Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

«Улар хәҡиҡәткә минең үҙемдең ышаныуымды теләне»

«Улар хәҡиҡәткә минең үҙемдең ышаныуымды теләне»
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1982

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: ДОМИНИКАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: МОРМОН ҒАИЛӘҺЕНДӘ ТӘРБИӘЛӘНГӘН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Санто-Домингола тыуғанмын, ғаиләлә дүртенсе — иң кесе бала булдым. Атай-әсәйебеҙ бик уҡымышлы кешеләр ине, шуға ла улар беҙҙең яҡшы һәм намыҫлы кешеләр араһында үҫеүебеҙҙе теләне. Мин тыуырҙан дүрт йыл элегерәк улар мормон миссионерҙарын осратҡан. Уларҙың бөхтә кейеме һәм үҙҙәрен бик ипле тотоуы атай-әсәйемә ныҡ тәьҫир иткән. Шуға ла тиҙҙән атайым менән әсәйем Ғайса Мәсихтең Һуңғы көндәр изгеләре Сиркәүенә ҡушылырға булған. Шулай итеп, беҙҙең ғаилә утрауҙа беренселәрҙән булып был динде ҡабул иткән.

Миңә сиркәү эштәрендә ҡатнашыу йылдан-йыл нығыраҡ оҡшай барҙы. Шулай уҡ мормондарҙың ғаилә мәнфәғәтенә һәм әхлаҡи нормаларға айырыуса ҙур иғтибар биреүе лә оҡшай ине. Мин үҙ динем менән ғорурландым һәм миссионер булырға ҡарар иттем.

Миңә 18 йәш тулғас, университетҡа инергә кәрәк булды, һәм беҙ ғаилә менән Ҡушма Штаттарға, Флоридаға күстек. Бер йыл тирәһе үткәс, беҙгә үҙенең ире менән әсәйемдең һеңлеһе килде. Улар Йәһүә шаһиты ине. Улар беҙҙе үҙҙәренең конгресына саҡырҙы. Унда ултырыусыларҙың барыһы ла программаны тыңлағанда Изге Яҙманы асып уҡып, яҙыуҙар яһай ине. Был мине ныҡ ғәжәпләндерҙе, һәм мин дә, ҡағыҙ-ҡәләм һорап алып, телмәрҙәрҙе ҡыҫҡаса яҙа башланым.

Конгрестан һуң апайым менән еҙнәм миңә, миссионер булырға теләгең бар икән, беҙ һиңә Изге Яҙма тәғлимәттәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә алабыҙ, тине. Уларҙың тәҡдиме миңә оҡшаны, сөнки ул ваҡытта мин Мормондың Китабын күпмелер кимәлдә белә инем, ә Изге Яҙманы иһә, дөрөҫөн генә әйткәндә, бөтөнләй белмәй инем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Телефон аша фекер алышҡанда, апайым менән еҙнәм һәр ваҡыт белгәндәремде Изге Яҙмала яҙылғандар менән сағыштырырға дәртләндерә торғайны. Улар хәҡиҡәткә минең үҙемдең ышаныуымды теләне.

Мин Мормон сиркәүенең күп тәғлимәттәренә тикшермәйенсә ышандым, әммә уларҙың Изге Яҙмаға тура киләме, юҡмы икәнен белмәй инем. Апайым миңә «Уянығыҙ!» журналын ебәрҙе (1995 йыл, 8 ноябрь, Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған). Унда мормондар хаҡында мәҡәләләр бар ине. Мин бик ғәжәпләндем, сөнки был диндең күп кенә тәғлимәттәрен бөтөнләй белмәгәнмен икән. Шул саҡ мин мормондарҙың рәсми сайтына инеп, «Уянығыҙ!» журналында яҙылғандарҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә булдым. Барыһы ла тап журналда яҙылғанса булып сыҡты. Ә инде мормондарҙың Юта штатындағы (АҠШ) музейына барып ҡайтыу бер шигемде лә ҡалдырманы.

