Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һәр уҡыусы өсөн ауыр булған һорау

Һәр уҡыусы өсөн ауыр булған һорау

Марат имтихан алдынан кеүек тулҡынланып ултыра. Әле генә уҡытыусы Дарвиндың эволюция теорияһы кешелекте дини хөрәфәттәрҙән азат иткәнен һәм фәнни үҫештәргә килтергәнен аңлатты. Хәҙер иһә ул уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәре менән бүлешеүен көтә.

Марат ни эшләргә лә белмәй. Ата-әсәһе, Ерҙе һәм ундағы бар тереклекте Алла барлыҡҡа килтергән һәм Изге Яҙмала әйтелгәндәр дөрөҫ, ә эволюция теорияһы — дәлилдәр менән нығытылмаған теория ғына, тип аңлатты бит. Уҡытыусы ла, ата-әсәһе лә яҡшы ниәттәрҙән сығып өйрәтә. Ләкин кемгә ышанырға һуң?

Бындай хәлде бөтә донъя буйынса күп кенә мәктәптәрҙә күҙәтеп була. Маратҡа һәм башҡа уҡыусыларға шундай осраҡта нимә эшләргә? Улар, эволюцияға һәм барлыҡҡа килтереүгә ҡағылышлы дәлилдәрҙе тикшереп сығып, нимәгә ышанырға икәнен үҙҙәре һайлаһа, яҡшыраҡ булмаҫмы?

Изге Яҙма беҙҙе башҡаларҙың һәр әйткән һүҙенә һуҡырҙарса ышаныуҙан киҫәтә. Унда: «Бер ҡатлы кеше һәр һүҙгә ышана, ә алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай», — тип яҙылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15). Шулай уҡ Изге Яҙма мәсихселәргә, «аҡылығыҙҙы ҡулланып», кешеләрҙең нимәгә өйрәткәнен тикшерегеҙ, тип кәңәш итә (Римдарға 12:1, 2, ЯДТ).

Ҡайһы бер дини төркөмдәр мәктәптәрҙә, донъялағы барлыҡ нәмәне Алла барлыҡҡа килтергән, тип өйрәтелеүен теләй. Был брошюра уларға ярҙам итеү маҡсаты менән яҙылмаған. Уның маҡсаты — «тормош осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгән» һәм «Изге Яҙмалағы хәбәр — миф ҡына» тип иҫәпләгән ғалимдарҙың фекерҙәрен ҡарап сығыу.

Беҙ иғтибарҙы йәшәүҙең төп берәмегенә — күҙәнәккә тупларбыҙ. Һин күҙәнәк төҙөлөшө хаҡында иҫ киткес факттар белерһең. Шулай уҡ эволюция теорияһы яҡлы кешеләрҙең ҡайһы бер фекерҙәрен үҙең тикшерә алырһың.

Иртәме-һуңмы һәр беребеҙ, тормош барлыҡҡа килтерелгәнме, әллә эволюция һөҙөмтәһендә яралғанмы, тигән һорау менән осраша. Һинең дә, бәлки, был хаҡта уйланған саҡтарың булғандыр. Беҙ һиңә бер нисә генә дәлилде ҡарап сығырға тәҡдим итәбеҙ. Был дәлилдәр күптәрҙе тормоштоң барлыҡҡа килтерелгән булыуына ышандырған.