Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Һаңғырау булғаныма ҡарамаҫтан, башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтәм

Һаңғырау булғаныма ҡарамаҫтан, башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтәм

Мин 1941 йылда 12 йәшемдә һыуға сумдырылдым. Әммә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте мин 1946 йылда ғына яҡшылап аңланым. Ни өсөн? Тормош юлым хаҡында һөйләп бирергә теләйем.

АТАЙ-ӘСӘЙЕМ 1910-сы йылдарҙа Тбилисиҙан (Грузия) Канадаға күсеп килгән. Улар Канаданың көнбайышында, Саскачеван провинцияһының далаларында урынлашҡан Пелли ауылындағы бәләкәй генә фермаһында төпләнгән. Мин 1928 йылда алты баланың иң кесеһе булып тыуғанмын. Атайым — тыуыуыма ярты йыл ҡалғас, ә әсәйем сабый ғына булған сағымда үлеп киткәндәр. Күп тә үтмәҫтән, иң өлкән апайым Луси ҙа 17 йәшендә үлде. Унан һуң әсәйемдең ҡустыһы Ник ағайым мине һәм минең бер туғандарымды үҙенә алды.

Ник ағайым фермаһында аттар тотто. Бер ваҡыт, мин атлап йөрөй башлағас, туғандарым минең айғырҙың ҡойроғонан тартып торғанымды күреп ҡалған. Аттың мине тибеп осороуонан ҡурҡып, улар миңә, улайтма, тип ҡысҡыра башлаған. Ләкин мин уларға ҡолаҡ һалмағанмын. Мин уларға арҡам менән торғанмын һәм уларҙың ҡысҡырыуын ишетмәгәнмен. Бәхеткә күрә, минең менән бер нәмә лә булмаған, әммә шул көндө туғандарым минең һаңғырау икәнемде аңлаған.

Ғаиләбеҙҙең дуҫы мине һаңғырау балалар уҡыған мәктәпкә бирергә тәҡдим итте, шуға күрә Ник ағайым мине Саскатунела (Саскачеван провинцияһы) урынлашҡан мәктәпкә илтеп ҡуйҙы. Был мәктәптән өйөбөҙгә тиклем ете сәғәтлек юл ине. Миңә, биш йәшлек малайға, бик ҡурҡыныс булды. Мин туғандарым менән байрамдар һәм йәйге каникулдар ваҡытында ғына күрешә алдым. Әкренләп мин ишаралар телен үҙләштерҙем һәм башҡа балалар менән ваҡытты күңелле үткәрҙем.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТ МЕНӘН ТАНЫШАМ

1939 йылда минең өлкән апайым Мэрион Билл Данильчук исемле кешегә кейәүгә сыҡты. Улар мине һәм Франсес апайымды үҙҙәренә алдылар. Бөтә туғандарыбыҙ араһынан улар беренсе булып Йәһүә шаһиттары менән танышты. Мин уларға йәйге каникулдарҙа ҡайтҡанда, улар хәлдәренән килгәнсә Изге Яҙманан белгәндәре хаҡында миңә һөйләргә тырышты. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә аралашыуы еңел булманы, сөнки улар ишаралар телен белмәй ине. Әммә улар минең хәҡиҡәтте эскерһеҙ яратыуымды күргән. Мин улар шөғөлләнгән эш менән Изге Яҙмала әйтелгәндәр араһында бәйләнеш бар икәнен аңланым, шунлыҡтан мин улар менән вәғәзгә йөрөй башланым. Тиҙҙән мин һыуға сумдырылырға теләнем, һәм 1941 йылдың 5 сентябрендә Билл ҡорос цистернала мине һыуға сумдырҙы. Ундағы һыу бик, бик һыуыҡ ине!

Һаңғырау кешеләр төркөмө менән конгреста (Кливленд, Огайо штаты, АҠШ, 1946 йыл)

1946 йылдың йәйендә, мин өйгә ҡайтҡанда, беҙ Кливлендта (Огайо штаты, АҠШ) үткән конгресҡа барҙыҡ. Конгрестың беренсе көнөндә апайҙарым, миңә программаны аңларға ярҙам итер өсөн, алмашлап яҙыуҙар яһаны. Әммә икенсе көндө мин программаның һаңғырау ҡәрҙәштәргә тәржемә ителеүен белдем. Шул конгресс миңә бик оҡшаны, сөнки мин, ниһайәт, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте асыҡ итеп аңланым!

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТӘМ

Икенсе бөтә донъя һуғышы күптән түгел генә бөткәнгә, илдә милләтселек рухы хөкөм һөрә ине. Конгрестан һуң кире мәктәпкә барғас, мин үҙ ҡараштарымда ныҡ торорға ҡарар иттем. Шуға күрә мин флагка честь биреүҙән һәм милли гимн йырлауҙан баш тарттым, шулай уҡ байрамдар үткәреүҙән һәм бөтә уҡыусылар ҙа йөрөргә тейешле сиркәү службаларына йөрөүҙән туҡтаным. Уҡытыусыларға был бер ҙә оҡшаманы. Улар мине ҡурҡыта ине һәм хатта алдап мине үҙ ҡараштарымдан баш тарттырырға тырыша ине. Быларҙың барыһы синыфташтарым араһында ҡыҙыу әңгәмәләр ҡуҙғатты, һәм минең вәғәзләргә мөмкинселегем тыуҙы. Һөҙөмтәлә өс синыфташым — Ларри Андрософф, Норман Диттрик һәм Имил Шнайдер — хәҡиҡәтте ҡабул итеп, әлегә тиклем Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә.

Берәй ҡалаға килгәндә, мин һәр саҡ һаңғырау кешеләргә вәғәзләргә тырыша инем. Мәҫәлән, Монреаль ҡалаһында һаңғырауҙар клубында мин банданың ағзаһы булған Эдди Тегер исемле йәш егеткә вәғәзләнем. Ул ҡәрҙәшебеҙ булып китте һәм үлеменә тиклем Лаваль ҡалаһындағы (Квебек провинцияһы) ишаралар телен ҡулланған йыйылышта хеҙмәт итте. Шулай уҡ мин Хуан Арданес менән таныштым. Ул, Верия ҡалаһындағы кешеләр һымаҡ, Изге Яҙмалағы хәбәрҙең хаҡ булыуына инаныр өсөн барыһын да ентекләп тикшерҙе (Ғәм. 17:10, 11). Ул да Йәһүә шаһиты булып китте һәм үлеменә тиклем Оттавала (Онтарио провинцияһы) өлкән булып хеҙмәт итте.

1950-се йылдарҙың башында урамда вәғәзләйем

1950 йылда мин Ванкуверға күстем. Мин һаңғырау кешеләргә вәғәзләргә бик яратам, әммә хеҙмәтемдә булған бер осраҡ хәтеремдә айырыуса уйылып ҡалды. Бер ваҡыт мин урамда Крис Спайсер исемле һаңғырау булмаған бер ҡатынға вәғәзләнем. Ул журналдарға яҙылырға теләне, шулай уҡ минән үҙенең Гари исемле иренә килеүемде үтенде. Мин уларға барғас, беҙ ҡәләм һәм ҡағыҙ ярҙамында оҙаҡ ҡына аралаштыҡ. Шунан бирле беҙ улар менән бер нисә йыл буйы күрешмәнек. Торонтола (Онтарио провинцияһы) үткән конгреста улар, мине күреп ҡалып, яныма килгәс, мин бик ғәжәпләндем! Гари ул көндө һыуға сумдырылырға тейеш ине. Был ҡыҙыҡлы осраҡ миңә вәғәзләү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмау бик мөһим икәнен күрһәтте, сөнки беҙ хәҡиҡәт орлоғоноң ҡайҙа һәм ҡасан шытып сығырын белмәйбеҙ.

Һуңыраҡ мин Саскатунға күстем. Унда мин бер ҡатын менән таныштым, ул минән үҙенең ике игеҙәк һаңғырау ҡыҙы Джин һәм Джоан Роттенбергер менән Изге Яҙманы өйрәнеүемде үтенде. Улар мин уҡыған һаңғырауҙар мәктәбендә уҡый ине. Оҙаҡламай улар синыфташтарына вәғәзләй башланы. Һөҙөмтәлә уларҙың биш синыфташы Йәһүә шаһиты булып китте. Уларҙың береһе Юнис Колин ине. Мин юғары синыфтарҙа уҡығанда Юнис менән беренсе тапҡыр осраштым. Ул саҡта Юнис миңә кәнфит һуҙҙы ла, беҙ һинең менән дуҫлаша алабыҙмы, тип һорағайны. Ваҡыт уҙыу менән Юнис тормошомда бик мөһим урын алды: ул минең ҡатыным булып китте.

Юнис менән 1960 һәм 1989 йылдарҙа

Юнистың әсәһе, ҡыҙының Изге Яҙманы өйрәнеүен белгәс, мәктәп директорынан ҡыҙын өйрәнеүҙе туҡтатырға мәжбүр итеүен һораны. Директор Юнистан хатта өйрәнеү өсөн әҙәбиәтен дә тартып алды. Шулай ҙа Юнис артабан да Йәһүә тураһында белем алырға ныҡлы ҡарар итте. Ул ата-әсәһенә һыуға сумдырылырға теләүе хаҡында әйткәс, улар уға: «Йәһүә шаһиты булып китһәң, беҙ һине өйҙән ҡыуабыҙ!» — тип янаны. 17 йәшендә Юнис өйөнән китте, һәм йыйылыштан бер ғаилә уны үҙенә алды. Юнис Изге Яҙманы өйрәнеүен дауам итте һәм аҙаҡ һыуға сумдырылды. Беҙ уның менән 1960 йылда өйләнешкәндә, уның ата-әсәһе туйыбыҙға килмәне. Әммә, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, улар, нимәгә ышаныуыбыҙҙы һәм балаларыбыҙҙы яҡшы итеп тәрбиәләүебеҙҙе күреп, беҙҙе хөрмәт итә башланы.