Ошоға ҡәҙәр мин гел Мормон Китабы һәм Изге Яҙма бер-береһен тулыландыра тип уйлай торғайным. Әммә Изге Яҙманы иғтибар менән уҡый башлағас, ҡаршылыҡтар барлығын күрҙем. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, Йәзәкил 18:4-тә, йән үлә, тиелгән. Мормон Китабында иһә: «Йән һис ваҡытта ла үлмәй», — тип яҙылған (Алма 42:9).

Тәғлимәттәрҙәге ҡаршылыҡтарҙан тыш, мине мормондар өйрәткән милләтселек идеялары ла борсоно. Мәҫәлән, мормондар, Эден баҡсаһы Джексон округында (Миссури штаты, АҠШ) урынлашҡан, тип ышана. Ә уларҙың сиркәү етәкселәре, «Алла Батшалығы килгәс, азатлыҡ һәм халыҡтар тигеҙлеге һабында Америка Ҡушма Штаттарының бер тапһыҙ байрағы ғорур елберҙәйәсәк», тип белдерә.

Мин: «Ул сағында тыуған илем һәм башҡа бөтә илдәр менән нимә булыр һуң?» — тип уйланым. Бер кистә миңә миссионерлыҡҡа уҡып йөрөгән йәш мормон шылтыратты. Мин уға борсолоуҙарым хаҡында әйттем һәм: «Әгәр берәй ил һинең илеңә ҡаршы һуғыш башлаһа, һин шул илдән булған имандаштарыңа ҡаршы һуғышырһыңмы?» — тип һораным. Ул: «Эйе!» — тип, мине шаҡ ҡатырҙы. Мин, сиркәүемдең тәғлимәттәрен тәрәнерәк аңларға теләп, мормон етәкселәре менән фекер алышырға булдым. Улар әйтеүенсә, минең һорауҙарыма яуаптар әлегә сер булып ҡала һәм, яҡтылыҡ арта барған һайын, ул сер әкренләп асыласаҡ.

Ошо хәлдәрҙән һуң ныҡ ҡына күңелем ҡайтты, һәм, ни өсөн һуң мин мормондарҙың миссионеры булырға теләйем, тигән етди уйға төштөм. Ысынын ғына әйткәндә, мин кешеләргә ярҙам итергә генә теләй инем. Мине шулай уҡ башҡаларҙың миссионерҙарға айырыуса ихтирам менән ҡарауҙары ла йәлеп итә ине. Әммә миссионерҙар бит кешеләргә Алла хаҡында һөйләргә тейеш, ә мин уның тураһында бер ни ҙә белмәйем тиерлек. Элек Изге Яҙманы күп тапҡырҙар асып ҡараған булһам да, мин уның ысын ҡиммәтен аңламағанмын. Алланың ер өсөн нимә ниәтләгәне хаҡында мин бөтөнләй бер ни ҙә белмәй инем.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.

Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнгән саҡта, мин Алланың исемен белдем, кеше үлгәс, уның менән нимә булыуын, һәм Алланың ниәтен үтәүҙә Ғайсаның ролен аңланым. Ниһайәт, был ғәжәйеп китап минең өсөн асылды. Белгәндәремде башҡаларға һөйләү миңә бик оҡшай ине. Мин Аллаға гел ышана инем, ә хәҙер иһә ул минең яҡын Дуҫыма әйләнде, ул минең доғаларымды ишетә. 2004 йылдың 12 июлендә мин һыуға сумдырылдым һәм Йәһүә шаһиты булып киттем, ә ярты йыл үткәс, тулы ваҡытлы хеҙмәт башланым.

Миңә Йәһүә шаһиттарының Бруклиндағы бөтә донъя баш идаралығында (Нью-Йорк) биш йыл хеҙмәт итеү бәхете тейҙе. Бөтә ер йөҙө буйынса миллионлаған кешеләрҙең тормошон үҙгәртеүсе Изге Яҙма һәм әҙәбиәт етештереү эшендә ҡатнаша алғаныма мин сикһеҙ шат. Кешеләргә Алла хаҡында белергә ярҙам итеү эшен мин бөгөн дә шатланып дауам итәм.