Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

panitan/stock.adobe.com

ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРЫУ

Ғайса ярлылыҡты бөтөрөр

Ғайса ярлылыҡты бөтөрөр

 Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса кешеләрҙе, айырыуса ярлыларҙы һәм интеккәндәрҙе, бик ныҡ яратҡанын күрһәткән (Матфай 9:36). Ул хатта кешеләр өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән (Матфай 20:28; Яхъя 15:13). Хәҙер Ғайса күктәге хөкүмәттең — Алла Батшалығының Батшаһы. Тиҙҙән ул кешеләрҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын тағы бер тапҡыр иҫбатлар: үҙ хакимлығынан файҙаланып, ул бөтә ер йөҙө буйлап ярлылыҡты мәңгегә бөтөрөр.

 Изге Яҙмала шиғри тел менән Ғайсаның нимә эшләйәсәге һүрәтләнә:

  •   «Ул халыҡтың мохтаж кешеләрен яҡлаһын, ярлыларҙың улдарын ҡотҡарһын» (Зәбур 72:4).

 Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа инде башҡарған һәм киләсәктә башҡарасаҡ эштәре өсөн рәхмәтебеҙҙе беҙ нисек белдерә алабыҙ? Лука 22:19-ҙа әйтелгәнсә, Ғайса шәкерттәренә үҙенең үлемен иҫкә алырға ҡушҡан. Бына ни өсөн Йәһүә шаһиттары йыл һайын Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә йыйыла. 2024 йылда Иҫкә алыу кисәһе 24 мартта үтәсәк. Беҙ һеҙҙе ошо мөһим ваҡиғаны үҙебеҙ менән бергә үткәрергә саҡырабыҙ.

Кисәнең үтәсәк урыны