Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Изге Яҙмала әйтелгәндән тыш, тағы ниндәй дәлилдәр израилдәрҙең Мысырҙа ҡолдар булғанын иҫбатлай?

Изге Яҙма буйынса, мәдйәндәр Йософто Мысырға алып киткәндән һуң йылдар уҙғас, ырыу башлығы Яҡуб үҙенең ғаиләһе менән бергә Ҡынаандан Мысырға күсенгән. Улар Нил йылғаһының тамағында урынлашҡан Гошен өлкәһендә төпләнгән (Баш. 47:1, 6). Израилдәрҙең һаны артҡандан-арта барған, һәм улар көсәйгәндән-көсәйгән. Шуға күрә мысырҙар борсола башлаған һәм израилдәрҙе ҡол иткән (Сығ. 1:7—14).

Бөгөн ҡайһы бер тәнҡитселәр Изге Яҙмалағы был хәбәрҙе миф тип атай. Әммә семит * халыҡтарының боронғо Мысырҙа ҡол булып йәшәгәненә көслө дәлилдәр бар.

Мәҫәлән, археологтар Мысырҙың төньяғында боронғо ауылдар тапҡан. Изге Яҙма белгесе Джон Бимсон әйтеүенсә, шул ерҙәрҙә кәм тигәндә 20 семит ауылы булған. Бынан тыш, боронғо Мысыр илен өйрәнгән белгес Джеймс Хоффмайер былай ти: «Беҙҙең эраға тиклем 1800—1540 йылдарҙа семит телендә һөйләшкән күп кенә кешеләр көнбайыш Азиянан Мысырға күсенгән... Шул осор „ырыу башлыҡтарының осоро“ менән киҫешә һәм Башланмыш китабында тасуирланған тарихи шарттарға тура килә».

Тағы бер дәлил — Мысырҙың көньяғында табылған һәм Урта Батшалыҡ осоро (б. э. т. яҡ. 2000 — яҡ. 1600 йылдар) менән даталанған папирус. Был папируста көньяҡ Мысырҙа бер йорт хужаһына хеҙмәт иткән ҡолдарҙың исемдәре яҙылған. 40-тан артыҡ исем — семит исемдәре. Был ҡолдар ашнаҡсылар, туҡыусылар булып хеҙмәт иткән һәм башҡа төрлө эштәр башҡарған. Джеймс Хоффмайер былай ти: «[Көньяҡ Мысырҙағы] Фиваида ҡалаһында 40-тан ашыу семит кешеһе бер йортта эшләгән икән, тимәк, бөтөн ил буйынса, бигерәк тә Нил йылғаһының тамағында семиттар, күрәһең, бик күп булған».

Археолог Дэвид Рол яҙғанса, шул ҡолдарҙың исемдәренең ҡайһы берҙәре «Изге Яҙманың биттәренән алынған кеүек тойола». Мәҫәлән, шул папируста Исасхар, Ашер һәм Шифра кеүек исемдәр осрай (Сығ. 1:3, 4, 15). Дэвид Рол бындай һығымта яһай: «Быларҙың барыһы израилдәрҙең Мысырҙа ҡолдар булғанына ышаныслы дәлил булып тора».

«Изге Яҙмала израилдәрҙең Мысыр ҡоллоғонда булғаны һәм шул илдән сығып киткәне хаҡында яҙылған, һәм был хәбәрҙең көслө тарихи нигеҙе бар», — тип раҫлай Джон Бимсон.

^ 4 абз. «Семит» тигән атама Нухтың улы Сим исеменән килеп сыҡҡан. Симдың тоҡомдарынан, күрәһең, эламлылар, ассирийҙар, боронғо халдейҙар, еврейҙар, сүриәлеләр һәм башҡа ғәрәп ҡәбиләләре барлыҡҡа килгән.