Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?

Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?

Изге Яҙманан яуап

 Ғайса пәйғәмбәр, үҙенең ғүмерен ҡорбан итеп, Алланың тоғро хеҙмәтселәренә ҡотолоуға юл асҡан (Матфей 20:28). Шуға күрә Изге Яҙмала Ғайса «донъяны Ҡотҡарыусы» тип атала (1 Яхъя 4:14). Шулай уҡ унда былай тиелә: «Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ» (Ғәмәлдәр 4:12).

 Ғайса үҙенә иман итеүселәрҙең «бөтөнөһө хаҡына үлем [татыған]» (Еврейҙарға 2:9; Яхъя 3:16). Шунан һуң Алла уны терелткән, һәм Ғайса рухи шәхес булып күккә ҡайтҡан (Ғәмәлдәр 3:15). Унда «Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй» (Еврейҙарға 7:25).

Ни өсөн беҙ Ғайсаның беҙҙең турала ялбарыуына мохтаж?

 Беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы (Римдарға 3:23). Гонаһ беҙҙең менән Алла араһына кәртә һала, һәм гонаһ үлемгә килтерә (Римдарға 6:23). Әммә Ғайса үҙенең йолом ҡорбанына иман итеүселәрҙең «Яҡлаусыһы» булып тора (1 Яхъя 2:1). Ул, Алланан доғаларыбыҙҙы ишетеүен һәм шул йолом ҡорбаны нигеҙендә гонаһтарыбыҙҙы кисереүен һорап, беҙҙең өсөн Аллаға ялбара (Матфей 1:21; Римдарға 8:34). Алла Ғайсаның бындай үтенестәренә ҡолаҡ һала, сөнки улар уның ихтыярына тап килә. Ул Ғайсаны ергә «донъя Уның аша ҡотолһон өсөн» ебәргән (Яхъя 3:17).

Ҡотолор өсөн Ғайсаға иман итеү генә етәме?

 Юҡ, етмәй. Әлбиттә, ҡотолор өсөн Ғайсаға иман итергә кәрәк, ләкин был берҙән-бер талап түгел (Ғәмәлдәр 16:30, 31). Изге Яҙмала былай тиелә: «Рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле» (Яҡуб 2:26). Ҡотолор өсөн беҙгә түбәндәгеләрҙе эшләргә кәрәк:

  •   Ғайса пәйғәмбәр һәм уның Атаһы Йәһүә тураһында белем алырға (Яхъя 17:3).

  •   Икеһенә лә иман үҫтерергә (Яхъя 12:44; 14:1).

  •   Уларҙың әмерҙәренә буйһоноп, иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә (Лука 6:46; 1 Яхъя 2:17). Ғайса өйрәткәнсә, уны «Хужам» тип атаған һәр кем түгел, ә Күктәге Атаһының «ихтыярын үтәгән кеше генә» ҡотоласаҡ (Матфей 7:21).

  •   Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, артабан да иман күрһәтергә. Сөнки Ғайса: «Ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ», — тигән (Матфей 24:13).