Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Мин йыйылыштағы балалар менән ваҡыт үткәрергә яратам

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Мин бейсболды үлеп ярата инем!

Мин бейсболды үлеп ярата инем!
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1928

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: КОСТА-РИКА

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ПРОФЕССИОНАЛЬ СПОРТСЫ ҺӘМ ҠОМАРЛЫ УЙЫНДАР УЙНАУСЫ БУЛҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

Мин Коста-Риканың көнсығыш яры буйында урынлашҡан Лимон тигән портлы ҡала янында тыуып үҫтем. Мин ғаиләбеҙҙәге һигеҙ баланың етенсеһе инем. Миңә һигеҙ йәш булғанда атайыбыҙ үлеп китте. Шул арҡала әсәйебеҙгә беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләргә тура килде.

Бейсбол һәр ваҡыт тормошомда иң мөһим урын биләп торҙо. Мин спортты бала саҡтан уҡ ярата инем. Өлкән синыфтарҙа уҡыған саҡта мин һәүәҫкәрҙәр лигаһында уйнаным. Бер нисә йыл үткәс, һәләтле спортсыларҙы эҙләй торған бер кеше миңә Никарагуалағы бер профессиональ командала уйнарға тәҡдим итте. Әммә ул ваҡытта әсәйемдең һаулығы бик насар ине, һәм миңә уны ҡарарға кәрәк булды. Шуға мин Никарагуаға күсеп китеүҙән баш тарттым. Һуңыраҡ һәләтле спортсыларҙы эҙләй торған икенсе бер кеше миңә Коста-Риканың иң оҫта һәүәҫкәр уйынсыларҙан торған милли йыйылма бейсбол командаһына уйнарға саҡырҙы. Был юлы мин ризалаштым. Мин милли йыйылма команда өсөн 1949 йылдан 1952 йылға тиклем уйнаным; Куба, Мексика һәм Никарагуала үткән уйындарҙа ҡатнаштым. Мин бик оҫта бейсболсы инем. Хатта бер заман 17 уйын дауамында мин бер тапҡыр ҙа яңылышманым. Халыҡтың, маҡтап, бер туҡтауһыҙ исемемде ҡысҡырыуы миңә бик оҡшай торғайны!

Әйтергә лә оят, әммә мин ул ваҡытта әхлаҡһыҙ тормош алып барҙым. Осрашып йөрөгән ҡыҙым булһа ла, мин йыш ҡына уға хыянат итә торғайным. Шулай уҡ саманы белмәй эскән саҡтар ҙа булғылай ине. Бер саҡ мин шул тиклем күп эскәнмен, хатта, иртән уянғас, нисек өйгә ҡайтып еткәнемде лә хәтеремә төшөрә алманым. Өҫтәүенә, мин мөкиббән китеп аҡсаға домино уйнай торғайным һәм лотерея менән мауыға инем.

Шул арала әсәйем Йәһүә шаһиты булып китте. Ул миңә үҙенең иманы тураһында һөйләй ине, әммә уның һөйләгәндәре мине һис тә ҡыҙыҡһындырманы, сөнки ул саҡта мин тик спорт тураһында ғына уйлай инем. Күнегеүҙәр ваҡытында мин хатта асыҡҡанымды ла һиҙмәй бөтә булмышым менән уйынға сума торғайным. Эйе, мин бейсболды үлеп ярата инем!

Әммә 29 йәшемдә уйын ваҡытында туп тоторға маташҡанда, мин имгәндем. Шул арҡала миңә профессиональ спортты ҡалдырырға тура килде. Шулай ҙа мин бейсболды ташламаным, ә йортом эргәһендә һәүәҫкәрҙәр командаһы спортсыларын өйрәттем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

1957 йылда мин Йәһүә шаһиттарының конгресына барырға булдым. Ул конгресс үҙем ҡасандыр бейсбол уйнаған стадионда үтте. Унда ултырғанда мин Йәһүә шаһиттарының бер-береһе менән хөрмәт һәм игелек менән мөғәмәлә итеүен күрҙем. Улар бейсбол уйыны ваҡытындағы ҡотороноп ажғырған халыҡтан бик ныҡ айырылып тора ине. Был конгресс мине Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башларға һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә дәртләндерҙе.

