Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҒӘЗИЗ КЕШЕГЕҘ ҮЛГӘНДӘ

Ҡайғырған кешене нисек йыуатырға?

Ҡайғырған кешене нисек йыуатырға?

Яҡынын юғалтыу ҡайғыһы кисергән кеше эргәһендә үҙегеҙҙе көсһөҙ итеп тойғанығыҙ булдымы? Ҡайһы саҡ беҙ ни әйтергә һәм ни эшләргә белмәйбеҙ, шунлыҡтан берәй нәмә әйтеүҙән йә эшләүҙән тыйылып ҡалабыҙ. Әммә ғәмәли ярҙам күрһәтеп була.

Йыш ҡына кеше янында булыу һәм «ауыр ҡайғыңды уртаҡлашам» кеүек ябай һүҙҙәр әйтеү ҙә етә. Күп илдәрҙә кешене ҡосаҡлап йә йомшаҡ ҡына итеп ҡулынан тотоп ҡайғыһын уртаҡлашалар. Яҡынын юғалтҡан кеше һөйләшеп алырға теләһә, уны иғтибар менән тыңлағыҙ. Иң яҡшыһы — мәрхүмдең ғаиләһе өсөн нимәлер эшләү, бәлки, уларҙың эшләргә хәле булмаған эштәрҙе үҙ өҫтөңә алыу. Мәҫәлән, улар риза булһалар, ашарға бешереп, балаларҙы ҡарап йәки күмеү менән бәйле эштәрҙе ойошторошоп була. Бындай эштәр һүҙҙәрҙән күпкә яҡшыраҡ.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, һеҙ, бәлки, туғандарының мәрхүм тураһында һөйләшкеһе килгәнен абайлап ҡалырһығыҙ. Шул саҡта һеҙ улар менән уның яҡшы сифаттарын һәм уға бәйле бәхетле мәлдәрҙе иҫкә төшөрә алаһығыҙ. Ундай һөйләшеү ҡайғырған кешелә йылмайыу уята ала. Мәҫәлән, алты йыл элек ирен юғалтҡан Пэм былай ти: «Ҡайһы ваҡыт кешеләр иремдең мин белмәгән изге эштәре тураһында һөйләй, һәм был минең күңелемде йылыта».

Тәжрибә күрһәткәнсә, кешеләр, яҡынын юғалтҡан дуҫтарына тәүҙә күп ярҙам күрһәтһәләр ҙә, һуңынан, тормош мәшәҡәттәренә сумып, уларҙың ихтыяждарын оноталар. Шуның өсөн юғалтыу кисергән дуҫығыҙға һәр ваҡыт барып йөрөгөҙ һәм шылтыратып тороғоҙ *. Ҡайғы кисереүселәрҙең күбеһе өсөн шундай дуҫтар ысын йыуаныс була.

Японияла йәшәүсе Каори исемле йәш ҡатындың миҫалына иғтибар итәйек. Апаһы үлгәндән һуң 15 ай үтеүгә, уның әсәһе үлгән. Каори ҙур ҡайғыға төшкән. Бәхеткә ҡаршы, тоғро дуҫтары уға ярҙам күрһәтеп торған. Уларҙың береһе — Каориҙан күпкә олораҡ Рицуко. Ул Каориға яҡын дуҫ булырға тәҡдим иткән. «Дөрөҫөн генә әйткәндә, — ти Каори, — миңә был фекер бер ҙә оҡшаманы. Минең әсәйем урынына башҡа берәүҙе күргем килмәй ине һәм, бер кем дә быны эшләй ҙә алмаҫ, тип уйлай инем. Ләкин, Рицуко-әсәй миңә ҡарата шул тиклем яғымлы һәм хәстәрле булғанға, күңелем уға тартыла башланы. Аҙна һайын беҙ уның менән бергәләп вәғәзгә һәм мәсихселәр осрашыуҙарына йөрөнөк. Ул мине сәй эсергә саҡырып, ашарға алып килеп торҙо, күп тапҡырҙар хат йә открытка яҙҙы. Рицуко-әсәйҙең изгелеге яраланған йөрәгемә май булып ятты».

Каориҙың әсәһе үлгәндән һуң 12 йыл үткән. Хәҙер Каори ире менән тулы ваҡытлы вәғәзсе булып хеҙмәт итә. «Рицуко-әсәй әле лә хәстәрлек күрһәтә, — ти Каори. — Өйгә ҡайтҡанда, мин һәр ваҡыт уға барам, һәм беҙ уның менән рәхәтләнеп аралашабыҙ».

Даими ярҙамдан файҙа күргән башҡа бер кешенең миҫалына иғтибар итәйек. Ул — Кипрҙа йәшәгән Поли исемле Йәһүә шаһиты. Уның ире Созос яҡшы күңелле кеше булған һәм мәсихселәр йыйылышында өлкән булып хеҙмәт иткән. Ул йыш ҡына етемдәр менән тол ҡатындарҙы бергә ашап һәм аралашып алыр өсөн ҡунаҡҡа саҡырған (Яҡуб 1:27). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 53 йәшендә Созос баш мейеһендәге шеш арҡаһында вафат булған. «Шулай итеп мин 33 йыл бергә ғүмер иткән ҡәҙерле иремде юғалттым», — ти Поли.

Ирен күмгәндән һуң, Поли үҙенең 15 йәшлек кесе улы Дэниел менән Канадаға күскән. Унда улар Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүен дауам иткән. «Яңы йыйылыштағы дуҫтарым кисергән ҡайғыбыҙ һәм ауыр шарттарыбыҙ хаҡында бер нәмә лә белмәй ине, — тип иҫенә төшөрә Поли. — Әммә улар гел, яныбыҙға килеп, беҙҙе ҡосаҡлай ине, йылы һүҙҙәр әйтә һәм ғәмәли ярҙам күрһәтә ине. Бындай ярҙам шул хәтле ваҡытлы булды, сөнки улым атаһына бик мохтаж ине! Йыйылышта етәкселек алған ҡәрҙәштәр Дэниел менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынды, уның менән ваҡыт үткәрҙе. Бер ағай-ҡәрҙәш тураһында айырым әйтеп үткем килә. Ул, дуҫтары менән аралашырға йә футбол уйнарға барғанда, һәр ваҡыт Дэниелды үҙе менән ала торғайны». Хәҙер Поли менән улы үҙҙәрен күпкә яҡшыраҡ хис итә.

Әлбиттә, ҡайғы кисергән кешеләргә ғәмәли ярҙам күрһәтер өсөн һәм уларҙы йыуатыр өсөн күп мөмкинлектәр бар. Изге Яҙма ла, киләсәккә иҫ киткес өмөт биреп, беҙҙе йыуата.

^ 6 абз. Ҡайһы берәүҙәр хатта мәрхүмдең үлгән көнөн календарға билдәләп ҡуя. Бының ярҙамында улар, ҡайғы кисергән кеше айырыуса йыуатыуға мохтаж булған ваҡытта, уға терәк була ала.