Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала енси теләкте ҡәнәғәтләндереү тыйыламы?

Изге Яҙмала енси теләкте ҡәнәғәтләндереү тыйыламы?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала енси теләкте ҡәнәғәтләндереү тыйылмай. Унда, законлы никахта торған кешеләргә ундай мөнәсәбәтте Алла бүләк итеп биргән, тип әйтелә. Алла кешеләрҙе, «ир менән ҡатынды», барлыҡҡа килтергәс, «бик яҡшы» тип әйткән (Башланмыш 1:27, 31). Алла Әҙәм менән Һауаны никах бәйләнештәре менән берләштергәс, улар «бер тән булыр» тигән (Башланмыш 2:24). Ундай бәйләнештәр уларҙың бер-береһе менән эмоциональ яҡтан яҡын буласағын һәм енси мөнәсәбәттән шатлыҡ табасағын күрһәткән.

 Никахтағы мөнәсәбәттәрҙән ирҙәр алған рәхәтлек тураһында Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Йәшлектәге ҡатының менән күңел ас... Уның күкрәктәре һине һәр ваҡыт шатландырып торһон. Уның мөхәббәте менән әҫәрләнеп йәшә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, 19). Алла никахтағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатынға ла рәхәтлек килтереүен теләй. Изге Яҙмала: «Ир — ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен», — тип әйтелә (1 Коринфтарға 7:3).

Ниндәй сиктәр бар?

 Алланың нормалары буйынса, өйләнешкән парҙар ғына енси мөнәсәбәткә инә ала. Еврейҙарға 13:4-тә былай тиелә: «Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит». Ир менән ҡатын бер-береһенә тоғролоҡ һаҡларға тейеш. Улар эгоистик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙән түгел, ә Изге Яҙмалағы «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» тигән принципты тотоуҙан ҙур шатлыҡ таба (Ғәмәлдәр 20:35).