Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала порнография тураһында нимә әйтелә? Киберсекс зыянлымы?

Изге Яҙмала порнография тураһында нимә әйтелә? Киберсекс зыянлымы?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала порнография, киберсекс һәм шуларға оҡшаш башҡа нәмәләр тураһында туранан-тура әйтелмәй. Ләкин унда енси мөнәсәбәттәргә боҙоҡ ҡараш таратҡан һәм никахта булмаған кешеләрҙе енси мөнәсәбәттәргә инергә этәргән эштәргә Алланың ҡарашы асыҡ күрһәтелә. Түбәндәге аяттарҙы ҡарап сығығыҙ:

  •   «Енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене... бөтөрөгөҙ» (Колосстарға 3:5). Порнография иһә дөрөҫ булмаған теләктәрҙе үлтермәй, киреһенсә, уларҙы көсәйтә. Был кешене Алла алдында бысрата.

  •   «Ҡатын-ҡыҙға енси дәрт менән ҡараусы күңелендә уның менән инде зина ҡылған була» (Матфай 5:28). Енси мөнәсәбәттәр һүрәтләнгән әхлаҡһыҙ рәсемдәр дөрөҫ булмаған уйҙар тыуҙыра, ә был дөрөҫ булмаған эштәргә килтерә.

  •   «Аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел» (Ефестарға 5:3). Беҙгә хатта мәрәкә өсөн генә лә әхлаҡһыҙ нәмәләрҙе телгә алырға, бигерәк тә уларҙы ҡарарға йә улар тураһында уҡырға кәрәкмәй.

  •   «Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был фәхешлек, шаҡшылыҡ... һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ» (Галаттарға 5:19—21). Порнография ҡараусыны, телефон аша секс йә секстинг һәм киберсекс менән шөғөлләнеүсе кешене Алла, шаҡшы, йәғни әхлаҡи яҡтан бысраҡ, тип һанай. Әгәр бындай эштәр беҙҙең ғәҙәткә кереп китһә, беҙ Алланың хуплауын бөтөнләй юғалтасаҡбыҙ.