Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары килемдең ундан бер өлөшөн түләйме?

Йәһүә шаһиттары килемдең ундан бер өлөшөн түләйме?

 Юҡ, Йәһүә шаһиттары килемдең ундан бер өлөшөн түләмәй. Беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ ирекле иғәнәләр ярҙамында башҡарыла. Ундан бер өлөштө түләү нимә ул, һәм ни өсөн Йәһүә шаһиттары уны түләмәй?

 Килемдең ундан бер өлөшөн биреү боронғо Исраил халҡына бирелгән Ҡанундың бер әмере булған. Ләкин Изге Яҙманан асыҡ күренеүенсә, Муса ҡануны, шул иҫәптән ундан бер өлөштө алыу әмере лә, Алланың хеҙмәтселәренә ҡағылмай (Еврейҙарға 7:5, 18; Колосстарға 2:13, 14).

 Йәһүә шаһиттары килемдең ундан бер өлөшөн түләмәй һәм аҡса йыйымдары үткәрмәй. Улар, беренсе быуатта йәшәгән Алла хеҙмәтселәренән үрнәк алып, бушлай вәғәзләй һәм Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә, шулай уҡ эшмәкәрлектәрен артабан алып барыр өсөн ирекле иғәнәләр һала.

 Шулай эшләп, беҙ Изге Яҙмалағы бындай күрһәтмә буйынса эш итәбеҙ: «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата» (2 Коринфтарға 9:7).