Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Ғайсаның эттәр хаҡындағы миҫалы мыҫҡыллы булғанмы?

Бала көсөк менән; грек йә рим һыны (Б. э. т. I быуат — б. э. II быуаты)

Ғайса Израилгә күрше булған Сүриәлә (Рим провинцияһы) вәғәзләгәндә, уның менән бер осраҡ булған. Уның янына Сүриә Финикияһынан тыумышы менән грек булған бер ҡатын ярҙам һорап килгән. Яуап биргәндә Ғайса йәһүд булмаған кешеләрҙе «эттәр» менән сағыштырған. Муса ҡануны буйынса, эттәр нәжес хайуандар тип иҫәпләнгән (Левиттар 11:27). Ғайса был ҡатынды һәм йәһүд булмаған башҡа кешеләрҙе кәмһетергә теләгәнме?

Әлбиттә, юҡ. Ғайса шәкерттәренә аңлатҡанса, ул ваҡытта уның төп маҡсаты йәһүдтәргә ярҙам итеү булған. Шуға күрә лә ул шул миҫалды килтереп, грек ҡатынына былай тигән: «Икмәкте балаларҙан алып, эттәргә ырғытыу яҡшы түгел» (Матфей 15:21—26; Марк 7:26). Гректар һәм римдар өсөн эт аҫрау ғәҙәти булған, һәм балалар шул йорт хайуандары менән уйнарға яратҡан. Шуға күрә «эттәр» тигән һүҙ йылы хистәр тыуҙырғандыр. Грек ҡатынының яуабынан уның Ғайса һүҙҙәрен аңлағаны асыҡ күренә. Ул: «Эйе, Әфәндем. Тик эттәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай», — тигән. Ғайса иманы өсөн уны маҡтаған һәм ҡыҙын һауыҡтырған (Матфей 15:27, 28).

Илсе Павелдың сәйәхәтте кисектерергә тигән кәңәше урынлы булғанмы?

Ҙур сауҙа карабы һүрәтләнгән барельеф (б. э. I быуаты)

Илсе Павелды Италияға алып барған карап көслө ҡаршы елгә осраған. Туҡталыштарҙың береһендә Павел командаға сәйәхәтте кисектерергә кәңәш биргән (Ғәмәлдәр 27:9—12). Ул нимәгә нигеҙләнеп шундай кәңәш биргән?

Боронғо заманда диңгеҙселәр Урта диңгеҙ буйлап ҡыш көнө сәйәхәт итеү ҡурҡыныс икәнен белгән. Караптар йөрөшө ноябрҙең уртаһынан марттың уртаһына тиклем туҡталған. Әммә Павелды алып барған карап сәйәхәткә сентябрь йә октябрь айында сығырға тейеш булған. Рим тарихсыһы Вегеций үҙенең «Хәрби эштең ҡыҫҡаса тасуирламаһы» тигән трактатында (б. э. IV быуаты) былай тип яҙған: «Ҡайһы бер айҙарҙа диңгеҙ буйлап сәйәхәт итеү айырыуса уңайлы, ҡайһы берҙәрендә — хәүефле, ә башҡа айҙарҙа диңгеҙ буйлап сәйәхәт итеү бөтөнләй мөмкин түгел». Вегеций әйткәнсә, 27 майҙан 14 сентябргә тиклем диңгеҙ буйлап сәйәхәт итеү «тыныс тип иҫәпләнә», әммә «сәйәхәт итеү өсөн хәүефле һәм төрлө ҡурҡыныстар менән тулы» булған ике осор бар: 15 сентябрҙән 11 ноябргә тиклем һәм 11 марттан 26 майға тиклем. Илсе Павел тәжрибәле сәйәхәтсе булараҡ быларҙың барыһын да белгән. Капитан менән караптың хужаһы ла, күрәһең, был турала белгән. Ләкин улар Павелдың кәңәшенә ҡолаҡ һалмаған, һәм һөҙөмтәлә карап һәләкәткә осраған (Ғәмәлдәр 27:13—44).