Төп мәғлүмәткә күсеү

«Алла ғүмеребеҙҙе ҡотҡарҙы»

«Алла ғүмеребеҙҙе ҡотҡарҙы»

 2005 йылда Һиндостанда йәшәгән Саубхагья исемле ҡатындың ире үлеп киткән. Ире уның тураһында һәм өс йәшлек ҡыҙҙары Мегхана хаҡында яҡшы ҡайғыртҡан. Ул үлгәндән һуң Саубхагья ҡыҙы менән саҡ осон-осҡа ялғап йәшәгән.

 Саубхагьяға берәү ҙә ярҙам итмәгән. Унан хатта туғандары ла баш тартҡан. Улар уны ҡыҙы менән хәйерселәр тип һанағандар һәм, һеҙ беҙгә йөк, тип әйтеп торғандар. Саубхагья йыуаныс эҙләп урындағы сиркәүгә йөрөй башлаған, әммә унда ла, ул ярлы булғанға күрә, уны ихтирам итмәгәндәр. Ул ҡыҙы менән үҙен туйындырыр өсөн эш эҙләп ҡараған, әммә нисек кенә тырышмаһын, таба алмаған.

 Саубхагья былай тип иҫенә төшөрә: «Мин өмөтһөҙлөккә бирелдем һәм үҙемә ҡул һалырға булдым. Ләкин һуңынан, минһеҙ ҡыҙыма тағы ла ҡыйыныраҡ булыр, тип уйланым һәм икебеҙҙе лә ағыуларға ҡарар иттем». Шундай ауыр уйҙар менән Саубхагья ағыу алырға киткән.

 Поезда кире ҡайтҡанда, уның менән Элизабет исемле Йәһүә шаһиты һөйләшә башлаған. Саубхагья эш таба алмауы хаҡында әйткән, һәм Элизабет уға үҙ ярҙамын тәҡдим иткән. Ул шулай уҡ Изге Яҙма өйрәнеүенә китеп барыуы хаҡында ла әйткән. Саубхагья быға бик ғәжәпләнгән, сөнки ул күп сиркәүҙәрҙә булған һәм унда йөрөүселәрҙең Изге Яҙманы өйрәнеүе хаҡында ишеткәне булмаған. Элизабет өйрәнеү нисек үтеүе хаҡында күберәк һөйләр өсөн Саубхагьяны үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған.

 Өйөнә ҡайтҡанда Саубхагья һаман үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләгән. Әммә бер туғаны ҡайҙалыр барырға булған һәм Мегхананы үҙе менән алып киткән. Шуға ла Саубхагья ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн ҡыҙының әйләнеп ҡайтыуын көтөргә булған.

 Шул арала Саубхагья Элизабетҡа ҡунаҡҡа барған. Элизабет уны йылы ҡаршы алған һәм уға «Изге Яҙманың хаҡ тәғлимәттәре» тигән китапты (тат.) күрһәткән. Саубхагьяны «Үлгән кешеләр ҡайҙа?» тип аталған бүлек бик ҡыҙыҡһындырған, сөнки ул иренең үлеүе арҡаһында бик ҡайғырған. Саубхагья шунда уҡ Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан.

 Элизабет Саубхагьяны бер аҙнанан буласаҡ региональ конгресҡа саҡырған, һәм ул килгән. Күргәндәре һәм ишеткәндәре уны шул тиклем таң ҡалдырған, ул хатта Йәһүә шаһиты булып китергә ҡарар иткән. Конгреста булып ҡайтҡандан һуң Саубхагьяға эш тәҡдим иткәндәр.

 Изге Яҙманы өйрәнеү ярҙамында Саубхагьяның тормошо мәғәнәле булып киткән, һәм ул инде үҙ-үҙенә ҡул һалыу хаҡында уйламаған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң Саубхагья, ә һуңыраҡ Мегхана ла һыуға сумдырылған. Бөгөн икеһе лә даими пионер булып хеҙмәт итә. Ә Мегхана алыҫтан тороп һинд тәржемә офистарының береһенә ярҙам итә.

Саубхагья менән Мегхана

 Элизабет Саубхагьяға шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтеп, уға хәҡиҡәт хаҡында һөйләгәненә Саубхагья менән Мегхана бик шат. Улар Йәһүәгә бик ныҡ рәхмәтле. Мегхана былай ти: «Әгәр ҙә ул көндө хәҡиҡәт тураһында ишетмәһәк, күптән инде үлгән булыр инек. Хәҙер беҙ ысындан да бәхетлебеҙ һәм атайым менән яңынан күрешеүебеҙҙе, уны ҡосаҡлауыбыҙҙы, уға Йәһүә хаҡында һәм уның ғүмеребеҙҙе нисек ҡотҡарғаны тураһында һөйләй алыуыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ».