Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттарының миссионерҙары бармы?

Йәһүә шаһиттарының миссионерҙары бармы?

 Эйе. Бөтә Йәһүә шаһиттары, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, осраған кешеләргә үҙ имандары тураһында һөйләп, миссионер рухын сағылдырырға тырыша (Маттай 28:19, 20).

 Шулай уҡ ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмаларҙағы яҡшы хәбәрҙе әле күп кеше ишетмәгән ерҙәргә барып йөрөй йәки шул яҡтарына бөтөнләй күсенә. Ә башҡалары, хеҙмәттәрен киңәйтер өсөн, хатта сит илдәргә күсә. Ғайса Мәсих бындай пәйғәмбәрлек әйткән булған: «Һеҙ... ер ситенә тиклем минең шаһиттарым буласаҡһығыҙ». Йәһүә шаһиттары был пәйғәмберлектең үтәлешендә шатланып әүҙем ҡатнаша (Илселәр 1:8).

 1943 йылда Йәһүә шаһиттары миссионерҙар әҙерләр өсөн махсус мәктәп ойошторҙо. Шул ваҡыттан алып уны 8 000-дән ашыу кеше тамамланы. Был мәктәп Күҙәтеү манараһының Изге Яҙмалар мәктәбе Галаад тип атала.