Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ilbusca/E+ via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Ни өсөн кешеләр тыныслыҡ урынлаштыра алмай? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Ни өсөн кешеләр тыныслыҡ урынлаштыра алмай? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 Идарасылар һәм халыҡ-ара ойошмалар тыныслыҡ урынлаштыра алмай. Икенсе бөтә донъя һуғышынан бирле донъяла, бөгөнгө көндәрҙәге кеүек, шул тиклем күп ҡан ҡойғос һуғыштар һәм бәрелештәр булмаған. Ике миллиард тирәһе кеше — Ер шарында йәшәгән кешеләрҙең дүрттән бер өлөшө — һуғыш барған ерҙә йәшәй.

 Ни өсөн кешеләр тыныслыҡҡа өлгәшә алмай? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Кешеләрҙең тыныслыҡ урынлаштыра алмағанына өс сәбәп

  1.  1. Изге Яҙмала беҙҙең көндәр тураһында былай тиелә: «Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы... тәҡүәһеҙ... кеше менән һыйыша алмаған... тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ... дыуамал, ҡупыҡ [кешеләр артыр]» (2 Тимофейға 3:2—4). Ундай сифаттар арҡаһында кешеләр бер-береһе менән тыныс мөнәсәбәттәр булдырырға хатта тырышмай ҙа.

  2.  2. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ Йәһүә a Алланың ярҙамынан тыш, беҙ кешелек проблемаларын яңғыҙы ғына ла, күмәкләп тә хәл итә алмайбыҙ. Изге Яҙмала был хаҡта: «Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай», — тиелә (Иремия 10:23).

  3.  3. Изге Яҙмала яҙылғанса, бөтә донъя менән аяуһыҙ һәм ҡеүәтле шәхес — Шайтан Иблис идара итә, ә ул бик оҫта алдаҡсы (1 Яхъя 5:19; Асылыш 12:9). Кешеләр өҫтөнән Шайтан хакимлыҡ иткәндә һуғыштар ҙа, бәрелештәр ҙә туҡтамаясаҡ.

Тыныслыҡты кем урынлаштыра ала?

 Изге Яҙмала, тыныслыҡты кешеләр түгел, ә Алла урынлаштырасаҡ, тип әйтелә.

  •   «Һеҙгә нимә эшләргә йыйынғанымды мин яҡшы беләм, — ти Йәһүә. — Киләсәгегеҙ һәм өмөтөгөҙ булһын өсөн, мин һеҙгә бәлә-ҡаза түгел, ә тыныслыҡ бирермен» (Иремия 29:11).

 Алла үҙ вәғәҙәһен нисек үтәр? «Тыныслыҡ биреүсе Алла тиҙҙән Шайтанды... иҙәсәк» (Римдарға 16:20, ЯДТ). Ул күктәге хөкүмәт ярҙамында ерҙә тыныслыҡ урынлаштырасаҡ. Изге Яҙмала был хөкүмәт «Алла Батшалығы» тип атала (Лука 4:43). Ошо Батшалыҡтың Батшаһы — Ғайса Мәсих идараһы аҫтында кешеләр тыныслыҡта йәшәргә өйрәнер (Ишағыя 9:6, 7).

a Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).