Изге Яҙманан белгәндәремдең күбеһе мине таң ҡалдырҙы. Мәҫәлән, Ғайса Мәсих, был донъяның аҙағы килер алдынан шәкерттәрем бөтә ер йөҙө буйлап Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләйәсәк, тигән пәйғәмбәрлек әйткән (Матфей 24:14). Шулай уҡ мин ысын мәсихселәр Аллаға үҙ хеҙмәтен аҡса йыйыу ниәте менән түгел, ә бушлай һәм рыяһыҙ башҡара икәнен белдем. Сөнки Ғайса Мәсих: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тип әйткән (Матфей 10:8).

Мин, Йәһүә шаһиттарына ҡарап, күргәндәремде Изге Яҙманан белгәндәрем менән сағыштыра инем. Уларҙың Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләр өсөн шул тиклем күп тырышлыҡ һалыуҙары мине хайран ҡалдырҙы. Улар эскерһеҙ рәүештә Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә сағылдырырға ҡушҡан рухты сағылдыра ине. Шуға күрә, Ғайса Мәсихтең Марк 10:21-ҙәге «Миңә эйәр» тигән һүҙҙәрен уҡығас, мин дә Йәһүә шаһиты булырға теләнем.

Әммә, тормошомдо үҙгәртер өсөн, ваҡыт кәрәк булды. Күп йылдар дауамында мин киң таралаған лотерея уйынында ҡатнаштым. Мин гел үҙемдең «бәхетле» һаныма ҡуя торғайным. Ләкин Изге Яҙманы өйрәнгән саҡта Алла ҡомһоҙ һәм «Уңыш илаһына» табынған кешеләрҙе хупламай икәнен белдем (Ишағыя 65:11; Колосстарға 3:5). Шунлыҡтан мин ҡомарлы уйындар башҡа уйнамаҫҡа булдым. Киләһе йәкшәмбе көнө үк минең «бәхетле» һаным отто! Таныштарым, уңышты ҡулдан ысҡындырҙың тип, минән көлдө һәм, артабан да уйнарға өндәп, миңә көслө баҫым яһаны. Әммә мин ҡарарымда ныҡ торҙом. Шул ваҡыттан бирле мин бүтән бер ҡасан да ҡомарлы уйындар уйнаманым.

Йәһүә шаһиттарының конгресында һыуға сумдырылған көндә үк мин башҡа бер һынау менән осраштым. Был «яңы кешегә» ысындан да әйләнгәнменме, юҡмы икәнемә етди тикшереү булды (Ефестарға 4:24). Кисен ҡунаҡханаға ҡайтыуға мине номерымдың ишеге төбөндә элек осрашып йөрөгән ҡыҙым көтөп тора ине. Ул: «Сэмми, ҡәҙерлем, әйҙә, бөгөнгө кисте бергә үткәрәйек», — тип тәҡдим итте. Ләкин мин тәүәккәл рәүештә: «Юҡ!» — тинем һәм Изге Яҙмалағы юғары әхлаҡи нормаларға ярашлы йәшәүем хаҡында иҫенә төшөрҙөм (1 Коринфтарға 6:18). Шунда ул: «Нимә-нимә?» — тип ғәжәпләнеп, Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормалар хаҡында мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтә башланы. Ул, ныҡышып, яңынан осраша башлауыбыҙҙы талап итте. Әммә мин номерыма индем дә ишекте шап итеп ябып ҡуйҙым. Эйе, мин тормошомда ҙур үҙгәрештәр яһаным һәм 1958 йылда Йәһүә шаһиты булып киткәндән бирле бер тапҡыр ҙа мәсихсе принциптарын боҙмауым менән ғорурланам.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

Изге Яҙманың тормошомдо ни тиклем байытҡаны тураһында китап яҙа алыр инем. Минең дуҫтарым күп, тормошом мәғәнәле, һәм мин ысындан да бәхетле.

Мин бейсболды һаман да яратам, әммә хәҙер ул минең өсөн иң мөһиме түгел. Бейсбол менән шөғөлләнеү миңә дан һәм аҡса килтерә ине. Ләкин дан да, аҡса ла бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ә Алла менән дуҫлығым һәм бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ мәңгелек. Изге Яҙмала: «Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй», — тиелгән (1 Яхъя 2:17). Хәҙер инде мин барыһынан да бигерәк Йәһүә Алланы һәм уның халҡын яратам!