТТАР

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ТУПАҪ ҺӘМ АЯУҺЫҘ БУЛҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Бала сағым Лос-Анджелеста (Калифорния штаты, АҠШ), бандалар һәм наркотиктар менән дан тотҡан райондарҙа үтте. Беҙҙең ғаиләлә алты бала булды, мин икенсе инем.

Әсәйем беҙҙе евангелистар динендә тәрбиәләне. Әммә үҫмер сағымда мин ике төрлө тормош алып бара башланым. Йәкшәмбе һайын сиркәү хорында йырланым, башҡа көндәрҙә кисәләргә йөрөнөм, наркотиктар ҡабул иттем һәм ҡыҙҙар менән күңел астым.

Мин үҙемде ҡулда тота алмай инем һәм тиҙ тоҡанып китә инем. Еңер өсөн, ҡулыма ни эләкһә, шуны ҡорал итеп ҡуллана торғайным. Сиркәүҙә ишеткәндәрем миңә ярҙам итмәне. Мин йыш ҡына, үс алыу — Алла эше, ә мин уның ҡулындағы ҡорал, тип әйтә инем. 1960 йылдар аҙағында өлкән кластарҙа уҡығанда «Ҡара пантералар» тип аталған сәйәси партия тәьҫиренә эләктем. Ул партия ҡара тәнлеләрҙең хоҡуҡтары өсөн көс ҡулланып көрәшә ине. Мин гражданлыҡ хоҡуҡтары өсөн көрәшкән студенттар союзына ҡушылдым. Бер нисә тапҡыр беҙ, мәктәпте ваҡытлыса ябып, протест акциялары ойошторҙоҡ.

Ләкин был ғына миңә әҙ булып күренде. Мин, нәфрәт менән янып, енәйәттәр ҡыла башланым. Мәҫәлән, бер ваҡыт беҙ дуҫтарым менән Африка ҡолдарының Ҡушма Штаттарҙа ғазап сигеүе тураһында фильм ҡараныҡ. Беҙҙең шул тиклем асыу ҡабарҙы, хатта кинотеатрҙа уҡ аҡ тәнле егеттәргә ташландыҡ. Шунан тағы берәйһен туҡмар өсөн аҡ тәнлеләр йәшәгән күрше районға киттек.

Миңә 20 йәш тә тулмағайны, ә беҙ ағайым һәм ҡустыларым менән инде бандит булып киттек. Беҙҙең властар менән күп проблемалар булды. Бер ҡустым билдәле банданың ағзаһы ине, һәм мин уның дуҫтары менән күп ваҡыт үткәрҙем. Мин түбән тәгәрәй инем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Минең бер дуҫымдың ата-әсәһе Йәһүә шаһиты ине. Бер саҡ улар мине мәсихселәр осрашыуына саҡырҙы, һәм мин барырға булдым. Иң баштан уҡ Йәһүә шаһиттарының башҡаларҙан бик ныҡ айырылып торғанын күрҙем. Һәр береһенең Изге Яҙмаһы бар һәм бөтәһе лә осрашыу ваҡытында уны аса ине. Хатта йәштәр телмәр менән сығыш яһай ине! Алланың исеме Йәһүә икәнен белгәс һәм был исемде иркен ҡулланыуҙарын ишеткәс, мин бик аптыраным (Зәбур 83:18). Йыйылышта төрлө милләт кешеләре булһа ла, улар араһында раса бүленештәре юҡ икәне күренеп тора ине.

Осрашыуҙарға йөрөү бик оҡшаһа ла, тәүҙә мин Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнергә теләмәнем. Бер кистә, мин йыйылышта булғанда, бер төркөм дуҫтарым концертҡа барған. Унда улар бер үҫмерҙе үҙенең күн курткаһын бирергә теләмәгәне өсөн үлтергәнсе туҡмағандар. Икенсе көндө улар бының менән маҡтанды. Хатта судта был турала көлөп һөйләнеләр. Уларҙың күбеһе ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылды. Шул кисте улар менән булмағаныма ни тиклем шатланғанымды әйтеп тораһы ла юҡ! Шунда мин тормошомдо үҙгәртергә ҡарар иттем һәм Изге Яҙма өйрәнә башланым.

