Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма ғаилә тормошон бәхетле итә аламы?

Изге Яҙма ғаилә тормошон бәхетле итә аламы?

Изге Яҙманан яуап

 Эйе, бәхетле итә ала. Миллионлаған кешегә ғаилә тормошонда бәхетле булырға ярҙам иткән Изге Яҙмалағы ҡайһы бер аҡыллы кәңәштәр түбәндә килтерелә:

  1.   Никахығыҙҙы теркәгеҙ. Никахты илдәге закондар буйынса теркәп, ир менән ҡатын ғүмерлек союз булдыра. Был ғаилә бәхетенең нигеҙе (Матфай 19:4—6).

  2.   Яратыу һәм хөрмәт күрһәтегеҙ. Тормош иптәшегеҙҙең һеҙҙең менән нисек мөғәмәлә итеүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уның менән шулай мөғәмәлә итегеҙ (Матфай 7:12; Ефестарға 5:25, 33).

  3.   Тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмағыҙ. Тормош иптәшегеҙ һеҙҙе рәнйетә алған берәй нәмә әйтһә йә эшләһә лә, уның менән игелекле һөйләшегеҙ (Ефестарға 4:31, 32). Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1-ҙә былай тип әйтелгән: «Йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа, ә ҡаты һүҙ асыуҙы ҡуҙғата».

  4.   Бер-берегеҙгә тоғро булығыҙ. Романтик хистәр һәм енси ҡыҙыҡһыныу тик үҙ тормош иптәшегеҙгә ҡарата ғына күрһәтегеҙ (Матфай 5:28). «Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Еврейҙарға 13:4).

  5.   Балаларығыҙҙы яратып тәрбиәләгеҙ. Артыҡ йомшаҡ та, тупаҫ та булмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:15; Колосстарға 3:21).