Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Мин үҙем менән һәр ваҡыт пистолет йөрөттөм

Мин үҙем менән һәр ваҡыт пистолет йөрөттөм
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1958

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: ИТАЛИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: БАНДА АҒЗАҺЫ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Рим ҡалаһы ситендә, күбеһенсә эшселәр йәшәгән ярлы районда тыуып үҫтем. Тормошом еңелдән булманы. Үҙ әсәйемде бер ҡасан да күрмәнем, ә атайым менән беҙ тыныша алманыҡ. Урам минең өсөн тормош мәктәбе булды.

Ун йәшем тулыуға мин урлаша башланым, ә 12 йәшемдә беренсе мәртәбә өйҙән ҡастым. Атайыма йыш ҡына мине полиция участогынан килеп алырға тура килде. Аҙым һайын барыһы менән дә телләштем, бөтә донъяға асыулы, тупаҫ булдым. 14 йәшемдә бөтөнләйгә өйҙән киттем, наркотик ҡуллана һәм урамда йәшәй башланым. Ҡуныр урыным булманы, шуға мин, ғәҙәттә, берәй машинаны ватып асып, шунда йоҡлай торғайным, ә иртәнсәк йыуынырға фонтан эҙләй инем.

Мин урлашыуҙа ысын профессионалға әйләндем һәм ваҡ-төйәк урлауҙан фатир һәм өй талап сығыуға тиклем барып еттем. Билдәле даирәләрҙә абруй ҡаҙандым, һәм тиҙҙән мине тирә-яҡта даны сыҡҡан бандаға алдылар. Был миңә «квалификациямды күтәрергә» мөмкинлек бирҙе: мин банк талауҙа ҡатнаша башланым. Ҡырыҫ холҡом арҡаһында бик тиҙ банданың хөрмәтле ағзаһына әйләндем. Мин үҙем менән һәр ваҡыт пистолет йөрөттөм, хатта төндә лә уны мендәр аҫтына һалып йоҡланым. Көс ҡулланыу, наркотиктар, урлашыу, һүгенеү һәм аҙғынлыҡ минең тормош рәүешемә әйләнде. Артымдан гел полиция баҫтырҙы. Мине бер нисә тапҡыр ҡулға алып, төрмәгә ултырттылар.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Бер тапҡыр иректә булғанда әсәйемдең һеңлеһенә барып килергә булдым. Шул ваҡытҡа ул үҙе һәм уның ике балаһы Йәһүә шаһиты булып киткәндәр. Улар мине мәсихселәр осрашыуына саҡырҙы. Мин унда ҡыҙыҡ булған өсөн генә барҙым. Батшалыҡ залында ныҡышып ишек төбөнә ултырҙым, сөнки һәр бер кергән кешене күрергә теләнем. Әлбиттә, пистолетым үҙем менән ине.

Шул осрашыу тормошомдо үҙгәртте. Хатта, икенсе планетаға эләктем, ахыры, тип уйлап ҡуйғаным иҫемдә! Мине яғымлы йылмайып ҡаршы алдылар. Шул кешеләрҙең шәфҡәтле һәм намыҫлы ҡарашлы күҙҙәрен әле лә хәтерләйем. Был бөтөнләй икенсе донъя ине!

Мин Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башланым. Күберәк белгән һайын, тормош рәүешемде тулыһынса үҙгәртергә кәрәклеген асығыраҡ аңлай барҙым. Мин Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-ләге: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер», — тигән һүҙҙәрҙе йөрәгем менән ҡабул иттем. Банда менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙөргә кәрәклеген аңланым. Еңел булманы, әммә Йәһүәнең ярҙамы менән быны эшләй алдым.

Ғүмеремдә тәү тапҡыр үҙ эш-ҡылыҡтарымды контролдә тота башланым

Мин бар яҡтарҙан да таҙа булырға ҡарар иттем. Бик күп көс һалып, тәмәке тартыуҙы һәм наркотик ҡулланыуҙы ташланым. Оҙон сәсемде ҡырҡтым, ҡолағымдағы алҡаларҙы алып ташланым һәм һүгенеүҙән туҡтаным. Ғүмеремдә тәү тапҡыр үҙ эш-ҡылыҡтарымды контролдә тота башланым.

Мин бер ҡасан да уҡырға һәм өйрәнергә яратманым, шуға күрә Изге Яҙма өйрәнгәндә иғтибарлы булыу ифрат ауыр булды. Шулай ҙа бик ныҡ тырышҡанға, яйлап Йәһүә Аллаға яратыуым үҫә барҙы һәм күңелемдә нимәлер үҙгәрҙе: выжданым уянып, тауыш бирә башланы. Йыш ҡына үҙем менән ҡәнәғәтһеҙлек хисе тойҙом һәм Йәһүәнең башҡаларға ҡылған яман эштәремде ҡасан да булһа ғәфү итеренә икеләндем. Шундай мәлдәрҙә Йәһүәнең Дауыт батшаны етди гонаһтары өсөн кисергәне тураһында уҡыным, һәм был күңелемде йыуатты (2 Самуил 11:1—12:13).

Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү тағы бер һынау булды (Матфей 28:19, 20). Элек үҙем зыян килтергән кешеләрҙең берәйһен осратыу тураһындағы уйҙан ғына ла эҫеле-һыуыҡлы булып китә ине! Ваҡыт үтеү менән мин ҡурҡыуымды еңдем. Башҡаларға күктәге ғәфү итергә яратҡан Атайыбыҙ тураһында белем алырға ярҙам итеүҙән ысын шатлыҡ таба башланым.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.

Йәһүә тураһында белем алыу ғүмеремде ҡотҡарҙы! Элекке иптәштәремдең күбеһе йә үлгән, йә төрмәлә ултыра. Ә мин тормошомдан ҡәнәғәтлек табам һәм киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарайым. Баҫалҡы, тыңлаусан булырға һәм ҡыҙыу холҡомдо контролдә тоторға өйрәндем. Һөҙөмтәлә, башҡалар менән мөнәсәбәттәрем яҡшырҙы. Никахта ла бәхетлемен, һоҡланғыс ҡатынымдың исеме Кармен. Бергәләп кешеләргә Изге Яҙма менән танышырға ярҙам итәбеҙ, һәм был беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә.

Әйткәндәй, хәҙер минең намыҫлы эшем бар. Ҡай саҡта ул банктар менән бәйле, тик хәҙер мин унда пистолет менән түгел, ә биҙрә һәм швабра менән йөрөйөм!