Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала ундан бер өлөш хаҡында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала ундан бер өлөш хаҡында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Боронғо израилдәр хаҡ ғибәҙәт файҙаһына йыллыҡ табыштарының ундан бер өлөшөн a бирергә тейеш булған. Алла уларға былай тип ҡушҡан: «Һин йыл һайын ҡырҙа орлоғоңдан үҫкән һәр нәмәнең ундан бер өлөшөн бирергә тейеш» (Ҡанун 14:22).

 Ундан бер өлөштө биреү Муса ҡанунының , израиль халҡына Муса аша бирелгән ҡанундар йыйынтығының, бер талабы булған. Мәсихселәрҙән Муса ҡанунын үтәү талап ителмәй, тимәк, уларға ундан бер өлөш түләргә кәрәкмәй (Колосстарға 2:13, 14). Шуға күрә һәр мәсихсе үҙ мөлкәтенән «теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бир[ә], сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата» (2 Коринфтарға 9:7).

 Иҫке Ғәһедтә ундан бер өлөш хаҡында нимә әйтелә?

 Изге Яҙманың Иҫке Ғәһед булараҡ билдәле өлөшөндә ундан бер өлөш ҡат-ҡат иҫкә алына. Иҫкә алыуҙарҙың күбеһе Муса ҡануны ғәмәлдә булған осорға ҡарай. Әммә ике осраҡ Мусаға тиклем булған дәүергә ҡарай.

Муса ҡанунына тиклем

 Изге Яҙма буйынса, ундан бер өлөштө иң беренсе булып түләгән кеше Ибрам (Ибраһим) булған (Башланмыш 14:18—20; Еврейҙарға 7:4). Ул быны Шалим ҡалаһының батша-руханийына бүләк йөҙөнән тик бер тапҡыр ғына түләгән. Изге Яҙмала, Ибраһим йә уның балалары артабан да ундан бер өлөш түләгән, тип яҙылмаған.

 Ундан бер өлөштө түләгән икенсе кеше Ибраһимдың ейәне Яҡуп булған. Ул, әгәр Алла миңә уңышҡа ирешергә ярҙам итһә, мин табышымдың ундан бер өлөшөн уға бирәм, тип ант иткән (Башланмыш 28:20—22). Изге Яҙма белгестәренең ҡайһы берҙәре әйткәнсә, Яҡуп ундан бер өлөш рәүешендә мал ҡорбан иткән, күрәһең. Ләкин Яҡуп үҙен ант менән бәйләп ундан бер өлөш түләһә лә, ғаиләһе ағзаларынан шуны уҡ эшләүҙе талап итмәгән.

Муса ҡануны бирелгәс

 Боронғо израилдәр, ғибәҙәт ҡылыуға булышлыҡ итер өсөн, ундан бер өлөш түләргә тейеш булған.

  •   Ундан бер өлөш левиттарға, шул иҫәптән руханиҙарға, тәғәйенләнгән булған, сөнки улар бар ваҡытын изге хеҙмәткә бағышлаған һәм уларҙың ер биләмәләре булмаған (Һандар 18:20, 21). Рухани булмаған левиттар халыҡтан алған «шул ундан бер өлөштөң ундан бер өлөшө[нең]» иң яҡшыһын руханиҙарға бирергә тейеш булған (Һандар 18:26—29).

  •   Күрәһең, һәр йыл һайын тағы бер ундан бер өлөш килтерелергә тейеш булған; ул иһә левиттарға ла, левит булмағандарға ла тәғәйенләнгән (Ҡанун 14:22, 23). Был ундан бер өлөш ғаиләләрҙең йыл һайын үткәрелгән байрамдар менән бәйле сығымдарын ҡаплау, ә ҡайһы бер йылдарҙа фәҡирҙәргә ярҙам итеү өсөн тотонолған (Ҡанун 14:28, 29; 26:12).

 Ундан бер өлөштө нисек билдәләгәндәр? Израилдәр йыл һайын уңышының ундан бер өлөшөн бирә торған булған (Левиттар 27:30). Әгәр кеше ундан бер өлөштө аҡсалата бирергә теләһә, ул тейешле хаҡҡа уның 20 процентын өҫтәргә тейеш булған (Левиттар 27:31). Израилдәргә шулай уҡ «эре һәм ваҡ малдың ундан бер өлөшө[н]» бирергә ҡушылған булған (Левиттар 27:32).

