Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Терроризм ҡасан да булһа бөтөрмө?

Терроризм ҡасан да булһа бөтөрмө?

 Сираттағы терактан һуң һеҙ былай тип уйларға мөмкин: «Алла ҡайҙа ҡарай? Нишләп шундай нәмәләр була? Терроризм a берәй ҡасан бөтөрмө? Гел ҡурҡып нисек йәшәргә?» Изге Яҙма был һорауҙарға тулы яуап бирә.

Алла терроризмға нисек ҡарай?

 Алла йәбер-золом һәм терроризмды күрә алмай (Зәбур 11:5; Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16, 17). Ғайса пәйғәмбәр, көс ҡулланған өсөн шәкерттәрен шелтәләгән саҡта, Алланың ҡарашын белдергән (Матфей 26:50—52). Ҡайһы берәүҙәр Алла хаҡына көс ҡулланабыҙ тиһәләр ҙә, Алла уларға шулай эшләргә бер ниндәй ҙә хоҡуҡ бирмәгән. Ысынында ул ундай кешеләрҙең доғаһын да тыңламай (Ишағыя 1:15).

 Алла ғазап сиккән кешеләрҙең барыһын да, шул иҫәптән теракт ҡорбандарын да йәлләй (Зәбур 31:7; 1 Петр 5:7). Изге Яҙмала, ул йәбер-золомдо бөтөрәсәк, тип әйтелә (Ишағыя 60:18).

Терроризмдың төп сәбәбе

 Изге Яҙмала терроризмдың төп сәбәбе күрһәтелә. Унда: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтерә», — тип әйтелә (Вәғәзсе 8:9). Тарих дауамында хакимлыҡ итеүселәр башҡаларҙы йәберләр өсөн террор тактикаһын ҡулланған. Шундай баҫымға ҡаршылыҡ күрһәтеп, ҡайһы берәүҙәр терроризм менән яуап бирә (Вәғәзсе 7:7).

Терроризм бөтәсәк

 Аллаһы Тәғәлә, йәбер-золом һәм ҡурҡыуҙы бөтөрөп, бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ булдырырға вәғәҙә бирә (Ишағыя 32:18; Миҡай 4:3, 4).

  •   Терроризмдың төп сәбәбе юҡ ителәсәк. Алла кеше хөкүмәттәрен үҙенең бөтә донъя хөкүмәте менән алмаштырасаҡ. Был хөкүмәттең башлығы Ғайса Мәсих бөтә кешеләр менән ғәҙел мөғәмәлә итәсәк һәм йәбер-золом менән көс ҡулланыуҙы туҡтатасаҡ (Зәбур 72:2, 14). Ул саҡта берәү ҙә террор ҡулланмаҫ. Кешеләр «сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (Зәбур 37:10, 11).

  •   Терроризмдың бөтә эҙемтәләре юҡ ителәсәк. Алла кешеләрҙе терроризмдың эҙемтәләренән, шул иҫәптән физик һәм эмоциональ яраларҙан арындырасаҡ (Ишағыя 65:17; Асылыш 21:3, 4) Ул хатта үлгәндәрҙе терелтәсәк, һәм улар ерҙә тыныслыҡта йәшәйәсәк (Яхъя 5:28, 29).

 Изге Яҙмала Алланың тиҙҙән эш итә башларына төплө дәлилдәр бар. Әммә һеҙ: «Ни өсөн Алла һаман да терроризмды юҡ итмәгән?» — тип һорарһығыҙ. Яуапты һеҙ «Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?» тигән видеояҙманан белә алаһығыҙ.

a «Терроризм» ғәҙәттә ҡурҡытыу һәм ниндәйҙер сәйәси, дини һәм социаль талаптарҙың үтәлеүенә ирешеү маҡсаты менән көс ҡулланыуҙы йәки көс ҡулланыу менән янауҙы (бигерәк тә ябай халыҡҡа ҡарата) аңлата. Ләкин конкрет ниндәй эштәрҙе терроризм тип иҫәпләү буйынса фекерҙәр айырыла.