Төп мәғлүмәткә күсеү

Мәсихсе медицина ярҙамын ҡабул итә аламы?

Мәсихсе медицина ярҙамын ҡабул итә аламы?

Изге Яҙманан яуап

 Эйе. Ғайса Мәсих: «Табип һау кешеләргә түгел, ауырыуҙарға кәрәк», — тип әйтеп, шәкерттәренең табиптарға мөрәжәғәт итә алыуын аңлатырға теләгән (Матфай 9:12). Изге Яҙма медицина ҡулланмаһы булмаһа ла, Алланы шатландырырға теләүселәр ундағы булған файҙалы принциптарҙы ҡуллана ала.

Үҙ-үҙеңде тикшерер өсөн һорауҙар

 1. Тәҡдим ителгән дауалау ысулын мин аңлайыммы? Изге Яҙма беҙгә ышаныслы мәғлүмәт эҙләргә һәм «һәр һүҙгә ышанмаҫҡа» кәңәш итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15).

 2. Мин башҡа табиптарҙың да фекерен белергә тейешме? Айырыуса хәлегеҙ етди булһа, «кәңәшселәрҙең күп» булыуы бик файҙалы булырға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22).

 3. Килтерелгән дауалау төрөндә Изге Яҙмалағы «ҡандан тыйылығыҙ» тигән әмерҙе боҙоу талап ителәме? (Ғәмәлдәр 15:20).

 4. Диагностикала йәки дауалауҙа сихырсылыҡ ҡулланыламы? Изге Яҙма «сихырсылыҡ» менән шөғөлләнеүҙе хөкөм итә (Галаттарға 5:19—21). Дауаланыу сихырсылыҡ менән бәйлеме икәнен асыҡлар өсөн, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығығыҙ:

  •   Дауалаусы сихырсылыҡ менән шөғөлләнәме?

  •   Дауалау, ауырыу рәнйетелгән илаһтар йәки сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән дошмандар арҡаһында барлыҡҡа килгән, тигән ышаныуға нигеҙләнгәнме?

  •   Дауаланыу йә дарыу әҙерләү әпсен уҡыу, ҡорбандар килтереү йәиһә башҡа сихырсылыҡ йолалары йә әйберҙәре менән бәйле түгелме?

 5. Мин үҙемдең сәләмәтлегемә сиктән тыш ҙур иғтибар бирмәйемме? Изге Яҙмала былай тиелә: «Аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын» (Филиптарға 4:5, ЯДТ). Рухи һорауҙарға ҡағылғанда, аҡыллылыҡ һеҙгә «мөһимерәк» нәмәләргә иғтибар итергә ярҙам итер (Филиптарға 1:10, ЯДТ; Матфай 5:3).