Төп мәғлүмәткә күсеү

Алла полигамияға нисек ҡарай?

Алла полигамияға нисек ҡарай?

Изге Яҙманан яуап

 Боронғо заманда Алла ирҙәргә бер нисә ҡатын алырға рөхсәт иткән (Башланмыш 4:19; 16:1—4; 29:18—29). Әммә полигамия Алланың тәүге ниәтенә инмәгән. Ул Әҙәмгә бер генә ҡатын биргән.

 Ғайса Мәсих, Алланың вәкиле булараҡ, иргә бер генә ҡатын алырға рөхсәт ителә тигән талаптың ғәмәлдә ҡалыуын раҫлаған (Яхъя 8:28). Никах тураһында һорауға яуап биргәндә, Ғайса былай тигән: «Иң башта Булдырыусы ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән дә былай тигән: „Шуға күрә ир ата-әсәһен ҡалдырыр ҙа һәр ваҡыт ҡатыны менән булыр, һәм икеһе бер бөтөн булып китер“» (Матфай 19:4, 5).

 Һуңыраҡ Ғайсаның бер шәкерте, Алла тарафынан рухландырылып, былай тип яҙған: «Һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын» (1 Коринфтарға 7:2). Изге Яҙмала шулай уҡ мәсихсе йыйылышында хөрмәтле вазифалар башҡарған өйләнгән ир «бер генә ҡатындың ире» булырға тейеш тип әйтелә (1 Тимофейға 3:2, 12, ЯДТ).