Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Яратыу беҙҙе тәү сиратта үҙебеҙ тураһында түгел, ә башҡалар хаҡында хәстәрлек күрергә дәртләндерә

Башҡаларға нисек яратыу күрһәтергә?

Башҡаларға нисек яратыу күрһәтергә?

Беҙ бөтәбеҙ ҙә беренсе кеше Әҙәмдең тоҡомдары, тимәк, беҙ барыбыҙ ҙа — бер ғаилә. Ә бер ғаилә ағзалары бер-береһенә яратыу һәм хөрмәт күрһәтергә тейеш. Ләкин бөгөн донъяла ундай яратыуҙы табыуы ҡыйын. Аллаһы Тәғәлә улай булыуын бер ҙә теләмәгән.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ЯРАТЫУ ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

«Яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат» (ЛЕВИТТАР 19:18).

«Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ» (МАТФЕЙ 5:44).

ЯҠЫНЫҢДЫ ЯРАТЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

Аллаһы Тәғәләнең Инжилдә 1 Коринфтарға 13:4—7-лә мөхәббәтте нисек тасуирлағанына иғтибар итегеҙ:

«Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле».

Уйлап ҡарағыҙ. Башҡалар һеҙҙең менән түҙемле, шәфҡәтле булғанда һәм хаталарығыҙға асыуланмағанда, һеҙ нимә хис итәһегеҙ?

«Мөхәббәт көнләшмәй».

Уйлап ҡарағыҙ. Башҡалар һеҙҙән шикләнгәндә йә көнләшкәндә, һеҙ нимә хис итәһегеҙ?

Мөхәббәт «үҙенә файҙа эҙләмәй».

Уйлап ҡарағыҙ. Башҡалар һеҙҙең ҡараштарығыҙҙы хөрмәт иткәндә һәм үҙ һүҙен өҫкә сығарырға тырышмағанда, һеҙ нимә хис итәһегеҙ?

Мөхәббәт «яуызлыҡ тотмай».

Уйлап ҡарағыҙ. Аллаһы Тәғәлә гонаһтарынан тәүбә иткән кешеләрҙе ихлас кисерә. Уның тураһында: «Ул бер ҡасан да ғәйеп эҙләп тормаҫ, асыу ҙа мәңге һаҡламаҫ», — тип әйтелгән (Зәбур 103:9). Беҙ берәйһен рәнйетеп, ул беҙҙе ғәфү итһә, беҙ бик рәхмәтле булабыҙ. Шуға күрә беҙгә лә үҙебеҙҙе үпкәләткән кешеләрҙе ысын күңелдән кисерергә кәрәк (Зәбур 86:5).

«Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй».

Уйлап ҡарағыҙ. Беҙ ниндәйҙер ауыр хәлгә эләккәндә, башҡалар шатланһа, был беҙгә бер ҙә оҡшамай. Шуға күрә беҙ ҙә хатта үҙебеҙгә насарлыҡ эшләгән кешеләр бәләгә тарығанда ҡыуанмайбыҙ.

Аллаһы Тәғәләне һөйөндөрөр өсөн, беҙгә, ошо принциптар буйынса эш итеп, бөтә кешеләргә лә яратыу күрһәтергә кәрәк. Быны эшләр өсөн бер ысул — ауыр хәлгә эләккән кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу.