Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Был балсыҡ цилиндрҙа Балшазарҙың исеме яҙылған (ысын ҙурлығында)

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Археология Балшазарҙың ысынында йәшәгәнен һәм батша булғанын нисек иҫбатлай?

КҮП йылдар Изге Яҙма тәнҡитселәре, Данил китабында телгә алынған Балшазар батша бер ҡасан да йәшәмәгән, тип раҫлаған (Дан. 5:1). Улар шулай уйлаған, сөнки археологтар уның ысынында йәшәгәнен иҫбатлаған бер дәлил дә таба алмаған. Ләкин 1854 йылда барыһы үҙгәргән. Ни өсөн?

Шул йылда Британия консулы Джон Тейлор боронғо Ур ҡалаһының (хәҙерге Ирак иленең көньяғында) емеректәрен тикшергән. Унда бер ҙур манарала ул бер нисә балсыҡ цилиндр тапҡан. Шул цилиндрҙарҙың һәр береһе яҡынса 10 сантиметр оҙонлоҡта булған. Шына яҙыулы (клинопись) был цилиндрҙарҙың береһендә доға яҙылған. Был доғала, Вавилон батшаһы Набонид һәм уның өлкән улы Балшазар оҙон ғүмерле булһын, тиелгән. Хатта тәнҡитселәргә лә шуны танырға тура килгән: был табылдыҡ Балшазарҙың ысындан да йәшәгәнен дәлилләй.

Әммә Изге Яҙмала шулай уҡ Балшазарҙың батша булғаны хаҡында ла әйтелә. Тәнҡитселәр быға ла шикләнеп ҡараған. Мәҫәлән, XIX быуатта инглиз ғалимы Уильям Толбот, ҡайһы берәүҙәр «[Балшазар] үҙ атаһы Набонидтың хакимдашы булған тип әйтһәләр ҙә, быны раҫлаған бер дәлил дә юҡ», тип яҙған.

Әммә һуңыраҡ башҡа балсыҡ цилиндрҙар табылғас, бәхәс хәл ителгән. Был цилиндрҙарҙағы яҙыуҙарҙан шул асыҡланған: Балшазарҙың атаһы Набонид батша бер нисә йылға баш ҡаланан киткән булған. Ул ҡалала булмағанда, ил менән кем идара иткән? «Британия энциклопедияһы»нда былай тиелә: «Икенсе илгә киткәндә, Набонид тәхетте һәм ғәскәренең ҙур өлөшөн Балшазарға тапшырып ҡалдырған». Тимәк, ул ваҡытта Балшазар, асылда, Вавилонда Набонидтың хакимдашы булған. Алан Миллард исемле археолог һәм тел белгесе әйтеүенсә, Балшазарҙың Данил китабында «батша» тип аталыуы бик тә урынлы.

Әлбиттә, Алла хеҙмәтселәре, Данил китабының ышанысҡа лайыҡ булғанын һәм Алла тарафынан рухландырылғанын иҫбатлаған төп дәлил Изге Яҙманың үҙендә, тип һанай (2 Тим. 3:16).