Мин башҡа раса кешеләренә тиҫкәре мөнәсәбәттә инем, шуға Йәһүә шаһиттары араһындағы мөнәсәбәттәргә иҫем китте. Мәҫәлән, бер аҡ тәнле Йәһүә шаһитына сит илгә китергә кәрәк булғас, ул үҙенең балаларын ҡара тәнле ғаиләгә ҡалдырып китте. Ә ҡара тәнле егеттең йәшәргә урыны булмағанда, аҡ тәнле ғаилә уны үҙҙәренә йәшәргә алды. Йәһүә шаһиттарының Ғайса пәйғәмбәр әйткән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер», — тигән һүҙҙәр буйынса йәшәгәненә инандым (Яхъя 13:35). Мин ысын ҡәрҙәшлек тапҡанымды аңланым.

Изге Яҙма өйрәнеп, мин фекер йөрөтөүемде үҙгәртергә кәрәклеген аңланым. Миңә үҙемде тыныс итеп тоторға ғына түгел, ә аҡылымды яңыртып, тыныслыҡҡа ынтылыусы кеше булып китергә кәрәк ине (Римдарға 12:2). Яйлап мин рухи яҡтан үҫтем. 1974 йылдың ғинуарында һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем.

Миңә үҙемде тыныс итеп тоторға ғына түгел, ә аҡылымды яңыртып, тыныслыҡҡа ынтылыусы кеше булып китергә кәрәк ине

Ләкин хатта һыуға сумдырылғандан һуң да үҙем өҫтөндә эшләргә кәрәк ине. Мәҫәлән, бер мәл өйҙән-өйгә вәғәзләп йөрөгәндә мин машинамдан радио урлаған бер ҡараҡ артынан баҫтырып киттем. Ҡыуып еттем генә тигәндә, ул радионы ташлап ҡасты. Был турала башҡаларға һөйләгәс, бер өлкән минән: «Стивен, уны ҡыуып етһәң, нимә эшләр инең?» — тип һораны. Был һорау мине уйланырға мәжбүр итте һәм үҙ өҫтөмдә тағы ла күберәк эшләргә этәрҙе.

1974 йылдың октябрендә мин, башҡаларға Изге Яҙма тураһында һөйләүгә ай һайын 100 сәғәт бағышлап, тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша башланым. Һуңғараҡ миңә Йәһүә шаһиттарының Бруклиндағы (Нью-Йорк штаты) бөтә донъя баш идаралығында ирекле хеҙмәтсе булып эшләү хөрмәте тейҙе. 1978 йылда мин Лос-Анджелесҡа ауырыған әсәйемде ҡарарға ҡайттым. Ике йылдан һуң Ааронда исемле һәйбәт кенә бер апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Ул миңә әсәйемде үлеменә тиклем ҡарарға ярҙам итеште. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң беҙ Ааронда менән Күҙәтеү манараһының Изге Яҙма мәктәбе Гилеадта уҡыныҡ, һәм беҙҙе Панамаға билдәләнеләр. Беҙ әле лә шунда миссионер булып хеҙмәт итәбеҙ.

Һыуға сумдырылғандан һуң мин күп тапҡыр провокацион ситуациялар менән осраштым. Мин көсөргәнешле хәлде йомшартырға һәм берәйһе мине ҡотортҡан саҡта үҙемде дөрөҫ тоторға өйрәндем. Күптәр, шул иҫәптән ҡатыным да, шундай хәлдәрҙе яйға һала белеүем өсөн мине маҡтай. Мин үҙем дә үҙ-үҙемә аптырайым! Ләкин үҙ тырышлығым менән генә холҡомдо үҙгәртә алмаҫ инем. Был Изге Яҙманың кешене үҙгәртеүсе көсө ярҙамында ғына мөмкин булды (Еврейҙарға 4:12).

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.

Изге Яҙма миңә йәшәү мәғәнәһен табырға һәм тыныс кеше булып китергә ярҙам итте. Мин бүтән йоҙроҡ һелтәп йөрөмәйем, киреһенсә, кешеләргә рухи ярҙам күрһәтәм. Хатта мәктәптә уҡығанда миңә дошман булған кеше менән Изге Яҙма өйрәндем! Ул һыуға сумдырылғас, беҙ уның менән бер аҙ ваҡыт бер фатирҙа йәшәнек. Әлегә тиклем беҙ уның менән яҡын дуҫтар. Беҙ ҡатыным менән 80-дән ашыу кешегә Йәһүә шаһиты булып китергә ярҙам иттек.

Мин Йәһүәгә тормошомдо мәғәнәле, бәхетле иткәне һәм ысын дуҫтар биргәне өсөн бик ныҡ рәхмәтле.