Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо ваҡытта берәйһе, ысынлап та, башҡа кешенең баҫыуына ҡый үләне сәсә алғанмы?

Император Юстиниандың б. э. 1468 йылына ҡараған «Дигестар» күсермәһе. Күп боронғо документтар кеүек, был документ та хөкөм эштәрен ентекле итеп тасуирлай

МАТФЕЙ 13:24—26-ла Ғайсаның бындай һүҙҙәре килтерелә: «Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған. Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән. Үҫентеләр күтәрелеп, баш ебәргән ваҡытта, ҡый үләне лә күренә башлаған». Ҡайһы бер яҙыусылар бындай хәлдең була алғанына шикләнә, ләкин, Рим империяһының беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған юридик документтарынан күренеүенсә, ундай осраҡтарҙың булғанлығы ихтимал.

Изге Яҙма буйынса төҙөлгән бер һүҙлектә былай тиелә: «Рим хоҡуғы нигеҙендә башҡа кешенең баҫыуына үс алыу маҡсаты менән ҡый үләне сәскән кеше енәйәтсе тип иҫәпләнгән. Ошо закондың булғанлығы бындай хәлдең йыш осрағанын күрһәтә». Аластар Керр исемле хоҡуҡ белгесе аңлатҡанса, б. э. 533 йылында Рим императоры Юстиниан «Дигестар»ҙы, йәғни рим хоҡуҡтарының һәм классик юристарҙың яҙмаларынан алынған өҙөмтәләрҙең йыйынтығын донъяға сығарған (яҡынса б. э. 100—250 йылы). Был документта Ульпиан исемле юрист Римдың дәүләт эшмәкәре Цельс ҡараған эште иҫкә ала («Дигестар», 9.2.27.14). Бер кешенең баҫыуында ҡый үләне сәселгән булған, һәм уңыш юҡҡа сыҡҡан. «Дигестар»ҙа әйтелгәнсә, закон буйынса баҫыуҙың хужаһы йә уны арендаға алған кеше енәйәтсенән зыянды ҡаплауын талап итә алған.

Рим империяһында ҡылынған бындай енәйәттәр Ғайса Мәсих тасуирлаған хәлдең ысындан да була алғанын раҫлай.

Беренсе быуатта Рим идараһы йәһүд идарасыларына ниндәй вәкәләт биргән булған?

УЛ ВАҠЫТТА Йәһүҙиә Рим идараһы аҫтында булған. Рим, унда прокуратор билдәләп, уның ҡарамағына ғәскәрҙәр тапшырған. Уның төп вазифаһы Рим ҡаҙнаһы өсөн һалым йыйыу, шулай уҡ тыныслыҡ һәм тәртип һаҡлау булған. Римдар фетнәгә ҡотортоусыларҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға һәм тәртип боҙғандарҙы язаға тарттырырға тырышҡан. Шулай ҙә, дөйөм алғанда, римдар Йәһүҙиә идарасыларына үҙ ерҙәрендә етәкселек итергә рөхсәт иткән.

Юғары кәңәшмә ултырышы

Юғары кәңәшмә йәһүдтәрҙең юғары хөкөмө ролен уйнаған һәм ҡанун белгестәренең кәңәшмәһен үҙ эсенә алған. Йәһүҙиәлә түбәнге суд органдары ла булған. Улар, күрәһең, гражданлыҡ һәм енәйәт эштәрен Рим ҡыҫылышынан тыш ҡараған. Әммә йәһүд судтары енәйәтселәрҙе үлем язаһына тарттыра алмаған, бындай хоҡуҡҡа тик рим идарасылары ғына эйә булған. Юғары кәңәшмә ағзалары, Стефанды таштар менән бәргеләп үлтергәндә генә, был ҡағиҙәне боҙған (Ғәм. 6:8—15; 7:54—60).

Күренеүенсә, Йәһүҙиәләге Юғары кәңәшмәгә бик ҙур вәкәләт бирелгән булған. Шулай ҙа, тарихсы Эмиль Шюрер яҙғанса, «уның бик етди бер сикләүе булған: рим идарасылары, теләһә ниндәй ваҡытта ҡыҫылып, ниндәй ҙә булһа эште үҙе ҡарай алған. Берәй эш сәйәси яҡтан хәүефле булып күренһә, улар шулай эш иткән дә». Мәҫәлән, ғәскәр башлығы Клавдий Лисий Павелдың рим гражданы булғанын белгәс, уны һаҡ аҫтына алған (Ғәм. 23:26—30).