Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары ойошманы ҡалдырған кешеләрҙән ситләшәме?

Йәһүә шаһиттары ойошманы ҡалдырған кешеләрҙән ситләшәме?

 Һыуға сумдырылыу үтеп Йәһүә шаһиты булып киткән кеше вәғәзләмәй башлаһа һәм, бәлки, хатта үҙ имандаштары менән аралашмаһа, беҙ унан ситләшмәйбеҙ. Киреһенсә, беҙ уның менән элемтәгә инеп, уның рухи нәмәләргә ҡыҙыҡһыныуын яңынан уятырға тырышабыҙ.

 Берәйһе етди гөнаһ ҡылһа, ул шунда уҡ йыйылыштан сығарылмай. Ләкин һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиттарының береһе аңлы рәүештә Изге Яҙмаларҙағы әхлаҡи принциптарҙы боҙоуын дауам итһә һәм тәүбә итмәһә, ул йыйылыштан сығарыла, йәғни йыйылыштағылар менән аралашыуҙан мәхрүм ителә. Изге Яҙмаларҙа асыҡтан-асыҡ: «Үҙ арағыҙҙан яуызлыҡ ҡылыусыны сығарығыҙ», — тип әйтелә (1 Көринттәргә 5:13).

 Әгәр йыйылыштан ғаилә башлығы сығарылған булһа, ә уның ҡатыны менән балалары Йәһүәгә табыныуҙарын дауам итһә, был осраҡта нимә эшләргә? Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре шундай уҡ ҡалһа ла, ғаиләһе уның менән рухи темаларға инде аралашмаҫ. Йыйылыштан сығарылыу ғаилә-никах мөнәсәбәттәренә тәьҫир итмәй, һәм ғаилә эштәрҙе ғәҙәттәгесә алып барыр.

 Йыйылыштан сығарылған кеше беҙҙең осрашыуҙарыбыҙға килә ала. Теләһә, ул шулай уҡ йыйылыш өлкәндәренән рухи ярҙам һорарға мөмкин. Өлкәндәрҙең маҡсаты — йыйылыштан сығарылған һәр бер кешегә Йәһүә Алла менән татыу мөнәсәбәттәрҙе кире ҡайтарып, уның шаһиты тип аталыр өсөн яраҡлы булырға ярҙам итеү. Йыйылыштан сығарылған кеше насар тәртиптән баш тартһа һәм Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса йәшәргә эскерһеҙ теләк белдерһә, беҙ уның яңынан йыйылыш ағзаһы булып китеүенә бик шатланабыҙ.