Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Иерусалимдағы ғибәҙәтханала мал һатыусыларҙы ысынлап та «юлбаҫарҙар» тип атап булғанмы?

МАТФЕЙ бәйән иткән һөйөнөслө хәбәрҙә былай тиелә: «Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. Ғайса уларға: „Изге Яҙмала: „Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ“, — тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ!“ — тине» (Матф. 21:12, 13).

Йәһүд тарихи документтарҙан күренеүенсә, ғибәҙәтханала һатып торған кешеләр һатып алыусыларҙан мал өсөн ифрат ҙур хаҡ түләткән. Мәҫәлән, Мишнала әйтелгәнсә, б. э. I быуатында ҡорбан килтереү өсөн бер пар күгәрсендең хаҡы алтын динарийға тиклем күтәрелгән (Керитот 1:7). Шунса аҡсаны эшләп алыр өсөн һөнәре булмаған эшсегә 25 көн эшләргә кәрәк булған. Күгәрсен һәм күгәрсен балаларын ҡорбанға ярлы кешеләр килтерә алған, әммә хатта был ҡоштарҙың хаҡы ла улар өсөн ғәйәт ҙур булған (Лев. 1:14; 5:7; 12:6—8). Гамалиилдың улы раввин Симон, бындай хәлгә асыуы килеп, мотлаҡ килтерелергә тейеш ҡорбандарҙың һанын кәметкән. Һөҙөмтәлә ике күгәрсендең хаҡы шунда уҡ йөҙ тапҡырға кәмегән.

Шулай итеп, әле ҡарап сыҡҡан мәғлүмәт буйынса, бындай һығымта яһап була: Ғайса Мәсих ғибәҙәтханала һатып торған ҡомһоҙ һәм намыҫһыҙ кешеләрҙе «юлбаҫарҙар» тип дөрөҫ атаған.