Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары ғаиләләрҙе тарҡатамы?

Йәһүә шаһиттары ғаиләләрҙе тарҡатамы?

 Йәһүә шаһиттары булараҡ, беҙ үҙебеҙҙең ғаиләләребеҙҙе нығытабыҙ, башҡаларға ла ғаиләләрен нығытырға ярҙам итәбеҙ. Беҙ Алланы Ғаиләгә Нигеҙ Һалыусы итеп хөрмәт итәбеҙ (Башланмыш 2:21—24; Эфестарға 3:14, 15). Изге Яҙмалар аша ул бөтә ер шары буйынса йәшәгән кешеләргә ныҡ һәм бәхетле ғаилә ҡорорға ярҙам иткән принциптар бирә.

Йәһүә шаһиттары ғаиләләрҙе нисек нығыта?

 Беҙ бөтә көсөбөҙҙө һалып Изге Яҙмаларҙағы кәңәштәр буйынса эш итергә тырышабыҙ, сөнки улар беҙгә — ирҙәргә, ҡатындарға, балаларға — вазифаларыбыҙҙы яҡшыраҡ үтәргә ярҙам итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31; Эфестарға 5:22—6:4; 1 Тимутегә 5:8). Изге Яҙмаларҙағы аҡыллылыҡ хатта ағзалары төрлө дин тотҡан ғаиләләрҙе лә бәхетле итергә мөмкин (1 Петер 3:1, 2). Тормош иптәштәре Йәһүә шаһиты булып киткән кешеләрҙең нимә әйткәндәренә иғтибар итәйек:

  •   «Өйләнешкәндән һуң беренсе алты йыл дауамында беҙ бер туҡтауһыҙ әрләшә инек һәм бер-беребеҙгә асыулана инек. Ләкин Ивети Йәһүә шаһиты булып киткәс, ул күберәк яратыу һәм түҙемлелек күрһәтә башланы. Уның яһаған үҙгәрештәре никахыбыҙҙы һаҡлап ҡалды» (Клауир, Бразилия).

  •   «Ирем, Чанса, Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙмаларҙы өйрәнә башлағас, мин быға ҡаршы инем, сөнки, улар ғаиләләрҙе тарҡата, тип уйлай инем. Әммә һуңыраҡ Изге Яҙмаларҙың ысынбарлыҡта никахыбыҙҙы нығытҡанын аңланым» (Агнесс, Замбия).

 Кешеләргә вәғәзләгәндә, беҙ Изге Яҙмаларҙағы кәңәштәр тормоштоң бындай өлкәләрендә нисек ярҙам итә алғанын күрһәтәбеҙ:

Башҡа дингә күсеү никахта ҡаршылыҡтарға килтерергә мөмкинме?

 Ысынлап та, ҡайһы саҡта мөмкин. Мәҫәлән, 1998 йылда социологик тикшереүҙәр менән шөғөлләнгән Sofres компанияһының отчетында әйтелгәнсә, 20 ғаиләнең береһендә, тормош иптәштәренең береһе Йәһүә шаһиты булып киткәндән һуң, етди ауырлыҡтар тыуған.

 Ғайса шәкерттәренең ғаиләләрендә ҡайһы саҡта ҡаршылыҡтар тыуасағы тураһында алдан әйткән булған (Маттай 10:32—36). Вил Дюрант исемле тарихсы, Рим империяһында «мәсихселәр динен ғаиләләрҙе тарҡатыуҙа ғәйепләгәндәр» a, тип яҙа. Бөгөн Йәһүә шаһиттарына шундай уҡ ғәйеп ташлайҙар. Был Йәһүә шаһиттары ысындан да ундай ауырлыҡтарҙың сәбәпсеһе булып тора тигәнде аңлатамы?

Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды

 Йәһүә шаһиттарын ғаиләләрҙе тарҡатыуҙа ғәйепләү менән бәйле эш буйынса ҡарар сығарғанда, Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды шуға иғтибар иткән: йыш ҡына Йәһүә шаһиттары булмаған ғаилә ағзалары иман итеүсе туғандарының «үҙ диндәрен тотоу һәм дини эштәр менән шөғөлләнеү иреклеген сикләгәнгә һәм уларҙың ҡараштарын хөрмәт итмәгәнгә», никахта ҡаршылыҡтар килеп сыға. Суд былай тип өҫтәй: «Бындай хәл дини ҡараштары айырылып торған бөтә ғаиләләргә хас. Йәһүә шаһиттары тураһында шуны уҡ әйтеп була» b. Ләкин Йәһүә шаһиттары, кешеләр уларҙың диндәренә ҡаршы килгән ваҡытта ла, бындай кәңәш буйынса эш итергә тырыша: «Һис кемгә лә яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән ҡайтармағыҙ... Һәр кем менән тыныс, татыу йәшәр өсөн көсөгөҙҙән килгәнде эшләгеҙ» (Римлыларға 12:17, 18).

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары үҙ имандаштары менән генә никахлашырға тейеш?

 Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмаларҙағы «Хужабыҙ шәкертенә» генә, йәғни үҙҙәренең динен тотҡан кеше менән генә никахҡа инеү тураһындағы күрһәтмә буйынса эш итә (1 Көринттәргә 7:39). Был Изге Яҙмаларҙа яҙылған әмерҙе үтәү бик аҡыллы. Мәҫәлән, 2010 йылда ғаилә һәм никах мәсьәләләренә бағышланған бер журналда шуға иғтибар ителде: «тормош иптәштәренең диндәре, йолалары һәм ышаныуҙары бер үк» булһа, мөнәсәбәттәре лә яҡшыраҡ буласаҡ c («Journal of Marriage and Family»).

 Әммә Йәһүә шаһиттары үҙ имандаштарын Йәһүә шаһиты булмаған тормош иптәштәре менән айырылышырға дәртләндермәй. Изге Яҙмаларҙа былай тип әйтелә: «Берәй ҡәрҙәштең иман итмәүсе ҡатыны булһа һәм ҡатыны уның менән бергә йәшәргә риза икән, ҡәрҙәш уны ташламаһын. Шулай уҡ берәй ҡатындың иман итмәүсе ире булһа һәм ире уның менән бергә йәшәргә риза икән, ҡатын уны ташламаһын» (1 Көринттәргә 7:12, 13). Йәһүә шаһиттары был әмер буйынса йәшәй.

a Дюрант В. «Ҡайсар һәм Мәсих» (урыҫ) тигән китапты ҡарағыҙ, 696 б.

b Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судының «Мәскәүҙәге Йәһүә шаһиттарының дини ойошмаһы һәм башҡалар Рәсәй Федерацияһына ҡаршы» тигән эш буйынса сығарылған ҡарарҙы ҡарағыҙ, 26 б., 111 пункт.

c «Journal of Marriage and Family» тигән журналды ҡара, 2010 йыл, август айы, Т. 72, № 4, 963 б.