Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?

4 | Алла ярҙамы менән нәфрәтте еңегеҙ

4 | Алла ярҙамы менән нәфрәтте еңегеҙ

Изге Яҙманан принцип:

«Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ» (ГАЛАТТАРҒА 5:22, 23).

Был нимәне аңлата?

Нәфрәт әйләнешенән Алла ярҙамы менән генә ҡотолоп була. Уның изге рухы беҙ үҙебеҙ бер ҡасан да булдыра алмаған сифаттарҙы үҫтерергә ярҙам итә ала. Шуның өсөн нәфрәт менән бер үҙегеҙ көрәшер урынына Алла ярҙамына таяныу яҡшыраҡ. Шул саҡ һеҙ ҙә, илсе Павел һымаҡ: «Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам», — тип әйтә алырһығыҙ (Филиптарға 4:13, ЯДТ). Һеҙ Зәбур 121:2-ләге, «миңә ярҙам Йәһүәнән... килә», тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанырһығыҙ.

Нисек ҡулланырға?

«Йәһүә миңә мәрхәмәтһеҙ кешенән тыныс кешегә әйләнергә ярҙам итте» (ВАЛЬДО)

Йәһүәгә, изге рух биреүен һорап, ныҡышып доға ҡылығыҙ (Лука 11:13). Алланан үҙегеҙ өҫтөндә эшләргә һәм яҡшыға үҙгәрергә ярҙам итеүен һорағыҙ. Изге Яҙмала нәфрәтте юҡ итергә ярҙам иткән яратыу, тыныслыҡ, түҙемлек һәм тотанаҡлыҡ кеүек сифаттар тураһында нимә әйтелгәнен тикшерегеҙ. Белгәндәрегеҙҙе тормошоғоҙҙа ҡулланырға тырышығыҙ. Шундай уҡ сифаттар үҫтерергә тырышҡан кешеләр менән аралашығыҙ. Ундай кешеләр һеҙҙе «мөхәббәт менән изге эштәргә» дәртләндерер (Еврейҙарға 10:24).