Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ДӘРЕС

Ғайса пәйғәмбәр кем ул?

Ғайса пәйғәмбәр кем ул?

1. Ғайса ҡасан барлыҡҡа килтерелгән?

Кешеләрҙе Ғайсаға нимә йәлеп иткән? (МАТФЕЙ 11:29; МАРК 10:13—16).

Кешеләрҙән айырмалы рәүештә Ғайса ерҙә тыуғанға тиклем күктәге фәрештә булған (Яхъя 8:23). Алла иң тәүҙә уны барлыҡҡа килтергән, һәм Ғайса бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан. Ғайса — Йәһүә үҙе генә булдырған берҙән-бер зат, шуға күрә Изге Яҙмала ул Алланың «берҙән-бер Улы» тип атала (Яхъя 1:14). Ғайса шулай уҡ «Һүҙ» тип тә аталған, сөнки ул Алланың Вәкиле. Ғибрәтле һүҙҙәр 8:22, 23, 30 *; Еврейҙарға 1:2-не уҡығыҙ.

2. Ғайса ергә ни өсөн килгән?

Алла Ғайсаның ғүмерен күктән Мәрйәм исемле йәһүд ҡыҙының ҡарынына күсергән. Башҡа һүҙ менән әйткәндә, Ғайсаның яралыуында ир кеше ҡатнашмаған (Лука 1:30—35). Ни өсөн Ғайса ергә килгән? 1) Кешеләргә Алла хаҡында белем бирер өсөн; 2) Ауыр ваҡыттарҙа ла Алла ихтыярын нисек үтәп була икәнен күрһәтер өсөн; 3) «Үҙ ғүмерен йолом итеп» бирер өсөн. Матфей 20:28-ҙе уҡығыҙ.

3. Ни өсөн беҙ йоломға мохтаж?

Йолом — ул үлем янаған кешене азат итер өсөн түләнә торған хаҡ (Сығыш 21:29, 30). Кешеләрҙең ҡартайыуы һәм үлеүе Алланың башланғыс ниәтенә инмәгән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Алла беренсе кеше Әҙәмгә, гонаһ ҡылһаң, үләсәкһең, тигән. Тимәк, Әҙәм гонаһ ҡылмаған булһа, бер ҡасан да үлмәҫ ине (Башланмыш 2:16, 17; 5:5). Изге Яҙмаға ярашлы, үлем Әҙәм аша кешелеккә «үтеп ингән». Әҙәм үҙенең бөтә тоҡомдарына мираҫ итеп гонаһ тапшырған. Ә гонаһ әжере — үлем. Әҙәмдән мираҫ итеп алынған үлемдән ҡотолор өсөн, беҙ йоломға мохтаж. Римдарға 5:12; 6:23-тө уҡығыҙ.

Беҙҙе үлемдән ҡотҡарыр өсөн, кем йолом түләй алған? Үлгәндә, кеше үҙ гонаһтары өсөн генә түләй. Камил булмаған бер кеше лә башҡаларҙың гонаһтары өсөн түләй алмай. Матфей 16:26-ны уҡығыҙ.

4. Ғайса ни өсөн үлгән?

Ғайса пәйғәмбәр мөғжизәле рәүештә тыуғанға күрә, беҙҙән айырмалы булараҡ гонаһһыҙ булған. Ул камил булған һәм бер гонаһ та ҡылмаған. Шуға күрә үҙ гонаһтары өсөн уның үлеүе талап ителмәгән, ул башҡаларҙың гонаһтары өсөн үҙен ҡорбан иткән. Беҙҙең хаҡҡа үлһен тип, үҙ Улын ергә ебәреп, Алла кешеләргә бөйөк яратыу күрһәткән. Ғайса ла, Атаһын тыңлап һәм беҙҙең хаҡҡа ғүмерен биреп, беҙҙе яратыуын күрһәткән. Яхъя 3:16; Римдарға 5:18, 19-ҙы уҡығыҙ.

«Ғайса ни өсөн үлгән?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

5. Ғайса бөгөн нимә эшләй?

Ерҙә йәшәгәндә Ғайса ауырыуҙарҙы һауыҡтырған, үлгәндәрҙе терелткән һәм кешеләрҙең ғазаптарын еңеләйткән. Бының менән Ғайса пәйғәмбәр Аллаға тыңлаусан булғандарҙың бөтәһе өсөн дә киләсәктә нимә эшләйәсәген күрһәткән (Матфей 15:30, 31; Яхъя 5:28). Ғайса үлгәс, Алла уны рухи шәхес итеп терелткән (Ефестарға 1:20). Шунан Ғайса, күккә кире ҡайтып, «Алланың уң яғына» ултырған һәм Йәһүәнең уны Батша итәсәген көтә башлаған (Еврейҙарға 10:12, 13). Хәҙер иһә Ғайса күктә Батша булараҡ идара итә, ә уның шәкерттәре шул хаҡта бөтә донъя буйлап һөйөнөслө хәбәр тарата. Данил 7:13, 14 *; Матфей 24:14-те уҡығыҙ.

Оҙаҡламай Ғайса, Батша булараҡ, үҙенә бирелгән көстө ҡулланасаҡ. Ул бөтә ғазаптарҙы бөтөрәсәк һәм ерҙе яуыз кешеләрҙән таҙартасаҡ. Ғайсаға иман иткән һәм уға буйһонғандар ерҙә ожмахта йәшәйәсәк. Матфей 5:5-те уҡығыҙ.

 

^ 1 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 8:22, 23, 30: «Йәһүә үҙе мине булдырҙы, мин — уның ижади эштәренең башланғысы, уның боронғо эштәренең иң беренсеһе. Нигеҙем боронғо замандарҙа, иң башта, әле ер булдырылғансы һалынды. Мин уның янында оҫта һөнәрсе инем, һәр көн уның һөйөнөсө булдым. Уның ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып торҙом».

^ 6 абз. Данил 7:13, 14: «Һуңынан мин төнгө күренештә әҙәм улына оҡшаш берәүҙең күк болоттары менән килеүен күрҙем. Уға борондан йәшәп килгән Зат янына килергә рөхсәт ителде, һәм ул уның хозурына килтерелде. Һәм бөтә халыҡтар, ҡәбиләләр һәм телдәр уға хеҙмәт итһен өсөн, уға хакимлыҡ, дан һәм батшалыҡ бирелде. Уның хакимлығы — быуаттарға һуҙылған бөтмәйәсәк хакимлыҡ, һәм уның батшалығы емерелмәйәсәк».