ЙӘҺҮӘ МИНЕҢ ХАҠТА ҠАЙҒЫРТА

Улым Николас ҡатыны Дебора менән Лондон Вефилендә

Һаңғырау ата-әсә булһаҡ та, беҙ һаңғырау булмаған ете ул үҫтерҙек. Был еңел булманы, әммә беҙ уларҙың ишаралар телен үҙләштереүен ҡайғырттыҡ. Шуның арҡаһында беҙ улар менән аралаша һәм уларҙы хәҡиҡәткә өйрәтә алдыҡ. Беҙгә йыйылыштағы ҡәрҙәштәр бик ныҡ ярҙам итте. Мәҫәлән, бер атай кеше беҙгә улыбыҙҙың Батшалыҡ залында насар һүҙҙәр әйтеүе хаҡында записка яҙҙы. Бының ярҙамында беҙ шунда уҡ кәрәкле саралар күрә алдыҡ. Улдарыбыҙҙың дүртеһе — Джеймз, Джерри, Николас һәм Стивен — үҙ ғаиләләре менән Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә. Улар бөтәһе лә йыйылыштарҙа өлкән вазифаһын үтәй. Николас ҡатыны Дебора менән Британия филиалында ишаралар теленә тәржемә итеү эшендә ярҙам итә, ә Стивен ҡатыны Шаннон менән АҠШ филиалында ишаралар теленә тәржемә итеү төркөмөндә хеҙмәт итә.

Улдарым Джеймз, Джерри һәм Стивен, шулай уҡ уларҙың ҡатындары вәғәз эшенә ишаралар телендә булышлыҡ итә

Туйыбыҙҙың 40 йыллығына бер ай ҡалды тигәндә, Юнис рактан үлеп китте. Ул оҙаҡ ваҡыт ҡыйыу рәүештә был яман сир менән көрәште. Терелтеүгә ныҡлы иман уға көс өҫтәп торҙо. Мин уның менән осрашасаҡ көндө зарығып көтәм!

Фей һәм Джеймз, Джерри һәм Ивлин, Шаннон һәм Стивен

2012 йылдың февралендә мин йығылып бот һөйәгемдең муйынтығын һындырҙым. Унан һуң мин үҙемдең башҡа кешеләрҙең ярҙамынан тыш йәшәй алмауымды аңланым. Шунлыҡтан мин улым менән киленемә йәшәргә күстем. Беҙ Калгари ҡалаһындағы ишаралар телен ҡулланған йыйылышта хеҙмәт итәбеҙ. Мин унда өлкән вазифаһын үтәйем. Күҙ алдына килтерегеҙ, был минең ишаралар телен ҡулланған беренсе йыйылышым! 1946 йылдан башлап, бөтә был йылдар дауамында мин, инглиз йыйылышында хеҙмәт итеп, нисек рухи яҡтан көслө булып ҡалдым? Йәһүә, етемгә ярҙам итәм, тигән вәғәҙәһенә тоғро булды (Зәб. 10:14). Минең өсөн яҙыуҙар алып барып, ишаралар телен өйрәнеп һәм миңә тәржемә итеп ярҙам күрһәткән бөтә ҡәрҙәштәргә шул тиклем рәхмәтлемен!

79 йәшемдә американ ишаралар телендә үткән пионер мәктәбен тамамланым

Ысын ғына әйткәндә, ҡайһы саҡ, төшөнкөлөккә бирелеп, барыһына ла ҡул һелтәргә теләгән саҡтарым да булды, сөнки мин йыйылыш осрашыуҙарында әйтелгәндәрҙе аңламай инем, һәм миңә башҡалар һаңғырауҙарҙың ихтыяждарына иғтибар итмәй кеүек тойола ине. Ундай саҡтарҙа мин Петрҙың Ғайсаға: «Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит», — тип әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрә инем (Яхъя 6:66—68). Минең менән бер йәштә булған күп һаңғырау ҡәрҙәштәр һымаҡ, мин дә түҙемле булырға өйрәндем. Мин Йәһүәнең һәм уның ойошмаһының эш итә башлауын көттөм һәм шул тиклем күп фатиха алдым! Хәҙер туған телемдә бик күп рухи аҙыҡ бар, мин йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа американ ишаралар телендә рәхәтләнеп аралашам. Үҙемде бөйөк Аллабыҙ Йәһүәгә бағышлап, мин бәхетле һәм мәғәнәле тормош алып барам!