 Израиль кешеһе, малының ундан бер өлөшөн бирер өсөн, кәртәнән сыҡҡан һәр унынсы малды айыра барырға тейеш булған. Ҡанун буйынса, айырған малды ул тикшерергә лә, башҡаһына алыштырырға ла, уның урынына аҡса бирергә лә хаҡлы булмаған (Левиттар 27:32, 33). Ә байрамдар өсөн тәғәйенләнгән йыллыҡ икенсе ундан бер өлөштө аҡсаға алыштырырға рөхсәт ителгән булған. Шул арҡала байрамға алыҫтарҙан килә торған кешеләргә ундан бер өлөштө үҙҙәре менән алыу уңайлы булған (Ҡанун 14:25, 26).

 Израилдәр ундан бер өлөштө ҡасан килтерергә тейеш булған? Израилдәр ундан бер өлөштө йыл һайын түләргә тейеш булған (Ҡанун 14:22). Һәр етенсе йылда ғына түләмәгәндәр. Ундай йылда израилдәр бер нәмә лә сәсмәгән, ул йыл Шәмбе йылы, йәғни ял итеү йылы булған (Левиттар 25:4, 5). Шул арҡала ул йылда ундан бер өлөш йыйылмаған. Ете йыллыҡ осорҙоң һәр өсөнсө һәм алтынсы йылында израилдәр икенсе ундан бер өлөштө ярлыларға һәм левиттарға бирә торған булған (Ҡанун 14:28, 29).

 Ундан бер өлөштө түләмәгән кешегә ниндәй яза бирелергә тейеш булған? Муса ҡанунында ундан бер өлөштө түләмәгән өсөн яза ҡаралмаған. Уны язаға тартылыуҙан ҡурҡҡанға ғына түләргә тейеш булмағандар бит; Алла израилдәрҙең был талаптың ни ҡәҙәр мөһим икәнен аңлауын теләгән. Израилдәр, ундан бер өлөштө тулыһынса бирҙек, тип, Аллаға ант итергә тейеш булған, шул саҡта улар Алла хуплауына өмөтләнә алған (Ҡанун 26:12—15). Алла, ундан бер өлөштө түләмәгән кеше минекен урлай, тип иҫәпләгән (Малахи 3:8, 9).

 Ундан бер өлөш халыҡ өсөн ауыр йөк булғанмы? Юҡ. Алла, әгәр израилдәр ундан бер өлөштө ваҡытында теүәл килтереп торһа, мин уларға һис күрелмәгән йомартлыҡ күрһәтермен һәм улар бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫ, тигән вәғәҙә биргән (Малахи 3:10). Шуныһы асыҡ: тап ундан бер өлөштө килтермәгән саҡта халыҡ ғазап сиккән. Израилдәр үҙҙәрен Алла фатихаларынан үҙҙәре мәхрүм иткән. Өҫтәүенә, шул арҡала материаль ярҙамһыҙ ҡалған руханиҙар һәм левиттар эшләргә мәжбүр булған һәм изге хеҙмәтен башҡара алмаған (Ниҡәми 13:10; Малахи 3:7).

 Яңы Ғәһедтә ундан бер өлөш хаҡында нимә әйтелә?

 Ғайса ерҙә йәшәгән саҡта ундан бер өлөш түләү талабы әле көсөндә булған. Әммә Ғайса үлтерелеү менән ул ғәмәлдән сығарылған.

Ғайса ерҙә йәшәгән саҡта

 Изге Яҙманың Яңы Ғәһед булараҡ билдәле өлөшөнән күренеүенсә, Ғайса ерҙә йәшәгән саҡта израилдәр һаман ундан бер өлөштө түләүҙе дауам иткән. Ғайса был талаптың мотлаҡ икәнен таныған, әммә дини етәкселәрҙе хөкөм иткән, сөнки улар, Ҡанундың был өлөшөн ентекле үтәһәләр ҙә, «Ҡанундағы мөһимерәк нәмәләрҙе — ғәҙеллек, мәрхәмәт һәм тоғролоҡто иғтибарһыҙ» ҡалдырған (Матфай 23:23).

Ғайса үлтерелгәндән һуң

 Ғайса үлтерелгәндән һуң, ундан бер өлөштө түләү инде талап ителмәгән. Ғайсаның үлеме Муса ҡанунын да, шуның менән бергә халыҡтан «табыштарының ундан бер өлөшөн» йыйырға тигән талапты ла ғәмәлдән сығарған (Еврейҙарға 7:5, 18; Ефестарға 2:13—15; Колосстарға 2:13, 14).

a Изге Яҙманың бер һүҙлегендә ундан бер өлөш хаҡында былай тиелә: «Ул берәйһенең уңышының айырым осраҡ өсөн бүлеп ҡуйылған ундан бер өлөшө. [...] Изге Яҙмала иҫкә алынған ундан бер өлөш иһә, ғәҙәттә, дини ихтыяждар өсөн тотонола торған булған» (Harper’s Bible Dictionary).